Кеҫә телефоны: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Кеҫә телефоны''' – [[Мобиль телефон|мобиль телефон]], [[GSM – форматы]] элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион [[Телефон|телефон]] [[Коммутация|коммутацияһын]] ҡуллана.

[[Рәсем:Cell phones.jpg|thumb|200px|right]]

Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе – бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, [[Спутник телефоны|спутник телефоны]], [[Радителефон|радителефон]] һәм [[Магистраль элемтә|магистраль элемтә]] аппараты мобиль телефондарҙан һаналһала, кеҫә телефонынғына мобиль телефон тип һанайҙар.

07:22, 4 апрель 2012 өлгөһө

Кеҫә телефонымобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион телефон коммутацияһын ҡуллана.

Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе – бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, спутник телефоны, радителефон һәм магистраль элемтә аппараты мобиль телефондарҙан һаналһала, кеҫә телефонынғына мобиль телефон тип һанайҙар.

Кеҫә телефоны – ҡатмарлы юғары технологик электрон ҡоролма. Уға: 2-4 СВЧ-диапазонындағы ҡабул итеү ҡоролмаһы, махсуслаштырылған идара итеү контроллёры, төҫлө/монохром дисплейы, интерфейс ҡоролмаһы, аккумулятор инә. Күп телефондар уникаль номерҙан тора (атам. IMEI – мобиль ҡоролманың халыҡ-ара идентификаторы). IMEI кеҫә телефоны эшләнелгән мәлдә бирелә һәм 15 һандан тора, телефондың модификацияланмаған өлөшөнә яҙыла. Был номер телефондың аккмуляторы аҫтында, этикеткаһында, баҫтырылған, шулай уҡ телефон коробкаһында (упаковкаһында) ҡуйылған (штрих-код аҫтында). Күпкенә телефондарҙа клавиатураһында *#06# кодын йыйып белергә мөмкин.

Күпкенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн SIM-карта ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Волть.

Ябай халыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».

Тарихы

  • 1946 йыл – АҠШ-та, Сент-Луис ҡалаһында AT&T Bell Laboratories компанияһы үҙенең автомобилендә телефон элемтәһе ҡуйыу буйынса эксперимент башлай.
  • 1947 йыл – Bell компанияһында эшләүсе Дуглас Ринг һәм Рей Янг мобиль элемтә өсөн алты яҡлы күҙәнәк принцибын тәҡдим итәләр.
  • 6 март, 1983 йыл – Motorola компанияһы беренсе булып һатыуға кеҫә телефонын сығара. DynaTAC 8000X аппаратын уйлап сығарыр өсөн $100 млн һәм 15 йыл ваҡыт кәрәк була. Телефондың ауырлығы 794 грамм, ҙурлығы 33x4,4x8,9 см тәшкил итә. Телефон $3995 тора.
  • 1984 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 300 000 кешегә етә.
  • 2003 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 1 200 000 000 кешегә етә.

Һылтанмалар