Нәсихәттәр — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
586 байт өҫтәлгән ,  7 месяцев назад
«Ата һәм әсә ҡағиҙәләре» бүлексәләрендә 22 өгөт-нәсихәттә баланы тыуғандан алып өйләнгәнгә тиклем нисек ҡарарға, уға ниндәй тәрбиә бирергә икәнлеге аңлатыла. Артабан үҙләштергән һөнәреңә, белемеңә тырышлығыңды ҡушып хужалығыңды, ғаилә иҡтисадын нисек алып барырға өйрәтә. Тапҡан малды исраф итмәй, ғаиләң кәрәгенә тотонорға, насар маҡсатта тотонмаҫҡа, лотерея һәм башҡа ҡомарлы уйындар уйнап, туҙҙырмаҫҡа кәңәш бирә.
 
Китаптың һуңғы өлөшөндә бирелгән 11 өгөттә Ризаитдин Фәхретдинов кешеләр араһында таралған ҡайһы бер боҙоҡлоҡтарҙан, алама ғәҙәтле кешеләрҙән йыраҡ булырға өндәй<ref name=" Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова">[https://kitaptar.bashkort.org/storage/files/%D0%9D%D3%99%D1%81%D0%B8%D1%85%D3%99%D1%82%D1%82%D3%99%D1%80.pdf Нәсихәттәр. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре хаҡында. Сәриә Сәлихова]</ref>. Һигеҙенсе өгөттә ул ҡайһы бер мосолмандар араһында ла тарала башлаған кешене түбәнлеккә төшөрә торған эскелеккә, иҫерткес эсеүсе кешеләргә кире ҡарашын белдерә һәм: «Был боҙоҡ ғәҙәт ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс һәм күңелдәргә йәрәхәт бирәсәк хәлдер», — ти. Олуғ аҡыл эйәһе Р.Фәхретдиновтың өгөттәрендәге әҙәп, [[әхлаҡ]], кешелеклелек, изгелек, ғәҙеллек, намыҫ һәм башҡа төшөнсәләр хаҡындағы фекерҙәренең әһәмиәте бик ҙур, уларҙа ислам ҡанундары менән бер рәттән быуаттар буйы тупланған ата-бабалар тәжрибәһе, халыҡтың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм традициялары сағылыш тапҡан<ref name="Т.Аминов. Ризаэтдин Фахретдинов — ученый-богослов, педагог и просветитель">[http://www.idmedina.ru/books/materials/?1231 Т.Аминов. Ризаэтдин Фахретдинов — ученый-богослов, педагог и просветитель]</ref>.
 
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙы үҙләштергән, йәғни тәрбиәле, әҙәпле кеше халыҡ ихтирамын яулай, үҙ итмәгәнен, киреһенсә, халыҡ дошман күрә. Риза Фәхретдинов был турала: «Әҙәпле кешеләрҙе Йәнәб-и-Аллаһ һөйә, халҡы ла һөйә, исемдәре онотолмай, донъяла хөрмәтле һәм әхирәттә бәхетле булыр. һәр кем уларҙы үрнәк итер, һәр кем хәйер-доға менән иҫкә алыр, һағыныр. Әҙәпһеҙ кешеләр иһә уларҙың киреһе, Аллаһы Тәғәлә ҡаршында хөрмәтһеҙ, халыҡ күҙендә дошман күренә, исемдәре һөйләнмәй, донъянан үткәндәренә һәр кем рәхәтләнер, бер-ике сәғәт үткәс тә тулыһынса оноторҙар һәм гүйә донъяға килмәгән кеүек иҫәпләрҙәр»,- тип иҫкәртә.
Ризаитдин Фәхретдинов ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөүҙе хупламай, эшһеҙ һәм хәрәкәтһеҙ кеше тәбиәғәтен боҙа, был уны фәҡирләндерә ти.
«Мосолман кешенең теленән, ҡулынан мосолмандар сәләмәт булырға тейеш. Шуның өсөн телегеҙ, ҡулығыҙ һәм һәр хәрәкәтегеҙ менән мосолмандарҙы рәнйетмәгеҙ. Юлға сыҡмаҫтан элек юлдаш табығыҙ. Йорт алмаҫ борон күрше алығыҙ. Кеше көлдөрәсәк һүҙҙе һөйләмәгеҙ. Ҡул аҫтығыҙҙа булғандарҙың холоҡ һәм фиғелдәрен һаҡлағыҙ», -тип ул халыҡ аҡылы һәм тәжрибәһенә таянып, бөтәһенә лә мәғлүм булған тормош һабаҡтарын, әхләҡи ҡанундарҙы һәр кем аңларлыҡ ябай телдә халыҡҡа еткерергә тырыша. Ризаитдин Фәхретдиновтың халыҡ педагогикаһына таянып яҙылған "Нәсихәттәр"ендә дөйөм фекерҙәр һәм идеялар ғына тупланмаған, ә фәнгә нигеҙләнгән, ғәмәлдә тормошҡа ашырылған педагогик ҡанундар бирелгән<ref name="Р.Калимуллин. Педагогика Ризаэтдина Фахретдинова">[http://www.idmedina.ru/books/materials/?1239 Р.Калимуллин. Педагогика Ризаэтдина Фахретдинова]</ref>.
 
Үҙе халыҡ өсөн бихисап эштәр башҡарған, изгелектәр ҡылған олуғ шәхестең: <blockquote>«Милләт һәм ватан өсөн хеҙмәт итергә тура килһә, уның өсөн рәхмәт һәм бүләк көтмәгеҙ. Бүләк көтөү шулай ҡалһын, фарыз ҡылдың, милләт һеҙгә яфа ҡылһа, һис үпкәләмәгеҙ, өҫтөгөҙгә йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙән баш тартмағыҙ. „Ҡалаларым һәм ҡәүемдәрем ни ҡәҙәр мине яфалаһалар ҙа, минең алдымда улар һаман хөрмәтле“, — тигән ғәрәп шиғырын' уҡығыҙ һәм шулай итеп күнелегеҙҙе йыуатығыҙ», -тигән һүҙҙәре уның васыяты кеүек ҡабул ителә </blockquote>.
13 103

үҙгәртеү

Навигация