Пропаганда: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
[[Файл:Do not shed your blod for Stalin.PNG|thumb|Нимес листовкаһы, 1941 йыл]]
[[Файл:Do not shed your blod for Stalin.PNG|thumb|Нимес листовкаһы, 1941 йыл]]
[[Файл:Arrest of a Propagandist.jpg|390пкс|thumb|«Пропагандисты ҡулға алыу», [[Репин Илья Ефимович|И. Репин картинаһы]]]]
[[Файл:Arrest of a Propagandist.jpg|390пкс|thumb|«Пропагандисты ҡулға алыу», [[Репин Илья Ефимович|И. Репин картинаһы]]]]
[[Файл:Remember the Maine! And Don't Forget the Starving Cubans! - Victor Gillam.jpg|350px|мини|«''Онотма, Мэн! Һәм ас кубиндарҙы онотма!''» Испан-американ һуғышы ваҡытында американ пропагандаһы өлгөһө]], Judge журналы, Виктор Гиллам, 1898]]
[[Файл:Remember the Maine! And Don't Forget the Starving Cubans! - Victor Gillam.jpg|350px|мини|«''Онотма, Мэн! Һәм ас кубиндарҙы онотма!''» Испан-американ һуғышы ваҡытында американ пропагандаһы өлгөһө, Judge журналы, Виктор Гиллам, 1898]]
'''Пропага́нда''' ({{lang-la|propaganda}} — «таратылырға тейеш (ышаныс)», {{lang-la|propago}} — «таратам») — хәҙерге сәйәси дискурста, йәмәғәтселек фекерен булдырыу өсөн йәки башҡа маҡсатта, ниндәйҙер йүнәлештә сәйәси ҡараштар, факттар, аргументтар һәм башҡа мәғлүмәттәр, шул иҫәптән имеш-мимеш һәм ялған мәғлүмәт таратыу һәм аңлатыу эше алып барыу; Ниндәйҙер бер йүнәлештә тәғлимәт, белем таратыу, аңлатыу эше<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)</ref>.

11 юл: 11 юл:
«Пропаганда» һүҙе 1622 йылда папа [[Григорий XV]] ойошторған ''Congregatio de Propaganda Fide'' (Дин таратыу конгрегацияһы) тигән католик ойошманан килеп сыҡҡан<ref name="Britannica"/>. Әммә пропаганда был термин барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҡ элек-электән булған. Пропаганданың иң тәүге өлгөһө итеп Хаммурапи ҡанундары йыйылмаһын ҡарарға була. Был ҡанундар илдә ғәҙеллек булдырыу өсөн, көсһөҙҙәрҙе көслөләрҙән яҡлау маҡсатында булдырылған тип ҡабул ителһә лә, ысынбарлыҡта киреһенсә. Закондарҙың эстәлеге маҡсатына ҡапма-ҡаршы килә. Ҡанун ярлы һәм хоҡукһыҙ ҡатлам кешеләрен иҙеп, бай һәм хәлле ҡатмам кешелеренең мәнфәғәтен яҡлай<ref>[http://www.hist.msu.ru/ER/Etext/hammurap.htm Хаммурапи ҡанундары йыйнтығы{{ref-ru}}]</ref>.

Проапаганданы күпләп ҡулланыу [[Беренсе донъя һуғышы]] йылдарында башлана. Күп дәүләттәр алдында еңеүгә ирешеү өсөн мобилизация зарарлыға һәм йәмғиәттең тарҡаулығы проблемаһы килеп баҫа. Дәүләт сәәсәтен аҡлау һәм нығытыу өсөн төрлө алымдар, фотографиялар, радиотапшырыуҙар ҡулланыла. Шул ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының пропаганда таратыуҙа урыны билдәләнә.
Пропаганданы күпләп ҡулланыу [[Беренсе донъя һуғышы]] йылдарында башлана. Күп дәүләттәр алдында еңеүгә ирешеү өсөн мобилизация зарарлыға һәм йәмғиәттең тарҡаулығы проблемаһы килеп баҫа. Дәүләт сәәсәтен аҡлау һәм нығытыу өсөн төрлө алымдар, фотографиялар, радиотапшырыуҙар ҡулланыла. Шул ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының пропаганда таратыуҙа урыны билдәләнә.

== Пропаганда теориялары ==
== Пропаганда теориялары ==
25 юл: 25 юл:
Пропаганда — сәйәси манипуляцияларҙың төп сараларының береһе. Рекламанан айырмалы рәүештә, пропаганда ҡаты ваҡыт арауығы менән генә сикләнмәй һәм уны асыҡлау еңел түгел. Пропаганда кешеләрҙең хис-тойғоларына ла, аңына ла ҡағыла. Шулай булғас, пропаганда, хис-тойғолар кеүек үк, кире йә ыңғай булырға мөмкин.

Позитив (конструктив) пропаганда<ref name="Цуладзе">Цуладзе А. М. Большая манипулятивная игра. М.: Алгоритм, 2000. — 336 с. С. 100—101.Рецензенты: доктор ист. наук, проф. К. С. Гаджиев, канд. полит, наук Г. Ш. Бокучава</ref> ҡулланыусыға билдәле бер инаныуҙарҙы аңлайышлы итеп еткерергә тырыша. Ыңғай пропаганданың маҡсаты — дөйөм ҡабул ителгән ҡиммәттәргә ярашлы социаль татыулыҡҡа, гармонияға, кешеләрҙе тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү. Ыңғай пропаганда, кире пропаганданан айырмалы рәүештә, манипулятив маҡсаттарға ынтылмай. Шуға ҡарамаҫтан, «конструктив» пропаганданың ысын маҡсаттары йыш ҡына пропагандистар иғлан иткән маҡсаттарға ҡаршы килә.
''Позитив (конструктив) пропаганда''<ref name="Цуладзе">Цуладзе А. М. Большая манипулятивная игра. М.: Алгоритм, 2000. — 336 с. С. 100—101.Рецензенты: доктор ист. наук, проф. К. С. Гаджиев, канд. полит, наук Г. Ш. Бокучава</ref> ҡулланыусыға билдәле бер инаныуҙарҙы аңлайышлы итеп еткерергә тырыша. Ыңғай пропаганданың маҡсаты — дөйөм ҡабул ителгән ҡиммәттәргә ярашлы социаль татыулыҡҡа, гармонияға, кешеләрҙе тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү. Ыңғай пропаганда, кире пропаганданан айырмалы рәүештә, манипулятив маҡсаттарға ынтылмай. Шуға ҡарамаҫтан, «конструктив» пропаганданың ысын маҡсаттары йыш ҡына пропагандистар иғлан иткән маҡсаттарға ҡаршы килә.
Негатив (деструктив) пропаганда<ref name="Цуладзе" /> кешеләргә теге йә был фекерҙәр таға. Кире пропаганданың маҡсаты — социаль нәфрәт уятыу, социаль конфликттарҙы көсәйтеү, йәмғиәттә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы көсәйтеү, кешеләрҙә нигеҙ инстинкттарын уятыу. Был кешеләрҙе бер-беренә ҡаршы ҡуйырға, уларҙы пропагандист ихтыярына буйһонорға мөмкинлек бирә. «Дошман образын» булдырыу технологияһы халыҡты пропагандист тирәләй тупларға, уның өсөн файҙалы булған халыҡ инаныуҙарына һәм стереотиптарына таянырға мөмкинлек бирә. Кире пропаганда был массаларҙы манипуляциялау маҡсатында түбән тәнҡитлелекте һәм тәҡдим итеүсәнлекте әүҙем ҡуллана.
''Негатив (деструктив) пропаганда''<ref name="Цуладзе" /> кешеләргә теге йә был фекерҙәр таға. Кире пропаганданың маҡсаты — социаль нәфрәт уятыу, социаль конфликттарҙы көсәйтеү, йәмғиәттә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы көсәйтеү, кешеләрҙә нигеҙ инстинкттарын уятыу. Был кешеләрҙе бер-беренә ҡаршы ҡуйырға, уларҙы пропагандист ихтыярына буйһонорға мөмкинлек бирә. «Дошман образын» булдырыу технологияһы халыҡты пропагандист тирәләй тупларға, уның өсөн файҙалы булған халыҡ инаныуҙарына һәм стереотиптарына таянырға мөмкинлек бирә. Кире пропаганда был массаларҙы манипуляциялау маҡсатында түбән тәнҡитлелекте һәм тәҡдим итеүсәнлекте әүҙем ҡуллана.

== Хәрби пропаганда ==
== Хәрби пропаганда ==
[[Файл:Пропуск-предложение немецких сил к русским перейти на сторону немецкой армии в состав РОА.jpg|thumb|300px|Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы немец листовкаһы. ]]
[[Файл:Пропуск-предложение немецких сил к русским перейти на сторону немецкой армии в состав РОА.jpg|thumb|300px|Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы немец листовкаһы. ]]
* Әсилеккә төшөү пропагандаһы
* Әсирлеккә төшөү пропагандаһы
: Әсирлекте пропагандалау психологик һуғыштың иң перспективалы һәм һөҙөмтәле йүнәлештәренең береһе булып тора. Әммә дөрөҫ йоғонто яһау формаларын һәм сараларын һайлау бик мөһим:
: Әсирлекте пропагандалау психологик һуғыштың иң перспективалы һәм һөҙөмтәле йүнәлештәренең береһе булып тора. Әммә дөрөҫ йоғонто яһау формаларын һәм сараларын һайлау бик мөһим:
::* әсирлеккә эләгеүҙе биҙәштереү һәм идеаллаштырыу кәрәкмәй;
::* әсирлеккә эләгеүҙе биҙәштереү һәм идеаллаштырыу кәрәкмәй;
43 юл: 43 юл:
Плакат, брошюра, листовка, радио һәм телевидениенан белдереүҙәр кеүек ғәҙәти пропаганда ысулдарынан тыш, пропаганда һынлы сәнғәттең, кино<ref>[http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html |date=2015-04-09 }} Кино — пропаганда тәме булған күңел асыу{{ref-ru}}]</ref>, театр, әҙәбиәт, шиғриәт, социаль төркөмдәрҙең дөйөм мәнфәғәткә ҡағылған социаль тормош проблемаларына йәки күренештәренә йөғонто яһай торған уйындар (интернет, чат, социаль селтәрҙәр) һәм башҡа жанрҙар ҙа ҡулланыла.

Ежи Бузек в [[2009 йыл]]да, за несколько дней до избрания на пост председателя [[Европарламент]]рәйесе вазифаһына һайланыуға тиклем бер нисә көн алдан, «[[Евроньюс]]» каналына интервьюһында пропаганданың төшөнөрлөк формалары кәрәклеге тураһында ошолай тигән:
Ежи Бузек в [[2009 йыл]]да, [[Европарламент]] рәйесе вазифаһына һайланыуға тиклем бер нисә көн алдан, «[[Евроньюс]]» каналына интервьюһында пропаганданы дөрөҫ аңларға кәрәклеге тураһында ошолай тигән:
<blockquote>
<blockquote>
Мин уйлайым, беҙҙең граждандарға яҡын булған мәсьәләләргә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтергә кәрәк, сөнки кешеләргә икмәк һәм май кәрәк, уларҙы көндәлек тормошҡа ҡағылышы булған әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра. Һәм, көрсөк йәки энергетика тураһында әйтелгән юғары һүҙҙәр, уларҙың ҡолаҡтарына барып етмәй. Әгәр энергетик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса һөйләһәк, беҙ, ул нимә була икәне тураһында һөйләргә, йәғни — һеҙҙең йортоғоҙҙағы плитәлә һәр саҡ газ буласаҡ, һеҙҙең розеткала һәр саҡ электр уты буласаҡ, тип әйтергә тейешбеҙ. Беҙ эшләй торған нәмә нәҡ ошо. Беҙ йәмғиәткә яңы технологиялар, яңы әйберҙәр алып килә алабыҙ, газ һеҙҙең йорттарығыҙға, һеҙҙең кухняларға киләсәк, электр уты һеҙҙең залығыҙға инәсәк тигән ышаныста була торған инфраструктураны төҙөй алабыҙ. Әгәр теләһәгеҙ, күсерер кәрәк, сөнки автомобиль рулдәре артында ултырған кешеләр, уларғаэнергия кәрәклеген, бензин кәрәклеген аңлайҙар. Ә беҙ ҡайһы берҙә һүҙҙәребеҙҙе стратосфераға адреслайбыҙ, унда улар юғала, ә беҙгә уларҙы ергә төшөрөр кәрәк<ref>[http://ru.euronews.net/2009/07/10/we-have-got-to-pay-attention-to-our-citizens-because-people-are-interested-in-/ Ежи Бузек, кандидат на пост председателя Европарламента от ЕНП: «Мы должны обратить внимание на вопросы, которые близки нашим гражданам»], «[[Евроньюс]]» от 10/07/09</ref>.

</blockquote>
</blockquote>

11:16, 1 декабрь 2021 өлгөһө

Нимес листовкаһы, 1941 йыл
«Пропагандисты ҡулға алыу», И. Репин картинаһы
«Онотма, Мэн! Һәм ас кубиндарҙы онотма!» Испан-американ һуғышы ваҡытында американ пропагандаһы өлгөһө, Judge журналы, Виктор Гиллам, 1898

Пропага́нда (лат. propaganda — «таратылырға тейеш (ышаныс)», лат. propago — «таратам») — хәҙерге сәйәси дискурста, йәмәғәтселек фекерен булдырыу өсөн йәки башҡа маҡсатта, ниндәйҙер йүнәлештә сәйәси ҡараштар, факттар, аргументтар һәм башҡа мәғлүмәттәр, шул иҫәптән имеш-мимеш һәм ялған мәғлүмәт таратыу һәм аңлатыу эше алып барыу; Ниндәйҙер бер йүнәлештә тәғлимәт, белем таратыу, аңлатыу эше[1].

Төшөнсә варианттары

  • Ҙур совет энциклопедияһы пропаганданы сәйәси, фәлсәфәи, фәнни, нәфис һ.б. ҡараштарҙы һәм идеяларҙы йәмәғәтселек фекеренә индереп масса ғәмәли эшмәкәрлекте әүҙемләштереү тигән төшөнсә бирә. Пропаганданың төп элементтары: субъекты (социаль ҡатлам мәнфәғәтендә башҡарылған пропаганда), эстелеге, форма һәм ысулдары, пропагандалау саралары ((радио, телевидение, матбуғат, лекциялар системаһы аша пропагандалау һ.б.), объекты (пропаганда адресланған аудитория йәки социаль дөйөмлөк булған төркөм).[2].
  • Британника энциклопедияһы «Пропаганда— йәмәғәтселек фекеренә йөғонто яһау өсөн факттар, аргументтар, имеш-мимештәр, ярым ялған йәки ялған мәғлүмәт таратыу. Пропаганда — башҡа кешеләрҙең ышанысына систематик рәүештә төрлө символдар (һүҙ, ишара, плакат, монумент, музыка, кейем, айырмалыҡлы билдәләр, рәсемдәр, почта маркалары) ярҙамында йоғонто яһау өсөн тырышлыҡ күрһәтеү. Пропагандистың мәсьәләне хәл итеү маҡсаты бар. Маҡсатына ирешеү өсөн пропагандист факттарҙы, аргумент һәм символдарҙы һайлап ала. Ҙур ҡаҙаныштарға ирешеү өсөн ул ҡайһы бер факттарҙы төшөрөп ҡалдыра йәки боҙоп күрһәтә, аудиторияныҡ иғтибарын ҡайһы бер сығанаҡтарҙан икенсе сығанаҡҡа йүнәлтә»[3].

Пропаганда тарихы

«Пропаганда» һүҙе 1622 йылда папа Григорий XV ойошторған Congregatio de Propaganda Fide (Дин таратыу конгрегацияһы) тигән католик ойошманан килеп сыҡҡан[3]. Әммә пропаганда был термин барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҡ элек-электән булған. Пропаганданың иң тәүге өлгөһө итеп Хаммурапи ҡанундары йыйылмаһын ҡарарға була. Был ҡанундар илдә ғәҙеллек булдырыу өсөн, көсһөҙҙәрҙе көслөләрҙән яҡлау маҡсатында булдырылған тип ҡабул ителһә лә, ысынбарлыҡта киреһенсә. Закондарҙың эстәлеге маҡсатына ҡапма-ҡаршы килә. Ҡанун ярлы һәм хоҡукһыҙ ҡатлам кешеләрен иҙеп, бай һәм хәлле ҡатмам кешелеренең мәнфәғәтен яҡлай[4].

Пропаганданы күпләп ҡулланыу Беренсе донъя һуғышы йылдарында башлана. Күп дәүләттәр алдында еңеүгә ирешеү өсөн мобилизация зарарлыға һәм йәмғиәттең тарҡаулығы проблемаһы килеп баҫа. Дәүләт сәәсәтен аҡлау һәм нығытыу өсөн төрлө алымдар, фотографиялар, радиотапшырыуҙар ҡулланыла. Шул ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының пропаганда таратыуҙа урыны билдәләнә.

Пропаганда теориялары

Дөйөм алғанда, пропаганда теориялары киң мәғлүмәт сараларына, уларҙың йөкмәткеһенә, йоғонтоһона иғтибарҙы йүнәлткән тәүге теориялар була: тикшеренеүселәр ошо йәки мәғлүмәт ярҙамында киң мәғлүмәт сараларының кешеләргә нисек йоғонто яһай алыуын аңлатырға тырыша, һөҙөмтәлә улар билдәле бер ҡараштарҙы үҙләштерә. Шуға ярашлы, пропаганданың тәүге теориялары бихевиоризм һәм фрейдизм идеяларына нигеҙләнә; уларҙың киҫелешендә ярайһы уҡ пессимистик ҡараштар булған, кешенең тышҡы психологик йоғонтоға ҡарата юғары дәрәжәлә йомшаҡлығы һәм шәхестең рациональ үҙ-үҙеңде тота алмауы күҙ уңында тотола.

Беренсе донъя һуғышынан һуңғы осорға хас булған үрҙә һаналған идеялар дөйөмләштерелмәй, әммә һуңыраҡ уларға «тылсымлы пуля теорияһы» тигән исем бирелә. Был теорияға ул ваҡытта булған психологик һәм социологик ҡараштар менән тап килеү юғары дәрәжәлә хас була һәм хәрби пропаганданың йоғонтоһо тураһында мәғлүмәт менән нығытыла. Һуңыраҡ уның төп положениелары ышанысһыҙ тип кире ҡағыла.

Көнбайыш тикшеренеүселәренең был осорҙа, 1930-сы йылдар аҙағына тиклем, пропагандаға иғтибары америка тибындағы сәйәси системаға һәм йәмғиәттең демократик ҡоролошона янау менән бәйле була: пропаганданың ирекле таралыуы демократия өсөн үлемесле булыр тигән фекер йәшәй. Әммә иһә пропаганданы тыйыу аралашыу азатлығын сикләүҙе тәшкил итер ине — демократик дәүләттең төп принциптарының береһе.

Төп теориялар булараҡ Г. Лассвелл, У. Липпман һәм Дж. Дьюи ижад иткән пропаганда теориялары телгә алына.

Пропаганда маҡсаттары

Пропаганда — сәйәси манипуляцияларҙың төп сараларының береһе. Рекламанан айырмалы рәүештә, пропаганда ҡаты ваҡыт арауығы менән генә сикләнмәй һәм уны асыҡлау еңел түгел. Пропаганда кешеләрҙең хис-тойғоларына ла, аңына ла ҡағыла. Шулай булғас, пропаганда, хис-тойғолар кеүек үк, кире йә ыңғай булырға мөмкин.

Позитив (конструктив) пропаганда[5] ҡулланыусыға билдәле бер инаныуҙарҙы аңлайышлы итеп еткерергә тырыша. Ыңғай пропаганданың маҡсаты — дөйөм ҡабул ителгән ҡиммәттәргә ярашлы социаль татыулыҡҡа, гармонияға, кешеләрҙе тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү. Ыңғай пропаганда, кире пропаганданан айырмалы рәүештә, манипулятив маҡсаттарға ынтылмай. Шуға ҡарамаҫтан, «конструктив» пропаганданың ысын маҡсаттары йыш ҡына пропагандистар иғлан иткән маҡсаттарға ҡаршы килә. Негатив (деструктив) пропаганда[5] кешеләргә теге йә был фекерҙәр таға. Кире пропаганданың маҡсаты — социаль нәфрәт уятыу, социаль конфликттарҙы көсәйтеү, йәмғиәттә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы көсәйтеү, кешеләрҙә нигеҙ инстинкттарын уятыу. Был кешеләрҙе бер-беренә ҡаршы ҡуйырға, уларҙы пропагандист ихтыярына буйһонорға мөмкинлек бирә. «Дошман образын» булдырыу технологияһы халыҡты пропагандист тирәләй тупларға, уның өсөн файҙалы булған халыҡ инаныуҙарына һәм стереотиптарына таянырға мөмкинлек бирә. Кире пропаганда был массаларҙы манипуляциялау маҡсатында түбән тәнҡитлелекте һәм тәҡдим итеүсәнлекте әүҙем ҡуллана.

Хәрби пропаганда

Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы немец листовкаһы.
  • Әсирлеккә төшөү пропагандаһы
Әсирлекте пропагандалау психологик һуғыштың иң перспективалы һәм һөҙөмтәле йүнәлештәренең береһе булып тора. Әммә дөрөҫ йоғонто яһау формаларын һәм сараларын һайлау бик мөһим:
  • әсирлеккә эләгеүҙе биҙәштереү һәм идеаллаштырыу кәрәкмәй;
  • билдәһеҙ әсирлектән ҡурҡыуҙы һәм уның ауырлыҡтарын бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән аныҡ факттар тураһында хәбәр итеү өсөн;
  • хәрби хеҙмәткәрҙәренә өйҙәренә тере ҡайтыу маҡсаты хаҡына әсирлеккә бирелеүҙең урынлы булыуы идеяһына инандырыу.
Психологик операцияларҙың һөҙөмтәлелеген Вьетнам һуғышы миҫалы менән күрһәтергә мөмкин. Хәрби ғәмәлдәр осоронда коммунистик көстәрҙең яҡынса 250 мең һалдаты үҙ ирке менән дошман яғына күсә. Вьетнам армияһының бер һалдатын үлтереү хаҡы уртаса 400 000 доллар тәшкил итһә, шул уҡ ваҡытта әсирлеккә күндереү бер кешегә ни бары 125 доллар тора.
  • Хәрби уңыштарҙы пропагандалау
  • Хаталарҙы тәнҡитле анализ аша пропагандалау
  • Еңелеүҙән ҡурҡыу уятыу юлы менән пропагандалау

Жанр төрлөлөгө

Плакат, брошюра, листовка, радио һәм телевидениенан белдереүҙәр кеүек ғәҙәти пропаганда ысулдарынан тыш, пропаганда һынлы сәнғәттең, кино[6], театр, әҙәбиәт, шиғриәт, социаль төркөмдәрҙең дөйөм мәнфәғәткә ҡағылған социаль тормош проблемаларына йәки күренештәренә йөғонто яһай торған уйындар (интернет, чат, социаль селтәрҙәр) һәм башҡа жанрҙар ҙа ҡулланыла.

Ежи Бузек в 2009 йылда, Европарламент рәйесе вазифаһына һайланыуға тиклем бер нисә көн алдан, «Евроньюс» каналына интервьюһында пропаганданы дөрөҫ аңларға кәрәклеге тураһында ошолай тигән:

Мин уйлайым, беҙҙең граждандарға яҡын булған мәсьәләләргә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтергә кәрәк, сөнки кешеләргә икмәк һәм май кәрәк, уларҙы көндәлек тормошҡа ҡағылышы булған әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра. Һәм, көрсөк йәки энергетика тураһында әйтелгән юғары һүҙҙәр, уларҙың ҡолаҡтарына барып етмәй. Әгәр энергетик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса һөйләһәк, беҙ, ул нимә була икәне тураһында һөйләргә, йәғни — һеҙҙең йортоғоҙҙағы плитәлә һәр саҡ газ буласаҡ, һеҙҙең розеткала һәр саҡ электр уты буласаҡ, тип әйтергә тейешбеҙ. Беҙ эшләй торған нәмә нәҡ ошо. Беҙ йәмғиәткә яңы технологиялар, яңы әйберҙәр алып килә алабыҙ, газ һеҙҙең йорттарығыҙға, һеҙҙең кухняларға киләсәк, электр уты һеҙҙең залығыҙға инәсәк тигән ышаныста була торған инфраструктураны төҙөй алабыҙ. Әгәр теләһәгеҙ, күсерер кәрәк, сөнки автомобиль рулдәре артында ултырған кешеләр, уларғаэнергия кәрәклеген, бензин кәрәклеген аңлайҙар. Ә беҙ ҡайһы берҙә һүҙҙәребеҙҙе стратосфераға адреслайбыҙ, унда улар юғала, ә беҙгә уларҙы ергә төшөрөр кәрәк[7].

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Пропаганда — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (рус.)
  3. 3,0 3,1 PropagandaБританника энциклопедияһында (инг.)
  4. Хаммурапи ҡанундары йыйнтығы (рус.)
  5. 5,0 5,1 Цуладзе А. М. Большая манипулятивная игра. М.: Алгоритм, 2000. — 336 с. С. 100—101.Рецензенты: доктор ист. наук, проф. К. С. Гаджиев, канд. полит, наук Г. Ш. Бокучава
  6. 2015 йыл 9 апрель [https://web.archive.org/web/20150409234055/http://ua-daily.com/politika/kino-razvlechenie-so-vkusom-propagandy.html архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. 2015 йыл 9 апрель архивланған. Кино — пропаганда тәме булған күңел асыу (рус.)]
  7. Ежи Бузек, кандидат на пост председателя Европарламента от ЕНП: «Мы должны обратить внимание на вопросы, которые близки нашим гражданам», «Евроньюс» от 10/07/09