Нәсихәттәр: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
"'''Нәсихәттәр'''— билдәле башҡорт һәм татар мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәрҙәре йыйынтығы. Ризаитдин Фәхретдинов— XIX быуаттың аҙағы XX башында йәшәгән, тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр тыу..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

09:47, 27 декабрь 2021 өлгөһө

Нәсихәттәр— билдәле башҡорт һәм татар мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәрҙәре йыйынтығы. Ризаитдин Фәхретдинов— XIX быуаттың аҙағы XX башында йәшәгән, тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр тыуҙырған күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. «Ғаҡидә», «Ғаилә»,"Ир балалар өсөн нәсихәт", «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», "Ололарөсөн нәсихәт ", «Тәрбиәле әсә», "Тәрбиәле ата ", «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле тәрбиәүи әһәмиәткә эйә китаптар авторы. Был китаптар уҡыу йорттарында педагогик әсбап итеп тә ҡулланылған. 1908—1918 йылдарҙа Ризаитдин Фәхретдинов билдәле эшҡыуар Рәмиевтар саҡырыуы буйынса Ырымбурҙа әҙәби-публицистик «Шура» журналы мәхәррире була[1].

1918 йылда Р.Фәхретдинов кире Өфөгә ҡайта. 1922 йылдан башлап ғүмеренең аҙағынаса (1936) тиклем ул Диниә назаратында мөфтөй вазифаһын башҡара. 1920-се йылдарҙа әҙәби башҡорт теле нормаларын булдырыусы комиссиялар ағзаһы була[2].

XX быуат башында яҙылған йыйынтыҡта «Ир балалар өсөн нәсихәттәр», «Ҡыҙ балалар өсөн нәсихәттәр», «Ололар өсөн нәсихәттәр» тигән бүлектәр бар. Был нәсихәттәр ислам дине ҡағиҙәләренә таянып яҙылһа ла, уның дөйөм әхләҡи ҡиммәте бар.

Мәскәүҙә «Мир знаний» нәшриәтендә 2018 йылда башҡорт телендә сыҡҡан китапҡа инеш һүҙҙе тарих фәндәре кандидаты Әхәт Салихов яҙған[3].

Төп өлөш

Балалар өсөн нәсихәт

Риза Фәхретдинов— башҡорт халҡының алдынғы ҡарашлы оло шәхесе, үҙ заманының иң мәҙәниәтле һәм уҡымышлы кешеләренең береһе. Көнсығыш һәм көнбайыш мәҙәниәт-тәре менән яҡшы таныш күренекле ғалим Р.Фәхретдинов— йәш быуынды тәрбиәләүгә, халыҡты ағартыуға ҙур өлөш индергән мәғрифәтсе. Уның әҫәрҙәрендә, йәштәр төплө белем һәм яҡшы тәрбиә алғанда ғына, уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, бәхетле булыр, тигән фекер ята. Р.Фәхретдиновтың шундай әҫәрҙәренең береһе «Нәсихәт» тип атала. Ул өс китаптан тора. Беренсеһе— ир балаларға, икенсеһе— ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө — ололарға тәғәйенләнгән.

Ризаитдин Фәхретдинов был китапты үҙем гүзәл холоҡломон, шуға һеҙҙе өйрәтергә булдым тигән фекерҙән сығып яҙмауы тураһында әйтеп үтә. Һәр бер кешенең ниндәйҙер кәмселектәре бар, шуға ҡарамаҫтан һәр беребеҙ балабыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышырға бурыслыбыҙ, ти.

«Ир балалар өсөн нәсихәт» — 35, ә «Ҡыҙ балалар өсөн нәсихәт» 27 бүлексәнән тора. Бүлексәләр бер үк баш аҫтында бирелһә лә, был ике китап ир һәм ҡыҙ балаларҙың енси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яҙылған. Тәүге бүлексәләрҙә ата-әсә, туғандар, күршеләр, өй эсендәгеләр, мөғәллим һәм мөғәллимәләр, шәкерттәр, дуҫтар менән аралашыу ҡағиҙәләре ентекләп өйрәтелә. Автор гигиена, тәнде, өҫ-башты таҙа тотоу, йорт-ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ булдырыуҙың, гимнастиканың һаулыҡ һәм күңел көрлөгө өсөн файҙаһын аңлата. Йөҙ, күҙ, ауыҙ, танау, ҡолаҡ, ҡул, баш, сәс тәрбиәһе кеүек һәр ағзаға айырым бүлексәләр бағышлана. Автор ашау-эсеү, мәжлес, табын ҡағиҙәләре лә балаларға кесе йәштән һеңдерелергә тейеш тип иҫәпләй. Р.Фәхретдинов балаларға ултырыу әҙәбен, хатта урамда, тимер юл, пароходта йөрөү тәртибен дә өйрәтә.

Ауырыуҙың хәлен белергә, кәрәк булһа, улар тураһында һис ауырһынмай хәстәрлек күрергә, кешенең ҡайғыһын уртаҡлашырға кәрәклеген аңлата, әҙәпле итеп кеше менән һөйләшеү ҡағиҙәләренә лә иғтибар бүлә мәғрифәтсе.

Дин белгесе булараҡ ул дини тәрбиә һорауҙарын да яҡтыртып үтә. Бынан тыш ир балаларға артыҡ мода, байлыҡ артынан ҡыумаҫҡа, ҡыҙҙарға саманан тыш биҙәнеү әйберҙәрен ҡулланмаҫҡа (ҡатлы-ҡатлы көмөш биҙәүестәрҙән «ҡамыт кеймәҫкә»), биткә аҡ, ҡыҙыл буяуҙар буяу менән мауыҡмаҫҡа, шәриғәт ҡанундарына яраҡлы тыйнаҡ булырға кәңәш итә.

Ризаитдин Фәхретдинов бигерәк тә туғандар менән араларҙы боҙоп ҡуйыуҙан ҡурҡырға өйрәтә. Оло туғандарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, кеселәре тураһында ҡайғыртығыҙ, улар ата-әсәгеҙҙән ҡала иң яҡын кешеләрегеҙ, тип яҙа ул китабында. «Ҡулығыҙҙа булған әйбер менән туғандарығыҙҙы ҡыҙыҡтырып ҡаратып ҡуймағыҙ, уларға ла өлөш сығарығыҙ. Һәр ваҡыт уларға шәфҡәтле булығыҙ»,- тип донъя малы өсөн туғандар менән ыҙғышыуға юл ҡуймаҫҡа өндәй.

Белем алыу һәм һөнәр үҙләштереү тураһында Ризаитдин Фәхретдиновтың: «Мөбәрәк динебеҙгә зарар килтермәҫлек, әхләгегеҙҙе боҙмаҫлыҡ һәм белгәндәрегеҙ менән тәкәбберләнмәҫлек шарт менән нимә генә булһа ла уҡығыҙ, нимә генә булһа ла өйрәнегеҙ һәм ни булһа ла белегеҙ. Былар өсөн һис кем алдында ғәйепле булмаҫһығыҙ һәм бер ваҡытта ла үкенмәҫһегеҙ. Бәлки һеҙ ата-әсә, бөтә ҡарындаштар һәм ҡәбилә, ҡәүем һәм милләт өсөн олуғ шәрәф эшләнгән һәм бөйөк ядкәр ҡалдырған кеше булырһығыҙ», — тигән нәсихәте бөгөн генә хәҙерге заман балаларына төбәп яҙылған кеүек яңғырай.

Р.Фәхретдинов һүрәтләгән ҡайһы бер этикет ҡағиҙәләре бынан йөҙ йыл элек мосолмандар өсөн яҙылғанлыҡтан Европа ҡағиҙәләренә ҡайһы ваҡыт тап килмәүе лә күҙәтелә. Мәҫәлән, ул ҡунаҡҡа йөрөгөндә бер аҙ һуңлап барығыҙ, тип өйрәтә (һәм беҙҙең халыҡ һаман да ошо ғәҙәтен ташламай). Автор ҡыҙ балаға эске кейемегеҙ өсөн киндер туҡыманы үҙегеҙ туҡыһағыҙ, һәйбәт булыр, тигән фекерҙе лә яҙып үтә. Уның эшләп тапҡан аҡсағыҙҙы атайығыҙға һаҡларға биреп ҡуйығыҙ тигән нәсихәтен бәлки бөгөн дә берәйһе үтәй торғандыр, ләкин күпселек был талапты үтәмәй икәне барыбыҙға ла билдәле.

«Ир балаларға нәсихәт»ендә ҙур тормош тәжрибәһе туплаған остаз әллә ниндәй ҙур байлыҡ, дәрәжәләргә ирешһәгеҙ ҙә элек бергә уҡыған иптәштәрегеҙ менән үҙегеҙҙе һауалы, тәкәббер тотмағыҙ, итәғәтле булығыҙ, тип өйрәтә.

Ололар өсөн нәсихәт

«Ололар өсөн нәсихәт» 15 бүлексәнән һәм 11 өгөттән төҙөлгән. Р.Фәхретдинов "Нәсихәт"ен өйләнеүҙең маҡсатын асыҡлауҙан башлап китә һәм башҡа бүлексәләрҙә нисек итеп ышаныслы ғаилә башлығы һәм яҡшы холоҡло ҡатын булырға өйрәтә («Ир әҙәбе», «Ҡатын әҙәбе» һ.б.) Буласаҡ хәләл ефетегеҙҙең байлығына, уның дәрәжәһенә генә ҡарап түгел, холоҡ-фиғелен белеп, үҙегеҙгә тиң булырҙай кешене һайлағыҙ, «күркәм тормош мөхәббәткә, мөхәббәт тәбиғәт берлегенә бәйләнгән өсөн тормош иптәшегеҙ менән тәбиғәтегеҙ тура килгәненә иғтибар итегеҙ, йәғни ни ҡәҙәр ауыр булһа ла тәбиғәтегеҙгә оҡшаш кешеләрҙе табырға тырышығыҙ», тип кәңәш бирә.

Әгәр инде Аллаһ балалар бирһә, уларға яҡшылыҡ һәм әҙәп өйрәтеп, тәрбиәләргә кәрәклекте иҫкәртә.

«Ата һәм әсә ҡағиҙәләре» бүлексәләрендә 22 өгөт-нәсихәттә баланы тыуғандан алып өйләнгәнгә тиклем нисек ҡарарға, уға ниндәй тәрбиә бирергә икәнлеге аңлатыла. Артабан үҙләштергән һөнәреңә, белемеңә тырышлығыңды ҡушып хужалығыңды, ғаилә иҡтисадын нисек алып барырға өйрәтә. Тапҡан малды исраф итмәй, ғаиләң кәрәгенә тотонорға, насар маҡсатта тотонмаҫҡа, лотерея һәм башҡа ҡомарлы уйындар уйнап, туҙҙырмаҫҡа кәңәш бирә.

Китаптың һуңғы өлөшөндә бирелгән 11 өгөттә Ризаитдин Фәхретдинов кешеләр араһында таралған ҡайһы бер боҙоҡлоҡтарҙан, алама ғәҙәтле кешеләрҙән йыраҡ булырға өндәй. Һигеҙенсе өгөттә ул ҡайһы бер мосолмандар араһында ла тарала башлаған кешене түбәнлеккә төшөрә торған эскелеккә, иҫерткес эсеүсе кешеләргә кире ҡарашын белдерә һәм: «Был боҙоҡ ғәҙәт ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс һәм күңелдәргә йәрәхәт бирәсәк хәлдер», — ти. Олуғ аҡыл эйәһе Р.Фәхретдиновтың өгөттәрендәге әҙәп, әхләҡ, кешелеклелек, изгелек, ғәҙеллек, намыҫ һәм башҡа төшөнсәләр хаҡындағы фекерҙәренең әһәмиәте бик ҙур, уларҙа ислам ҡанундары менән бер рәттән быуаттар буйы тупланған ата-бабалар тәжрибәһе, халыҡтың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм традициялары сағылыш тапҡан.

Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙы үҙләштергән, йәғни тәрбиәле, әҙәпле кеше халыҡ ихтирамын яулай, үҙ итмәгәнен, киреһенсә, халыҡ дошман күрә. Риза Фәхретдинов был турала: «Әҙәпле кешеләрҙе Йәнәб-и-Аллаһ һөйә, халҡы ла һөйә, исемдәре онотолмай, донъяла хөрмәтле һәм әхирәттә бәхетле булыр. һәр кем уларҙы үрнәк итер, һәр кем хәйер-доға менән иҫкә алыр, һағыныр. Әҙәпһеҙ кешеләр иһә уларҙың киреһе, Аллаһы Тәғәлә ҡаршында хөрмәтһеҙ, халыҡ күҙендә дошман күренә, исемдәре һөйләнмәй, донъянан үткәндәренә һәр кем рәхәтләнер, бер-ике сәғәт үткәс тә тулыһынса оноторҙар һәм гүйә донъяға килмәгән кеүек иҫәпләрҙәр»,- тип иҫкәртә.

Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙан бер нисәһе. «Ололар өсөн нәсихәт»тә «Ватан һәм милләт» бүлексәһендә Риза Фәхретдинов «ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ», «милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ», тип өгөт бирә. Икенсеһе — ата-әсәгә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам. Балалар өсөн яҙылған ике «Нәсихәт» тә «Ата һәм әсә» бүлексәләренән башлана. «Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн, мөмкин тиклем уларҙың хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ!»- тип һис шикһеҙ үтәлергә тейешле талапты еткерә.

Ризаитдин Фәхретдинов ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөүҙе хупламай, эшһеҙ һәм хәрәкәтһеҙ кеше тәбиәғәтен боҙа, был уны фәҡирләндерә ти.

«Мосолман кешенең теленән, ҡулынан мосолмандар сәләмәт булырға тейеш. Шуның өсөн телегеҙ, ҡулығыҙ һәм һәр хәрәкәтегеҙ менән мосолмандарҙы рәнйетмәгеҙ. Юлға сыҡмаҫтан элек юлдаш табығыҙ. Йорт алмаҫ борон күрше алығыҙ. Кеше көлдөрәсәк һүҙҙе һөйләмәгеҙ. Ҡул аҫтығыҙҙа булғандарҙың холоҡ һәм фиғелдәрен һаҡлағыҙ», -тип ул халыҡ аҡылы һәм тәжрибәһенә таянып, бөтәһенә лә мәғлүм булған тормош һабаҡтарын, әхләҡи ҡанундарҙы һәр кем аңларлыҡ ябай телдә халыҡҡа еткерергә тырыша. Ризаитдин Фәхретдиновтың халыҡ педагогикаһына таянып яҙылған "Нәсихәттәр"ендә дөйөм фекерҙәр һәм идеялар ғына тупланмаған, ә фәнгә нигеҙләнгән, ғәмәлдә тормошҡа ашырылған педагогик ҡанундар бирелгән.

Үҙе халыҡ өсөн бихисап эштәр башҡарған, изгелектәр ҡылған олуғ шәхестең:

«Милләт һәм ватан өсөн хеҙмәт итергә тура килһә, уның өсөн рәхмәт һәм бүләк көтмәгеҙ. Бүләк көтөү шулай ҡалһын, фарыз ҡылдың, милләт һеҙгә яфа ҡылһа, һис үпкәләмәгеҙ, өҫтөгөҙгә йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙән баш тартмағыҙ. „Ҡалаларым һәм ҡәүемдәрем ни ҡәҙәр мине яфалаһалар ҙа, минең алдымда улар һаман хөрмәтле“, — тигән ғәрәп шиғырын' уҡығыҙ һәм шулай итеп күнелегеҙҙе йыуатығыҙ», -тигән һүҙҙәре уның васыяты кеүек ҡабул ителә

.

Иң ҡиммәтле нәсихәт тигән бүлексәлә Р.Фәхретдинов: «Мөбәрәк динебеҙгә зарар килтермәҫлек һәм әхлағығыҙҙы боҙмаҫлыҡ шарт менән генә нимә генә булһа ла уҡығыҙ, өйрәнегеҙ һәм ни булһа ла белегеҙ, былар өсөн һис кем алдында ғәйепле булмаҫһығыҙ, бер ваҡытта ла үкенмәҫһегеҙ, шул саҡта һеҙ бәлки ата-әсә, ҡәүем, милләт өсөн «бөйөк йәдкәр ҡалдырған кеше булырһығыҙ», тип һуңғы иң ҡиммәтле тип атаған нәсиәхтен теүәлләй һәм китабын ошо шиғыр юлдары менән тамамлай:

Хөрмәт эйәләре булһа ла бабайҙар,

Улар кеүек була алмайбыҙ Нәҫел-нәсәп менән ғорурланып,

Улар кеүек эшләй алмайбыҙ.

Әҙәбиәт

  • Фәхретдинов Ризаитдин, Нәсихәттәр / Автор-төҙөүсеһеһәм тәржемәсеһе Әхәт Сәлихов. Мәскәү: Мир знаний,2018. 108 б. ISBN 978-5-9500224-7-0

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр