Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Саган Фәриҙә Ҡудашева битенең исемен йүнәлтеү өҫтөнән үҙгәртте. Яңы исеме: Ҡудашева Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы
(айырмалар юҡ)

14:59, 22 сентябрь 2012 өлгөһө

Фәриҙә Ҡудашева — Рәсәйҙең атҡаҙанған артискаһы (1972), Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы (1956), Башҡортостандың халыҡ артискаһы (1968), Татарстандың халыҡ артискаһы (1990). 1920 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандын Шишмә районы Келәш ауылында тыуған, башҡорт ҡыҙы.

Фәриҙә кескәй сағынан уҡ йырларға ярата. Дүртөйлөлә 7 синыфты тамамлағас 1936 йылда Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә белем ала. 1939 -1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1948 йылда уның йырлағанын радионан ишеткәс бөтә илгә таныла. 1944- 1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1956 йылдан, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы булып эшләгәгәндә тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше, күренекле башҡорт артист-композиторы Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итәләр.

Башҡорт эстрада сәнғете үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Уның сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы яратып ҡарайҙар.

Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын ала. Сәнғәттә хеҙмәте миҙалдар, почетлы исемдәр менән баһалана. Фәриҙә Йәһүт ҡыҙына 1995 йылда Өфө ҡалаһының почетлы гражданины исеме бирелә.

Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90 йәшендә вафат булды.

2010 йылдың 10 октябрендә мосолман зыяратында ерләнде.

Һылтанмалар