Мышы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Xqbot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.7.3) (робот юйҙы: cr:ᒨᔅ
ә r2.7.2+) (робот үҙгәртте: fr:Alces
63 юл: 63 юл:
[[fi:Hirvi]]
[[fi:Hirvi]]
[[fo:Elgur]]
[[fo:Elgur]]
[[fr:Alces alces]]
[[fr:Alces]]
[[gl:Alce]]
[[gl:Alce]]
[[he:אייל קורא]]
[[he:אייל קורא]]

01:47, 10 октябрь 2012 өлгөһө

Мышы
Мышы
Батшалыҡ Хайуандар
Тип Хордалылар
Класс Һөтимәрҙәр
Инфракласс Плаценталылар
Отряд Айры тояҡлылар
Ярым отряд Көйшәүселәр
Ғаилә Боландар
Ярым ғаилә Ҡоралайҙар
Ырыу Мышылар
Төр Мышы
Халыҡ-ара фәнни исеме
Moose distribution.png
Йәшәү ареалы
Мышы

Мышы (лат. Alces alces) — ҡуштояҡтар төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була.Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ.

Ул боландар нәҫеленә инә. Ата мышының кәүҙә оҙонлоғо өс метр, бейеклеге ике метрҙан ашыу була. Муйыны ҡыҫҡа, йыуан. Башы ҙур. Ҡолаҡтары оҙон булһа, ҡойроғо бик ҡыҫҡа. Мөгөҙөнөң ауырлығы 20 килограмға, ҡоласы ике метрға етә. Ноябрьғинуар айҙарында мөгөҙө төшә һәм март айында яңынан үҫә башлай.

Мышылар йәшәү урыны итеп урмандағы йылға, күл буйҙарын хуп күрәләр. Ҡышын уҫаҡ, тал, миләш, ҡарағай һәм башҡа ағастарҙың ҡайырыһы, ботаҡтары, бөрөләре менән туҡланалар.

Инә мышы май, июнь айҙарында ике быҙау, һирәк осраҡта бер быҙау килтерә. Ай тулыуға улар әсәләренә эйәреп, йүгереп йөрөйҙәр. Өс ай ярым тик һөт менән генә туҡланалар.

Башҡортостанда мышыларҙың һаны кәмей бара. Рөхсәт менән уларға һунар итеү ҡаралған.