Ҡыҙыл Байраҡ ордены: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот косметические изменения
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: eo:Ordeno de Ruĝa Standardo (Sovetunio)
34 юл: 34 юл:
[[de:Rotbannerorden]]
[[de:Rotbannerorden]]
[[en:Order of the Red Banner]]
[[en:Order of the Red Banner]]
[[eo:Ordeno de Ruĝa Standardo (Sovetunio)]]
[[es:Orden de la Bandera Roja]]
[[es:Orden de la Bandera Roja]]
[[et:Punalipu orden]]
[[et:Punalipu orden]]

11:06, 11 май 2012 өлгөһө

Ҡыҙыл Байраҡ ордены, (урыҫса Орден Красного Знамени). ВЦИК ҡарары (декрет) менән 1918 йылдың 16 сентябрендә Граждандар һуғышы ваҡытында Совет Рәсәйендә булдырылған. Тәүге исеме — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены Граждандар һуғышы ваҡытында ошондай уҡ ордендар башҡа Совет республикаларында ла булдырылған. 1924 йылдың 1 августында Совет республикаларының бөтә ордендары СССР-ҙың дөйөм ордены — Ҡыҙыл Байраҡ ордены итеп үҙгәртелә.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ҡыҙыл Байраҡ ордены таҫмаһы

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ҡыҙыл Байраҡ ордены, хәрбиҙәрҙең тәҡдиме буйынса, һуғыш ваҡытында айырыуса батырлыҡ, фиҙәҡәрлек һәм тәүәкәллек күрһәткән кешеләрҙе, хәрби частәрҙе, хәрби караптарҙы, хәрби берләшмәләрҙе бүләкләү өсөн булдырыла. Был хәрби орден менән Ҡыҙыл йондоҙ гәзите, Ленинград, Ташкент, Волгоград, Севастополь һәм башҡа ҡалалар бүләкләнгән.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән беренсе бүләкләнеүселәр:

1-се һанлы орден — Василий Константинович Блюхер;
2-се һанлы орден — Иван Фёдорович Федько;
3-сө һанлы орден — Иосиф Виссарионович Сталин.

Климент Ефремович Ворошилов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән алты тапҡыр бүләкләнә. Василий Константинович Блюхер — биш тапҡыр.

1930 йылда Ленин Ордены булдырылғанға тиклем Ҡыҙыл Байраҡ ордены йәш Совет дәүләтенең иң оло бүләге булған.

Орден тасуирламаһы

Ордендың уртаһында аҡ эмаль менән ҡапланғын түңәрәктә алтын ураҡ һәм сүкеш урынлашҡан. Түңәрәк үҙе алтын лавр таж менән уратылған. Түңәрәк аҫтына ҡыҙыл йондоҙ, уның аҫтына сатрашланғын ҙур сүкеш, һабан, факел һәм ҡыҙыл байраҡ урынлашҡан. Ҡыҙыл байраҡта «Пролетарии всех стран соединяйтесь!»тигән яҙыу бар. Ордендың ситен уратҡан алтын лавр тажда «СССР» тигән яҙыулы ҡыҙыл таҫма урынлашҡан. Ҡыҙыл Байраҡ ордены көмөштән эшләнә. Ордендың бейеклеге — 40 мм, киңлеге — 36,3 мм. Беренсе Ҡыҙыл Байраҡ ордендары ҡыҙыл таҫма өҫтөнә тағып йөрөтелгән. Һуңыраҡ ситтәрендә тар һәм уртаһында киң аҡ һыҙат төшөрелгән ҡыҙыл таҫмаға уратылған биш мөйөшле нигеҙгә эленгән.