Нәсихәттәр — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
46 байт алынған ,  7 месяцев назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
Нет описания правки
'''Нәсихәттәр'''— билдәле башҡорт һәм татар мәғрифәтсеһе [[Ризаитдин Фәхретдинов|Ризаитдин Фәхретдинов]]тың әҫәрҙәре йыйынтығы. Ризаитдин Фәхретдинов— XIX быуаттың аҙағы XX башында йәшәгән, тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр тыуҙырған күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. «Ғаҡидә», «Ғаилә»,"Ир балалар өсөн нәсихәт", «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», "Ололарөсөн«Ололар өсөн нәсихәт» ", «Тәрбиәле әсә», "«Тәрбиәле ата "», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле тәрбиәүи әһәмиәткә эйә китаптар авторы. Был китаптар уҡыу йорттарында педагогик әсбап итеп тә ҡулланылған. 1908—1918 йылдарҙа Ризаитдин Фәхретдинов билдәле эшҡыуар Рәмиевтар саҡырыуы буйынса [[Ырымбур]]ҙа әҙәби-публицистик «[[Шура (журнал)|Шура]]» журналы мәхәррире була<ref name="«Шура» журналы">[http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-971 «Шура» журналы]</ref>.
 
[[1918 йыл]]да Р.Фәхретдинов кире [[Өфө]]гә ҡайта. [[1922 йыл]]дан башлап ғүмеренең аҙағынаса (1936) тиклем ул Диниә назаратында мөфтөй вазифаһын башҡара. 1920-се йылдарҙа әҙәби башҡорт теле нормаларын булдырыусы комиссиялар ағзаһы була<ref name="Фахретдинов Ризаитдин Фахретдинович. Башкирская энциклопедия">[http://bashenc.online/ru/articles/73655/ Фахретдинов Ризаитдин Фахретдинович. Башкирская энциклопедия]</ref>.
 
=== Балалар өсөн нәсихәт ===
Риза Фәхретдинов— башҡорт халҡының алдынғы ҡарашлы оло шәхесе, үҙ заманының иң мәҙәниәтле һәм уҡымышлы кешеләренең береһе. Көнсығыш һәм көнбайыш мәҙәниәт-тәре менән яҡшы таныш күренекле ғалим Р.Фәхретдинов— йәш быуынды тәрбиәләүгә, халыҡты ағартыуға ҙур өлөш индергән мәғрифәтсе. Уның әҫәрҙәрендә, йәштәр төплө белем һәм яҡшы тәрбиә алғанда ғына, уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, бәхетле булыр, тигән фекер ята. Р.Фәхретдиновтың шундай әҫәрҙәренең береһе «Нәсихәт» тип атала. Ул өс китаптан тора. Беренсеһе— ир балаларға, икенсеһе— ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө — ололарға тәғәйенләнгән.
 
Ризаитдин Фәхретдинов был китапты үҙем гүзәл холоҡломон, шуға һеҙҙе өйрәтергә булдым тигән фекерҙән сығып яҙмауы тураһында әйтеп үтә. Һәр бер кешенең ниндәйҙер кәмселектәре бар, шуға ҡарамаҫтан һәр беребеҙ балабыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышырға бурыслыбыҙ, ти.
 
«Ир балалар өсөн нәсихәт» — 35, ә «Ҡыҙ балалар өсөн нәсихәт» 27 бүлексәнән тора. Бүлексәләр бер үк баш аҫтында бирелһә лә, был ике китап ир һәм ҡыҙ балаларҙың енси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яҙылған. Тәүге бүлексәләрҙә ата-әсә, туғандар, күршеләр, өй эсендәгеләр, мөғәллим һәм мөғәллимәләр, шәкерттәр, дуҫтар менән аралашыу ҡағиҙәләре ентекләп өйрәтелә. Автор гигиена, тәнде, өҫ-башты таҙа тотоу, йорт-ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ булдырыуҙың, гимнастиканың һаулыҡ һәм күңел көрлөгө өсөн файҙаһын аңлата. Йөҙ, күҙ, ауыҙ, танау, ҡолаҡ, ҡул, баш, сәс тәрбиәһе кеүек һәр ағзаға айырым бүлексәләр бағышлана. Автор ашау-эсеү, мәжлес, табын ҡағиҙәләре лә балаларға кесе йәштән һеңдерелергә тейеш тип иҫәпләй. Р.Фәхретдинов балаларға ултырыу әҙәбен, хатта урамда, тимер юл, пароходта йөрөү тәртибен дә өйрәтә.
 
Ауырыуҙың хәлен белергә, кәрәк булһа, улар тураһында һис ауырһынмай хәстәрлек күрергә, кешенең ҡайғыһын уртаҡлашырға кәрәклеген аңлата, әҙәпле итеп кеше менән һөйләшеү ҡағиҙәләренә лә иғтибар бүлә мәғрифәтсе.
Р.Фәхретдинов һүрәтләгән ҡайһы бер [[этикет]] ҡағиҙәләре бынан йөҙ йыл элек мосолмандар өсөн яҙылғанлыҡтан [[Европа]] ҡағиҙәләренә ҡайһы ваҡыт тап килмәүе лә күҙәтелә. Мәҫәлән, ул ҡунаҡҡа йөрөгөндә бер аҙ һуңлап барығыҙ, тип өйрәтә (һәм беҙҙең халыҡ һаман да ошо ғәҙәтен ташламай). Автор ҡыҙ балаға эске кейемегеҙ өсөн киндер туҡыманы үҙегеҙ туҡыһағыҙ, һәйбәт булыр, тигән фекерҙе лә яҙып үтә. Уның эшләп тапҡан аҡсағыҙҙы атайығыҙға һаҡларға биреп ҡуйығыҙ тигән нәсихәтен бәлки бөгөн дә берәйһе үтәй торғандыр, ләкин күпселек был талапты үтәмәй икәне барыбыҙға ла билдәле.
«"Ир балаларға нәсихәт»"ендә ҙур тормош тәжрибәһе туплаған остаз әллә ниндәй ҙур байлыҡ, дәрәжәләргә ирешһәгеҙ ҙә элек бергә уҡыған иптәштәрегеҙ менән үҙегеҙҙе һауалы, тәкәббер тотмағыҙ, итәғәтле булығыҙ, тип өйрәтә.
 
=== Ололар өсөн нәсихәт ===
«Ололар өсөн нәсихәт» 15 бүлексәнән һәм 11 өгөттән төҙөлгән. Р.Фәхретдинов "Нәсихәт"ен өйләнеүҙең маҡсатын асыҡлауҙан башлап китә һәм башҡа бүлексәләрҙә нисек итеп ышаныслы ғаилә башлығы һәм яҡшы холоҡло ҡатын булырға өйрәтә («Ир әҙәбе», «Ҡатын әҙәбе» һ.б.) Буласаҡ хәләл ефетегеҙҙең байлығына, уның дәрәжәһенә генә ҡарап түгел, холоҡ-фиғелен белеп, үҙегеҙгә тиң булырҙай кешене һайлағыҙ, «күркәм тормош мөхәббәткә, мөхәббәт тәбиғәт берлегенә бәйләнгән өсөн тормош иптәшегеҙ менән тәбиғәтегеҙ тура килгәненә иғтибар итегеҙ, йәғни ни ҡәҙәр ауыр булһа ла тәбиғәтегеҙгә оҡшаш кешеләрҙе табырға тырышығыҙ», тип кәңәш бирә.
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙы үҙләштергән, йәғни тәрбиәле, әҙәпле кеше халыҡ ихтирамын яулай, үҙ итмәгәнен, киреһенсә, халыҡ дошман күрә. Риза Фәхретдинов был турала: «Әҙәпле кешеләрҙе Йәнәб-и-Аллаһ һөйә, халҡы ла һөйә, исемдәре онотолмай, донъяла хөрмәтле һәм әхирәттә бәхетле булыр. һәр кем уларҙы үрнәк итер, һәр кем хәйер-доға менән иҫкә алыр, һағыныр. Әҙәпһеҙ кешеләр иһә уларҙың киреһе, Аллаһы Тәғәлә ҡаршында хөрмәтһеҙ, халыҡ күҙендә дошман күренә, исемдәре һөйләнмәй, донъянан үткәндәренә һәр кем рәхәтләнер, бер-ике сәғәт үткәс тә тулыһынса оноторҙар һәм гүйә донъяға килмәгән кеүек иҫәпләрҙәр»,- тип иҫкәртә.
 
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙан бер нисәһе. «"Ололар өсөн нәсихәт»"тә «Ватан һәм милләт» бүлексәһендә Риза Фәхретдинов «ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ», «милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ», тип өгөт бирә. Икенсеһе — ата-әсәгә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам. Балалар өсөн яҙылған ике «Нәсихәт» тә «Ата һәм әсә» бүлексәләренән башлана. «Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн, мөмкин тиклем уларҙың хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ!»- тип һис шикһеҙ үтәлергә тейешле талапты еткерә.
Ризаитдин Фәхретдинов ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөүҙе хупламай, эшһеҙ һәм хәрәкәтһеҙ кеше тәбиәғәтен боҙа, был уны фәҡирләндерә ти.
Үҙе халыҡ өсөн бихисап эштәр башҡарған, изгелектәр ҡылған олуғ шәхестең: <blockquote>«Милләт һәм ватан өсөн хеҙмәт итергә тура килһә, уның өсөн рәхмәт һәм бүләк көтмәгеҙ. Бүләк көтөү шулай ҡалһын, фарыз ҡылдың, милләт һеҙгә яфа ҡылһа, һис үпкәләмәгеҙ, өҫтөгөҙгә йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙән баш тартмағыҙ. „Ҡалаларым һәм ҡәүемдәрем ни ҡәҙәр мине яфалаһалар ҙа, минең алдымда улар һаман хөрмәтле“, — тигән ғәрәп шиғырын' уҡығыҙ һәм шулай итеп күнелегеҙҙе йыуатығыҙ», -тигән һүҙҙәре уның васыяты кеүек ҡабул ителә </blockquote>.
Иң ҡиммәтле нәсихәт тигән бүлексәлә Р.Фәхретдинов: «"Мөбәрәк динебеҙгә зарар килтермәҫлек һәм әхлағығыҙҙы боҙмаҫлыҡ шарт менән генә нимә генә булһа ла уҡығыҙ, өйрәнегеҙ һәм ни булһа ла белегеҙ, былар өсөн һис кем алдында ғәйепле булмаҫһығыҙ, бер ваҡытта ла үкенмәҫһегеҙ, шул саҡта һеҙ бәлки ата-әсә, ҡәүем, милләт өсөн «бөйөк йәдкәр ҡалдырған кеше булырһығыҙ», тип һуңғы иң ҡиммәтле тип атаған нәсиәхтен теүәлләй һәм китабын ошо шиғыр юлдары менән тамамлай:
<blockquote>Хөрмәт эйәләре булһа ла бабайҙар,
13 103

үҙгәртеү

Навигация