Леонардо да Винчи: өлгөләр араһындағы айырма
EmausBot (фекер алышыу | өлөш) ә r2.7.2+) (робот өҫтәне: udm:Леонардо да Винчи; косметические изменения |
EmausBot (фекер алышыу | өлөш) ә r2.7.2+) (робот үҙгәртте: ckb:لیۆناردۆ دا ڤینچی |
||
106 юл: | 106 юл: | ||
[[ca:Leonardo da Vinci]] |
[[ca:Leonardo da Vinci]] |
||
[[ch:Leonardo da Vinci]] |
[[ch:Leonardo da Vinci]] |
||
[[ckb: |
[[ckb:لیۆناردۆ دا ڤینچی]] |
||
[[crh:Leonardo da Vinçi]] |
[[crh:Leonardo da Vinçi]] |
||
[[cs:Leonardo da Vinci]] |
[[cs:Leonardo da Vinci]] |
10:04, 27 октябрь 2012 өлгөһө
Леонардо да Винчи | |
Leonardo da Vinci | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
близ Винчи, Флорентия республикаһы |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Уҡыған урыны: | |
Ҡурсалаусылары: | |
Влияние на: | |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Леона́рдо ди сер Пье́ро да Ви́нчи (итал. Leonardo di ser Piero da Vinci; 15 апрель 1452, , Флоренцияла Винчи ҡалаһы янында, Анкиано ауылы — 2 май 1519, Кло-Люсе замогы, Амбуаз янында, Турень ҡалаһы, Франция) — бөйөк итальян рассамы, скульпторы, архитекторы) һәм ғилимы (анатом, тәбиғәтте өйрәнеүсе), уйлап табыусы, яҙыусы, Яңырыу дәүеренең күренекле шәхесе.
«Универсаль кеше» нең (лат. homo universalis) яҡты өлгөһө.
Биографияһы
Бала сағы
Леонардо да Винчи 1452 йылдың 15 апрелендә Винчи янында Анкиано ауылында тыуа. “Шәмбә, төнгө сәғәт өстә ейәнем– улым Пьероның улы тыуҙы. Малайға Леонардо тип исем куштыҡ. Уны отец (дин әһеле) Пьеро ди Бартоломео суҡындырҙы”—, олатаһы көнделегендә шулай тип билдәләп үткән.. Уның ата-әсәһе 25 йәшлек нотариус Пьеро һәм уның һөйгән йәре крәҫтиән кыҙы Катерина була. Леонардо беренсе йылдарҙа әсәһе менән була. Атаһы бай һәм танылған ҡатынға өйләнә, әммә был никах балаһыҙ була. Шуға Пьеро өс йәшлек улын үҙ ҡарамағына ала. Әсәһенән айырылған Леонардо ғүмере буйына үҙе төшөргән шедеврҙарҙа әсәһен хәтеренә төшөрөргә тырыша. Ул заманда Италияла никахтан тыш тыуған балаларға мөнәсәбәт законлы вариҫтарға кеүек булған. Винчи ҡалаһының күп кешеләре Леонардоның киләсәк яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнаша.
Леонардоға 13 йәш булғанда үгәй әсәһе бала тапҡанда үлә. Атаһы тағы өйләнә – һәм яңынан тол ир булып ҡала. Ул 67 йәшкә тиклем йәшегән, дүрт мәртәбә өйләнгән һәм 12 балаһы булған. Атаһы Леонардоны ғаилә һөнәренә өйрәтеп ҡараған, әмма Леонардоны йәмғиәт закондары ҡыҙыҡһындырмаған. Ул ваҡытта фамилия булмаған, “да Винчи” фәкать " Винчи ҡалаһынан тигәнде аңлатҡан ». Уның тулы исеме - Leonardo di ser Piero da Vinci, ягъни, “Винчи ҡалаһынан Леонардо, Пьеро әфәнде улы”.
Ҡаҙаныштары
Хәҙерге заман кешеләренә Леонардо рәссам булараҡ билдәле. Бынан тыш уның скульптор була алыуында иҫәптән сығарырға ярамай. Да Винчи үҙен инженер һәм ғалим тип иҫәпләй. Һынлы сәнғәткә ул бик аҙ ваҡытын бүлә һәм бик әкрен эшләй. Шуға күрә уның һынлы сәнғәттә мираҫы бик күп түгел, күп эштәре юғалған йәки боҙолған. Әммә уныә донъя мәҙәниәтенә индергән өлөшө, Италияның Яңырыу дәүерендәге рәссамдар менән сағыштырғанда ла мөһим булып тора. Уның хеҙмәттәре аша һынлы сәнғәт яңы үҫеш ала. Леонардонан алда килгән Ренессанс рәссамдары урта быуаттар сәнғәтендәге ҡайһы бер шарттарҙан баш тарта. Был реализмға ынтылыш була, перспектива, анатомия, композицияла бик күп алымдар үҙләштерелгән була.
Фән һәм инженер эше
Үҙе йәшәгәндә, берҙән бер танылған, уйлап сығарған әйбере — пистолет ҡабыҙыу замогы. Был механизм XVI быуат урталарында киң тарала, хата XIX быуаттала осрай.
Леонардо да Винчи "осоу" мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. Миланда бик күп рәсемдәр эшләй һәм ҡоштарҙың осоу механизмын өйрәнә. Бынын тыш күп һынауҙар үткәрә, уларҙың барыһы ла уңышһыҙ була. Леонардо осоу аппаратын эешләргә теләй.
Баштараҡ, Дедал һәм Икар һымаҡ, ҡанаттар ярҙамында мускул көсө менән осоуҙы өйрәнә. Һуңынан, аппаратҡа кеше беркетелеп ҡуйылырға тейеш түгел, ул ирекле рәүештә аппарат менән идара итергә тейеш, ә аппарат үҙ көсө менән хәрәкәткә килергә тейеш тигән фекергә килә. Асылда был аэроплан идеяһы була.
Леонардо да Винчи вертикаль осоу һәм төшөү аппаратын эшләү тураһында уйлай.
Леонардо да Винчи ике линзалы телескопэшләүҙе лә тәҡдим итә.
Уйлап сығарған әйберҙәре
- Парашют — 1483
- Пистолет замогы
- Велосипед
- Танк
- Армия өсөн күсерелмә күперҙәр
- Прожектор
- Катапульта
- Робот
- Ике линзалы телескоп
-
Парашют
-
осоу машинаһы чертёжы
-
Хәрби машина
-
Осоу аппараты
-
Автомобиль
-
Арбалет
-
Йыш атыу ҡоралы
-
Хәрби барабан
-
Прожектор
-
Витрувиан кешеһе — кеше рәсемендә алтын киҫелеш
Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA