Леонардо да Винчи: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.3) (робот өҫтәне: bxr:Леонардо да Винчи
MerlIwBot (фекер алышыу | өлөш)
ә робот өҫтәне: min:Leonardo da Vinci
175 юл: 175 юл:
[[mhr:Леонардо да Винчи]]
[[mhr:Леонардо да Винчи]]
[[mi:Leonardo da Vinci]]
[[mi:Leonardo da Vinci]]
[[min:Leonardo da Vinci]]
[[mk:Леонардо да Винчи]]
[[mk:Леонардо да Винчи]]
[[ml:ലിയനാർഡോ ഡാ വിഞ്ചി]]
[[ml:ലിയനാർഡോ ഡാ വിഞ്ചി]]

21:42, 7 февраль 2013 өлгөһө

Леонардо да Винчи
Leonardo da Vinci
Тыуған:

15 апрель 1452({{padleft:1452|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Винчиянында, Флорентия республикаһы

Үлгән:

2 май 1519({{padleft:1519|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (67 йәш)

Үлгән урыны:

Кло-Люсе замогы, Амбуаз янында, Турень герцоглығы

Ил:

 Флоренция республикаһы[d]

Уҡыған урыны:

Андреа Верроккьо

Ҡурсалаусылары:

Лодовико Сфорца, Чезаре Борджиа, Франциск I

Влияние на:

Леонардески
Рафаэль Санти

Имза:

Викимилектә эштәре

Леона́рдо ди сер Пье́ро да Ви́нчи (итал. Leonardo di ser Piero da Vinci; 15 апрель 1452, , Флоренцияла Винчи ҡалаһы янында, Анкиано ауылы  — 2 май 1519, Кло-Люсе замогы, Амбуаз янында, Турень ҡалаһы, Франция) — бөйөк итальян рассамы, скульпторы, архитекторы) һәм ғалимы (анатом, тәбиғәтте өйрәнеүсе), уйлап табыусы, яҙыусы, Яңырыу дәүеренең күренекле шәхесе.

«Универсаль кеше» нең (лат. homo universalis) яҡты өлгөһө.

Биографияһы

Бала сағы

Леонардо да Винчи 1452 йылдың 15 апрелендә Винчи янында Анкиано ауылында тыуа. “Шәмбе, төнгө сәғәт өстә ейәнем– улым Пьероның улы тыуҙы. Малайға Леонардо тип исем ҡуштыҡ. Уны отец (дин әһеле) Пьеро ди Бартоломео суҡындырҙы”—, олатаһы көндәлегендә шулай тип билдәләп үткән. Уның ата-әсәһе 25 йәшлек нотариус Пьеро һәм уның һөйгән йәре крәҫтиән кыҙы Катерина була. Леонардо беренсе йылдарында әсәһе тәрбиәһендә үҫә. Тиҙҙән атаһы бай һәм танылған ҡатынға өйләнә, әммә был никах балаһыҙ була. Шуға Пьеро өс йәшлек улын үҙ ҡарамағына ала. Әсәһенән айырылған Леонардо ғүмере буйы үҙ шедеврҙарында уны һынландырырға тырыша. Ул заманда Италияла никахтан тыш тыуған балаларға мөнәсәбәт законлы вариҫтарға кеүек булған. Винчи ҡалаһының күп абруйлы кешеләре Леонардоның киләсәк яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнаша.

Леонардоға 13 йәш булғанда үгәй әсәһе бала тапҡанда үлә. Атаһы тағы өйләнә – һәм яңынан тол ир булып ҡала. Ул 67 йәшкә тиклем йәшәгән, дүрт тапҡыр өйләнгән һәм 12 балаһы булған. Атаһы Леонардоны ғаилә һөнәренә өйрәтеп ҡараған, әмма Леонардоны йәмғиәт закондары ҡыҙыҡһындырмаған. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек фамилия булмаған, “да Винчи” фәҡәт " Винчи ҡалаһынан тигәнде аңлатҡан ». Уның тулы исеме - Leonardo di ser Piero da Vinci, йәғни, “Винчи ҡалаһынан Леонардо, Пьеро әфәнде улы”.

Ҡаҙаныштары

Хәҙерге заман кешеләренә Леонардо рәссам булараҡ билдәле. Бынан тыш уның скульптор була алыуын да иҫәптән сығарырға ярамай. Да Винчи үҙен инженер һәм ғалим тип һанай. Һынлы сәнғәткә ул бик аҙ ваҡытын бүлә һәм бик әкрен эшләй. Шуға күрә уның һынлы сәнғәттә мираҫы бик күп түгел, күп эштәре юғалған йәки боҙолған. Әммә уның донъя мәҙәниәтенә индергән өлөшө, Италияның Яңырыу дәүерендәге рәссамдар менән сағыштырғанда ла мөһимерәк. Уның хеҙмәттәре аша һынлы сәнғәт яңы үҫеш ала. Леонардонан алда килгән Ренессанс рәссамдары урта быуаттар сәнғәтендәге ҡайһы бер шарттарҙан баш тарта. Был реализмға ынтылыш була, перспектива, анатомия, композицияла бик күп алымдар үҙләштерелгән була.

Фән һәм инженер эше

Үҙе йәшәгәндә, берҙән бер танылған, уйлап сығарған әйбере — пистолет ҡабыҙыу замогы. Был механизм XVI быуат урталарында киң тарала, юғары кимәлдә булыу сәбәпле хатта XIX быуатта ла осрай.


Леонардо да Винчи "осоу" мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. Миланда бик күп рәсемдәр яһай һәм ҡоштарҙың осоу механизмын өйрәнә. Бынын тыш күп һынауҙар үткәрә, уларҙың барыһы ла уңышһыҙ була. Леонардо осоу аппаратын эшләргә теләй. Баштараҡ, Дедал һәм Икар һымаҡ, ҡанаттар ярҙамында мускул көсө менән осоуҙы өйрәнә. Һуңынан, аппаратҡа кеше беркетелеп ҡуйылырға тейеш түгел, ул ирекле рәүештә аппарат менән идара итергә тейеш, ә аппарат үҙ көсө менән хәрәкәткә килергә тейеш тигән фекергә килә. Асылда был аэроплан идеяһы була. Леонардо да Винчи вертикаль осоу һәм төшөү аппаратын эшләү тураһында уйлай.

Леонардо да Винчи ике линзалы телескопэшләүҙе лә тәҡдим итә.

Уйлап сығарған әйберҙәре

Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA