Хәҡиҡәт: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл: 8 юл:


== Хәҡиҡәт тураһында тәғлимәт ==
== Хәҡиҡәт тураһында тәғлимәт ==
[[Философия]]ла хәҡиҡәт проблемаһы боронғо осорҙарҙан башлап уҡ ғалимдарҙың иғтибары үҙәгендә булып килә һәм был проблема тирәһендә бәхәстәр өҙөлмәй, улар әле лә дауам итә. Боронғо грек философияһы вәкилдәре ([[Демокрит]], [[Аристотель]], [[Эпикур]]) хәҡиҡәтте [[ысынбарлыҡ]]тың үҙенә тура килгән белем тип ҡарағандар. Шул уҡ замандың идеалистары ([[Платон]], [[Августин]]) хәҡиҡәтте идеаль объекттарҙың мәңге үҙгәрмәүсән сифаттары тип иҫәпләгәндәр. Яңы заман философтары (Бэкон, Спиноза), һуңыраҡ XVIII быуат француз ғалимдәре (Дид-ро, Гельвеций) хәҡиҡәтте аңлатыуҙа материалистик позицияны яҡлап сығалар. Кант, үҙенең төп фәлсәфәүи ҡараштарына тоғро булараҡ, хәҡиҡәтте априорлык теорияһына бәйләп эш итә. Һуңыраҡ йәшәгән немец классик философияһы вәкилдәре, бигрәк тә [[Гегель]] хәҡиҡәтте диалектик процесс тигән нөктәнән сығып ҡарай. XIX-XX быуат субъектив идеализм тарафтарҙары хәҡиҡәтте субъекттың һиҙеү, фекерләү сифаттарына бойһондороп аңлатырга тырышалар. Диалектик материализм вәкилдәре өсөн хәҡиҡәт — объектив ысынбарлыҡтың сағылышы.
[[Философия]]ла хәҡиҡәт проблемаһы боронғо осорҙарҙан башлап уҡ ғалимдарҙың иғтибары үҙәгендә булып килә һәм был проблема тирәһендә бәхәстәр өҙөлмәй, улар әле лә дауам итә. Боронғо грек философияһы вәкилдәре ([[Демокрит]], [[Аристотель]], [[Эпикур]]) хәҡиҡәтте [[ысынбарлыҡ]]тың үҙенә тура килгән белем тип ҡарағандар. Шул уҡ замандың идеалистары ([[Платон]], [[Августин]]) хәҡиҡәтте идеаль объекттарҙың мәңге үҙгәрмәүсән сифаттары тип иҫәпләгәндәр. Яңы заман философтары (Бэкон, Спиноза), һуңыраҡ XVIII быуат француз ғалимдәре (Дид-ро, Гельвеций) хәҡиҡәтте аңлатыуҙа материалистик позицияны яҡлап сығалар. Кант, үҙенең төп фәлсәфәүи ҡараштарына тоғро булараҡ, хәҡиҡәтте априорлык теорияһына бәйләп эш итә. Һуңыраҡ йәшәгән немец классик философияһы вәкилдәре, бигрәк тә [[Гегель]] хәҡиҡәтте диалектик процесс тигән нөктәнән сығып ҡарай. XIX—XX быуат субъектив идеализм тарафтарҙары хәҡиҡәтте субъекттың һиҙеү, фекерләү сифаттарына бойһондороп аңлатырга тырышалар. Диалектик материализм вәкилдәре өсөн хәҡиҡәт — объектив ысынбарлыҡтың сағылышы.
«Субъектив хәҡиҡәт» тигән термин фәҡәт билдәле бер мәғәнәлә генә ҡабул ителергә мөмкин. Мәҫәлән, һәр предмет, шулай ук күренеш бер үк ваҡытта төрлө функцияларға эйә булып йәшәргә мөмкин. Әйтәйек, сәнғәт. Уның асылы — бер, ул да ысынбарлыҡтың эмоциональ-образлы сағылышы булыу. Ә функцияһы — бер нисә. [[Сәнғәт]] ул — кешеләргә эстетик ләззәт биреүсе күренеш тә, кешеләрҙе тәрбиәләү сараһы ла, уларҙың үҙ-ара аралашу ысулы ла... Сәнғәттең бурыстарын күреүҙә һәр индивид уны үҙенең субъектив ҡарашынан сығып билдәләй ала. Берәү өсөн ул, беренсе сиратта, эстетик ләззәт биреүсе күренеш, икенсе берәү өсөн — тәрбиәләү сараһы, өсөнсө, дүртенсе һәм тағын кемдәрҙер өсөн — тағы ниндәйҙер «саралар». Күренеүенсә, һәр осракта ла хәҡиҡәт юҡ түгел, ул — бар. Ләкин ул — субъектив хәҡиҡәт.
«Субъектив хәҡиҡәт» тигән термин фәҡәт билдәле бер мәғәнәлә генә ҡабул ителергә мөмкин. Мәҫәлән, һәр предмет, шулай ук күренеш бер үк ваҡытта төрлө функцияларға эйә булып йәшәргә мөмкин. Әйтәйек, сәнғәт. Уның асылы — бер, ул да ысынбарлыҡтың эмоциональ-образлы сағылышы булыу. Ә функцияһы — бер нисә. [[Сәнғәт]] ул — кешеләргә эстетик ләззәт биреүсе күренеш тә, кешеләрҙе тәрбиәләү сараһы ла, уларҙың үҙ-ара аралашу ысулы ла… Сәнғәттең бурыстарын күреүҙә һәр индивид уны үҙенең субъектив ҡарашынан сығып билдәләй ала. Берәү өсөн ул, беренсе сиратта, эстетик ләззәт биреүсе күренеш, икенсе берәү өсөн — тәрбиәләү сараһы, өсөнсө, дүртенсе һәм тағын кемдәрҙер өсөн — тағы ниндәйҙер «саралар». Күренеүенсә, һәр осракта ла хәҡиҡәт юҡ түгел, ул — бар. Ләкин ул — субъектив хәҡиҡәт.

=== Хәҡиҡәттең дини мәғәнәһе ===

==== Буддизмда ====
[[Буддизм]]да хәҡиҡәт башлыса ысынбарлыҡ «нисек булһа, шулай» тип ҡаралған аң торошо менән бәйле. Буддизмда хәҡиҡәт кеше психикаһын үҙгәртеп ҡороуҙан айырым ҡаралмай.<ref>{{книга|автор=Лепехов С. Ю.|часть=Буддийская философия как идейная основа буддийской цивилизации|заглавие=Проблемы новейшей историографии философии зарубежного Востока|ссылка=http://iphras.ru/uplfile/root/biblio/1998/Problemy%20istoriografii_1.pdf|ответственный=Отв. ред. Г. Б. Шаймухамбетова|место=М.|год=1998|страницы=21—22|страниц=105|isbn=5-201-01985-4}}</ref>. Был йәһәттән буддизм хәҡиҡәттең ике кимәлен айыра (сатья-двая): 1) хәҡиҡәт сағыштырмаса, эмпирик — үҙгәргән аңда ваҡиғалар ниндәйерәк сағылыш таба; 2) абсолют хәҡиҡәт, ахырғы хәҡиҡәт — ысынбарлыҡта күренештәрҙең йәшәү рәүеше<ref name=":0">{{Книга|автор=Шохин В. К.|заглавие=Две истины / Философия буддизма: Энциклопедия|ответственный=под ред. М. Т. Степанянц|год=2011|язык=ru|издание=|место=М.|издательство=Восточная литература|страницы=267|страниц=1045|isbn=978-5-02-036492-9|тираж=1000}}</ref><ref>{{Книга|автор=Устьянцев Д.|заглавие=Абсолютное и относительное в буддизме|ответственный=под ред. А. Орлова, пер. с тиб. Д. Устьянцева|год=2012|язык=ru|издание=|место=М.|издательство=Ганга / Сватан|страницы=7|страниц=192|isbn=978-5-98882-182-3|тираж=1200}}</ref>.

Дүрт аҫыл хәҡиҡәт (чатвари арьясатьяни), Изгенең дүрт хәҡиҡәте — буддизмдың төп тәғлимәттәренең береһе, уны бөтә буддизм мәктәптәре тота. Дүрт аҫыл хәҡиҡәтте Будда Шакьямуни үҙе формулировкалаған, һәм уларҙы түбәндәгесә аңлатып була: 1) ғазаптар бар 2) ғазаптың сәбәбе бар — бик көслө теләк<ref name=":1">{{Книга|автор=Лысенко В. Г.|заглавие=Чатвари арья сатьяни / Философия буддизма: Энциклопедия|ответственный=под ред. М. Т. Степанянц|год=2011|язык=ru|издание=|место=М.|издательство=Восточная литература|страницы=781|страниц=1045|isbn=978-5-02-036492-9|тираж=1000}}</ref>, жажда<ref name=":1" /><ref>{{Книга|автор=Поповцев Д. В., Парибок А. В.|заглавие=Сокровищница Татхагаты. Буддийские сутры в русских переводах / Сутта запуска колеса проповеди|ответственный=под ред. В. Ю. Трофимова|год=2012|язык=ru|издание=|место=СПб.|издательство=Евразия|страницы=81|страниц=416|isbn=978-5-91852-033-8|тираж=2000}}</ref><ref>{{Книга|автор=Андросов В. П.|заглавие=Индо-тибетский буддизм. Энциклопедический словарь / Тришна|ответственный=под ред. Е. Половниковой, Е. Леонтьевой, О. Сокольноковой|год=2011|язык=ru|издание=|место=М.|издательство=Ориенталия|страницы=364|страниц=448|серия=Самадхи|isbn=978-5-91994-007-4|тираж=2000}}</ref><ref>{{Книга|автор=Ермакова Т. В., Островская Е. П.|заглавие=Классический буддизм|ответственный=под ред. Т. В. Уваровой|год=2009|язык=ru|издание=|место=СПб.|издательство=Издат. дом "Азбука-классика"; "Петербургское Востоковедение|страницы=53|страниц=256|isbn=978-5-395-00325-6|isbn2=978-5-85803-389-9|тираж=5000}}</ref><ref>{{Статья|ссылка=http://www.theravada.ru/Teaching/Canon/Suttanta/Texts/sn56_11-dhammacakka-pavatana-sutta-sv.htm|автор=|заглавие=Дхаммачакка паваттана сутта: Поворот колеса Дхаммы, СН 56.11|год=|язык=ru|издание=Буддизм. Учение старцев|тип=сайт|месяц=|число=|том=|номер=|страницы=|issn=}}</ref>; 3) ғазап сигеүҙең аҙағы бар — нирвана; 4) ғазаптарҙы бөтөрөү юлы бар, — восьмеричный юл. Көнсығыш Азия мәктәптәре «Дүрт аҫыл хәҡиҡәттең ысынбарлығын» инҡар иткән "Йөрәк сутраһы"на ла иғтибар итә{{sfn|Торчинов|2000|с=67—69}}, был хәҡиҡәттең ике кимәле тураһындағы тәғлимәткә тап килә<ref name=":0" /><ref>{{Книга|автор=Андросов В. П.|заглавие=Учение Нагарджуны о срединности|ответственный=под ред. Т. М. Швецовой|год=2006|язык=ru|издание=|место=М.|издательство=Восточная литература|страницы=410—421|страниц=846|isbn=5-02-018488-8|тираж=1300}}</ref>.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

14:33, 30 ноябрь 2021 өлгөһө

Ваҡыт хаҡиҡәтте ялғандан һәм көнсөллөктән һаҡлай, Франсуа Лемуан, 1737

Хәҡиҡәт — фекерләүҙең предметҡа сағылашын күрһәткән гносеологик характеристика. Әгәр фекер предметҡа тап килһә, шул хәҡиҡәт тип иҫәпләнә[1].

Хәҡиҡәткә ҡаршы төшөнсә ялған була.

Хәҡиҡәт ул — белем. Ләкин һәр белем хәҡиҡәт түгел әле. Хәҡиҡәт предметтар һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырыусы белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше — яңғылышлыҡ, ҡайһы бер предметтарҙың һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырмай торған белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше яңғылыш шәкелендә лә сағыла. Ялған яңылышлыҡтан ниндәйҙер субъектив маҡсатка нигеҙләнгән булыуы менән айырыла. Хәҡиҡәт — ғәйәт ҡатлаулы күренеш. Ул объективмы, йәғни субъекттың аңынан, ихтыярынан ни дәрәжәлә ирекле? Был һорауға яуаптар төрлөсә. Ҡайһы бер ғалимдар хәҡиҡәтте фәҡәт субъектив күренеш тип кенә баһалай, хәҡиҡәттең объектив була алыуын инҡар итә. Ысынында иһә хәҡиҡәттең объективлығы шик тыуҙырырға тейеш түгел.

Хәҡиҡәт тураһында тәғлимәт

Философияла хәҡиҡәт проблемаһы боронғо осорҙарҙан башлап уҡ ғалимдарҙың иғтибары үҙәгендә булып килә һәм был проблема тирәһендә бәхәстәр өҙөлмәй, улар әле лә дауам итә. Боронғо грек философияһы вәкилдәре (Демокрит, Аристотель, Эпикур) хәҡиҡәтте ысынбарлыҡтың үҙенә тура килгән белем тип ҡарағандар. Шул уҡ замандың идеалистары (Платон, Августин) хәҡиҡәтте идеаль объекттарҙың мәңге үҙгәрмәүсән сифаттары тип иҫәпләгәндәр. Яңы заман философтары (Бэкон, Спиноза), һуңыраҡ XVIII быуат француз ғалимдәре (Дид-ро, Гельвеций) хәҡиҡәтте аңлатыуҙа материалистик позицияны яҡлап сығалар. Кант, үҙенең төп фәлсәфәүи ҡараштарына тоғро булараҡ, хәҡиҡәтте априорлык теорияһына бәйләп эш итә. Һуңыраҡ йәшәгән немец классик философияһы вәкилдәре, бигрәк тә Гегель хәҡиҡәтте диалектик процесс тигән нөктәнән сығып ҡарай. XIX—XX быуат субъектив идеализм тарафтарҙары хәҡиҡәтте субъекттың һиҙеү, фекерләү сифаттарына бойһондороп аңлатырга тырышалар. Диалектик материализм вәкилдәре өсөн хәҡиҡәт — объектив ысынбарлыҡтың сағылышы.

«Субъектив хәҡиҡәт» тигән термин фәҡәт билдәле бер мәғәнәлә генә ҡабул ителергә мөмкин. Мәҫәлән, һәр предмет, шулай ук күренеш бер үк ваҡытта төрлө функцияларға эйә булып йәшәргә мөмкин. Әйтәйек, сәнғәт. Уның асылы — бер, ул да ысынбарлыҡтың эмоциональ-образлы сағылышы булыу. Ә функцияһы — бер нисә. Сәнғәт ул — кешеләргә эстетик ләззәт биреүсе күренеш тә, кешеләрҙе тәрбиәләү сараһы ла, уларҙың үҙ-ара аралашу ысулы ла… Сәнғәттең бурыстарын күреүҙә һәр индивид уны үҙенең субъектив ҡарашынан сығып билдәләй ала. Берәү өсөн ул, беренсе сиратта, эстетик ләззәт биреүсе күренеш, икенсе берәү өсөн — тәрбиәләү сараһы, өсөнсө, дүртенсе һәм тағын кемдәрҙер өсөн — тағы ниндәйҙер «саралар». Күренеүенсә, һәр осракта ла хәҡиҡәт юҡ түгел, ул — бар. Ләкин ул — субъектив хәҡиҡәт.

Хәҡиҡәттең дини мәғәнәһе

Буддизмда

Буддизмда хәҡиҡәт башлыса ысынбарлыҡ «нисек булһа, шулай» тип ҡаралған аң торошо менән бәйле. Буддизмда хәҡиҡәт кеше психикаһын үҙгәртеп ҡороуҙан айырым ҡаралмай.[2]. Был йәһәттән буддизм хәҡиҡәттең ике кимәлен айыра (сатья-двая): 1) хәҡиҡәт сағыштырмаса, эмпирик — үҙгәргән аңда ваҡиғалар ниндәйерәк сағылыш таба; 2) абсолют хәҡиҡәт, ахырғы хәҡиҡәт — ысынбарлыҡта күренештәрҙең йәшәү рәүеше[3][4].

Дүрт аҫыл хәҡиҡәт (чатвари арьясатьяни), Изгенең дүрт хәҡиҡәте — буддизмдың төп тәғлимәттәренең береһе, уны бөтә буддизм мәктәптәре тота. Дүрт аҫыл хәҡиҡәтте Будда Шакьямуни үҙе формулировкалаған, һәм уларҙы түбәндәгесә аңлатып була: 1) ғазаптар бар 2) ғазаптың сәбәбе бар — бик көслө теләк[5], жажда[5][6][7][8][9]; 3) ғазап сигеүҙең аҙағы бар — нирвана; 4) ғазаптарҙы бөтөрөү юлы бар, — восьмеричный юл. Көнсығыш Азия мәктәптәре «Дүрт аҫыл хәҡиҡәттең ысынбарлығын» инҡар иткән "Йөрәк сутраһы"на ла иғтибар итә[10], был хәҡиҡәттең ике кимәле тураһындағы тәғлимәткә тап килә[3][11].

Иҫкәрмәләр

  1. Философия: Энциклопедический словарь / под ред. А. А. Ивина. — М.: Гардарики, 2004. — 1072 с. — ISBN 5-8297-0050-6.
  2. Лепехов С. Ю. Буддийская философия как идейная основа буддийской цивилизации // Проблемы новейшей историографии философии зарубежного Востока / Отв. ред. Г. Б. Шаймухамбетова. — М., 1998. — С. 21—22. — 105 с. — ISBN 5-201-01985-4.
  3. 3,0 3,1 Шохин В. К. Две истины / Философия буддизма: Энциклопедия / под ред. М. Т. Степанянц. — М.: Восточная литература, 2011. — С. 267. — 1045 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-02-036492-9.
  4. Устьянцев Д. Абсолютное и относительное в буддизме / под ред. А. Орлова, пер. с тиб. Д. Устьянцева. — М.: Ганга / Сватан, 2012. — С. 7. — 192 с. — 1200 экз. — ISBN 978-5-98882-182-3.
  5. 5,0 5,1 Лысенко В. Г. Чатвари арья сатьяни / Философия буддизма: Энциклопедия / под ред. М. Т. Степанянц. — М.: Восточная литература, 2011. — С. 781. — 1045 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-02-036492-9.
  6. Поповцев Д. В., Парибок А. В. Сокровищница Татхагаты. Буддийские сутры в русских переводах / Сутта запуска колеса проповеди / под ред. В. Ю. Трофимова. — СПб.: Евразия, 2012. — С. 81. — 416 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-91852-033-8.
  7. Андросов В. П. Индо-тибетский буддизм. Энциклопедический словарь / Тришна / под ред. Е. Половниковой, Е. Леонтьевой, О. Сокольноковой. — М.: Ориенталия, 2011. — С. 364. — 448 с. — (Самадхи). — 2000 экз. — ISBN 978-5-91994-007-4.
  8. Ермакова Т. В., Островская Е. П. Классический буддизм / под ред. Т. В. Уваровой. — СПб.: Издат. дом "Азбука-классика"; "Петербургское Востоковедение, 2009. — С. 53. — 256 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-395-00325-6. — ISBN 978-5-85803-389-9.
  9. Дхаммачакка паваттана сутта: Поворот колеса Дхаммы, СН 56.11 (рус.) // Буддизм. Учение старцев : сайт.
  10. Торчинов, 2000, с. 67—69
  11. Андросов В. П. Учение Нагарджуны о срединности / под ред. Т. М. Швецовой. — М.: Восточная литература, 2006. — С. 410—421. — 846 с. — 1300 экз. — ISBN 5-02-018488-8.

Әҙәбиәт

  • Истина // Православная Богословская Энциклопедия. Том 5. Издание Петроград. Приложение к духовному журналу «Странник» за 1904 г.
  • Батищев Г. С. Истина и ценности // Познание в социальном контексте. — М.: ИФ РАН, 1994.
  • Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6