Сулпан: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: избранная статья bg:Венера (планета)
ә Робот: избранная статья bs:Venera
74 юл: 74 юл:
{{Link FA|ar}}
{{Link FA|ar}}
{{Link FA|bg}}
{{Link FA|bg}}
{{Link FA|bs}}


[[af:Venus (planeet)]]
[[af:Venus (planeet)]]

14:14, 15 март 2012 өлгөһө

Ҡалып:Infobox күк есеме ВенераҠояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе эске планета. Венера ла, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.

Венера күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Венера Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны Шәреҡ йондоҙо, йәки Сулпан йондоҙо тип атайҙар.

Венера Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Венера ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Венераның йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Венераның рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Венерала углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.

Бик борон Венера йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған.

Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Венера йөҙө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Венерала плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла.

Венерала атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М.В. Ломоносов аса.

Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA