Иләс: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
136 юл: 136 юл:
1940 йылда – 394 кеше, 1989 йылда – 90 йортта 372 кеше, 2009 йылда – 318 кеше, шулар араһында: 134 ир-ат, 184 ҡатын-ҡыҙ.
1940 йылда – 394 кеше, 1989 йылда – 90 йортта 372 кеше, 2009 йылда – 318 кеше, шулар араһында: 134 ир-ат, 184 ҡатын-ҡыҙ.


== Турат сағылы ==
== Турат сағылы ==
Турат тип аталыуға килгәндә, бал туралағы легендаларҙы ситләтеп үтеү мөмкин түгел.
Турат тип аталыуға килгәндә, бал туралағы легендаларҙы ситләтеп үтеү мөмкин түгел.
397 юл: 397 юл:


{{Хәйбулла районы ауылдары}}
{{Хәйбулла районы ауылдары}}

[[Категория:Хәйбулла районы ауылдары]]
[[Категория:Хәйбулла районы ауылдары]]

14:20, 19 апрель 2013 өлгөһө

Ауыл
Иләс
Иләс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла районы

Координаталар

51°45′53″ с. ш. 58°12′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 832 002

ОКТМО коды

80 655 432 106

Рәсми сайт

ilyas-turat.clan.su

Иләс (Рәсәй)
Иләс
Иләс
Иләс (Башҡортостан Республикаһы)
Иләс

Иләс (Турат) ауылы — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы, Яңы Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 359 кеше[1].

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны динамикаһы:

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 359 181 178 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 12 км
  • Ауыл советына тиклем (Яңы Ергән): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара, Ырымбур ѳлкәће): 54 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай, Башҡортостан): 121 км

Ауыл тарихы

Иләс ауылы старшина Һағынбай Күҫәков командаһына ҡараған. Тарихтан билдәле булыуынса, 1798 йылдан алып башҡорттар шулай уҡ Үҫәргәндәр ҙә, хәрби казачье сословиеға әүерелә. Улар үҙ сығышы иҫәбенә - үҙенең аты, һуғыш ҡоралы, аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы менән ил сиген һаҡларға тейеш булған. Ил сиге Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйлап һуҙылған, ә Яйыҡ иләстәргә бары 25-35 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ағып ята. Яйыҡ буйлап крепостар, уларға яҡын тирәлә дистанциялар, пикеттар барлыҡҡа килтергән, пикет - бәләкәй генә һаҡсы отряд, дозор торған урын. Ҡайһы бер дистанциялар, пикеттар урынында ауылдар үҫеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе сигендәге Новочеркасск-Разоренный ауылын элек башҡорт ҡарттары "Бикәт, Пикәт" тип атап йөрөткәндәр.

Иләс ҡарт XVIII быуат аҙағында (1787 йылда) үҙенең дүрт улы менән Ҡыҙыл Мәсет (Мораҡ) яғынан Һүрән буйынан күсеп ултырған. Башта Умань (урыҫ ауылы, хәҙер инде юҡ) эргәһенә нигеҙ һала, ә һуңынан хәҙерге урынына күскән.

1816 йылғы 7-се ревизия буйынса Иләстә 10 хужалыҡ - "двор" булып, унда 31 ир-ат, 17 ҡатын-ҡыҙ донъя көткән.

Исемлектең башында 88 йәшлек Шәрифйән Иләсов тигән аҡһаҡал тора, тимәк ул 1728 йылғы булып сыға. Шәрифйән ҡарт ул саҡта үҙенең 25 йәшлек Әбделкәрим атлы улы менән йәшәгән. Әбделкәримдең Әбдерғәфәр, Әбделмәннән һәм Йәнтимер исемле 3-8 йәшлек малайҙары йүгереп йөрөгән. Исемлеккә икенсе һаны менән 30 йәшлек ир уҙаманы Искәнйәр Әбделмәнов яҙылған. Уның ғаиләһе булмаған. Исемлектә өсөнсө булып Ҡунаҡҡас Иләсов тора, 72 йәштә. Ул үҙенең 32 йәшлек Йәмилисмәғил исемле улы менән бергә йәшәгән. Йәмилисмәғилдең бер улы (Бикмөхәмәт - 3 йәш) һәм бер ҡыҙы булған (Гөлзифа 4 йәштә) булған.

Исемлек артабан түбәндәгесә дауам итә: 67 йәшлек Рәхмәтулла Иләсов, уның Байғөбәк, Буранғол һәм Иманғол исемле 3 улы булған. 27 йәшлек Байғөбәк үҙенең 8 йәшлек Йәғәфәр, Мөхәмәтәмин исемле малайҙарын үҫтергән. Икенсе улы Буранғол 1814 йылда Ватан һуғышында һәләк булған.

Ишкиде Ураҙғолов, 44 йәштә үҙенең 3 малайын (Ильяс, Ғиниәт, Ярал) үҫтергән. 78 йәшлек Һатыусал Иләсов үҙенең хорунжий булып хеҙмәт иткән улы Ишбулды Иләсов менән йәшәп ятҡан.

Шулай уҡ бында 53 йәшлек Ниғмәтулла Аҫҡаров та үҙенең ике улы һәм ҡыҙҙары менән көн күргән һәм башҡалар. 1834 йылда Иләс 16 хужалыҡтан тороп унда бөтәһе 98 кеше йәшәһә, хужалыҡта 248 кеше, ә 1859 йылда унда 45 хужалыҡта. Иләс ауылға әйләнә, ҙурая.

«Ырымбур губернаһы. Ауыл-ҡалалар теҙмәһе. 1866й.» китабында ошондай яҙыуҙар бар: Орск уезды, 2-се стан, №772 Иләс ауылы (Ильясово, Турат), башҡ., Турат йылғаһы буйында урынлашҡан, иҫке линия тракты (уң яғы), Орск – Өҫкөурал ҡалалары почта тракты (һул яғы) араһында. Уезд ҡалаһынан 80 саҡрым, стан фатирынан 30 саҡрым, йорт һаны – 43, халҡы: 142 ир-ат, 107 ҡатын-ҡыҙ. 1889 йылда ауылда 39 йортта 463 кеше, 1900 йылда – 91 йорт һәм 459 кеше. Ауылда 1 мәҙрәсә, 1 мәсет, 1 һыу тирмәне эшләгән. Ә инде ошо быуат баштарында (1917 йылда) 138 хужалыҡ булып, 625 кеше йәшәгән. Ауыл икегә бүленгән: "Яңы ауыл", "Иҫке ауыл". 1940 йылда – 394 кеше, 1989 йылда – 90 йортта 372 кеше, 2009 йылда – 318 кеше, шулар араһында: 134 ир-ат, 184 ҡатын-ҡыҙ.

Турат сағылы

Турат тип аталыуға килгәндә, бал туралағы легендаларҙы ситләтеп үтеү мөмкин түгел. Беренсе легенда: Хәҙерге Иләс ауылына ҡыҙ күҙләргә бер кейәү-егете ҡанатлы туры толпарға атланып килә. Кеше күҙенә күрһәтмәҫкә күпме генә тырышһа ла, әрһеҙ еңгәйҙәрҙән ҡотола алмаған. Уларҙың күҙе тейеүҙән ҡанатлы туры толпар-аты йән бирә. Уны ауыл эргәһендәге сағылға күмәләр. Шуға ла ауылға Турат (Туры + ат) сағылы исеме бирелгән.

Икенсе легенда - Таштуғай легендаһы. Таштуғай ауылында кейәүҙә булып, Көнһылыу исемле ҡыҙ ҡаса. Ул ҡыҙҙы ҡыуа төшәләр, Турат тауында ҡыуып етһәләр, Көнһылыу ҡаянан ташлана. Шул ҡаяны "Көнһылыу ташы" тиҙәр беҙҙә.

Көнһылыуҙың атаһы был хәбәрҙе ишеткәс, ҡарт Туры аты менән сабып килә. Ат күбеккә бата, хужаһын алып килеп еткереп, йән бирә. Атты сағылға ерләйҙәр.Шунан бирле сағыл - Турат сағылы тип йөрөтөлә.

Ѳсѳнсѳ легенда. Борон, халыҡ йөрмәгән саҡта, был яҡтарға ҡаҙаҡ-ҡалмыҡтар йәйләүгә килер булған. Бер ҡалмыҡ байы менән ошо яҡтың бер байы ҡоҙалаша. Кейәү егете ҡайны йортонда була, ҡыҙ менән күрешә. Ә ҡайтыр осорҙа: «Ҡара ҡаҙҙар ҡайтҡан саҡта, мине көт!» ти…

Бер көндө ҡыҙ, еңгәһе менән ҡымыҙ бешеп йөрөгәндә, көлөп ебәрә.

– Нимәгә көләһең? – тип еңгәһе аптырап ҡала.

– Ҡара ҡаҙҙар ҡаңғылдашҡанын ишеттем. Минең әйттерелгән егетем килә! – ти ҡыҙ, йылмайып.

– Көньяҡҡа ҡара әле, ана аҡ тирмә егетеңдеке түгелме икән?!

Эйе. Алыҫта аҡ тирмә күренә. Ҡатын-ҡыҙҙар шул яҡҡа юллана. Еңгәләре килеп етеүгә егет ҡаршы сыға, алып килгән бүләктәрен тарата. – Ниңә тирмәңә саҡырмайһың, әллә берәү бармы? – тип еңгәйҙәре һорай – әйҙә инеп ҡарайыҡ әле! – Тирмәлә берәүҙә юҡ! – ти егет, - мин булмағанда тирмәғә инмәгеҙ, әгәр инер булһағыҙ миңә, зинһар өсөн, әйтегеҙ. Кейәү егетте ҡайны йортона оҙаталар. Уның хөрмәтенә ҡунаҡ саҡыралар. Ҙур туй башлана. Шул арала еңгәйҙәре, берәүгәлә өндәшмәй генә тирмә яғына юллана.

Ә тирмәлә толпар туры ат. Туры атты егет, күҙ тейеүҙән ҡурҡып, ошо аҡ тирмәлә йәшергән булған. Еңгәйҙәре килеп ингәндә, толпар ҡанатын йәйеп ятҡан була. Улар килеп ингәнде һиҙмәйҙә ҡала толпар, ҡанатын йыйып өлгөрмәй. Ә ҡатын-ҡыҙҙар, иҫтәре китеп, урындарында ҡатып ҡала, күҙҙәрен толпарҙан алмай. Еңгәйҙәрҙең күҙе тейеүҙән, шул арала туры ат йән бирә. Егет ныҡ ҡайғыра. Тау башына ҡәбер ҡаҙа ла, толпарын ерләй. Ҡәбергә, аты менән ҡуша, алтын эйәрен, үрелгән йүгәнен һала. Үкһеп илай.

– Нимәгә ҡайғыраһың, кейәү? – тине ҡайны. – Әллә миндә, һин ҡайтып етерлек, ат юҡ тиһеңме әллә? Ҡайны кеше ат кәсәген, толпар ерләнгән сағыл һыртына, ҡыуып алып килергә ҡуша. Егет һәр атты ҡарап сыҡты, күңеленә ятҡаны булманы.

– Һәй, көтөүселәр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе бай. – Кәсәктән ат тороп ҡалманымы? Көтөүселәр:

– Ҡышты насар үткәргән, бер нисә алаша ҡалды.

– Алып килегеҙ уларында, - фарман бирҙе бай.

Ул алашаларҙы алып килгәс, бай:

– Кәсәк араһына индә, йүгәнеңде шылтырат. Ҡайһы ат ҡарай, шуны тот- ти. Егет, кәсәк араһына инеп, йүгәнен шылтырата. Йүгән шылтырауына бер бәләкәй генә, ҡышҡы йөнөндә ҡойоп бөтмәгән, тай ҡарай. Кейәү егетенә тай оҡшамай, ул тағы бәхетен һынап ҡарарға була, ләкин шул тай ғына борола.

– Ошо минең бәхетемдер, - тип, көрһөнөп ҡуя егет.

Егет барып тайҙы тот ала, менеп тә ала.

– Шунан, ат яҡшымы? – тип һорай бай.


– Төҫкә матур булмаһа ла, йөрөшө матур, - ти егет. Шул арала бер кеше күк юрғала йылға аша сыға ла, туҡтапта тормай, сабып үтеп тә китә.

– Ниңә туҡтаманы, ә эргәнән үтеп ките әле? – тип аптырап ҡалды бай. – Бар, кейәү, ҡыуып етеп, кем, ҡайҙан икәнен белеш әле. Егет һыбайлы артынан ҡыуа төшә. Һуң ғына ҡайтып инә.

– Йә, ҡыуып еттеңме? – тип һорай һалды бай.

– Юҡ, ҡыуып етеп, кем икәнен белешә алманым – ул Урал тауының аръяғына сығып ките.

– Эй, улым, - ти аҡһаҡал. – Ул һыбайлы – үткән заман. Һин түгел, һинең ата-бабаларың уны ҡыуып етә алманы. Уны берәүҙә ҡыуып етә алмай.

Көҙ еткәс егет ҡайтырға йыйына башлай. Күмәкләп оҙон юлға әҙерләйҙәр. Уны оҙатырға бар халыҡ йыйыла. Атына менеп ултырғас, егет кәләшенең толомон тамырынан уҡ ҡырҡып ала ла, ҡыҙға бирә:

– Мә, тот. Сәстәрең ошо толомоң буйына етһә, мин һине алып ҡайтырға килермен. Ә ошоғаса мине көтмә. Ошо китеүҙән егет юҡ була. Был яҡтарҙа ул күренмәй.

Шунан бирле был, дала уртаһында ҡалҡып сыҡҡан, сағылды, туры толпар хөтмәтенә, Турат сағылы тиҙәр. Ул Иләс ауылының көньяғында, Өлкән Ҡурғы буйында, Умын кисеүе янында. Туры аттың ҡәберенә ике яҡтан таш ҡуйылған. Ул изге урындарҙан һанала. Борон-борон замандан «Турат сағылы» көйөн ҡурайҙа уйнайҙар…

== Тағы бер тарихи мәғлүмәт --

Бер мәл, бер ауылдан икенсе ауылға, икенсе волость, икенсе ырыу кешеләрен дә күсереп ултыртыу башланған. Быны Иләс-Турат ауылы миҫалынан да күреп була. 1834 йылда Башҡорт ғәскәрҙәре Баш командующийының бойороғо нигеҙендә 9-сы кантондың 15-се йортонан шул уҡ кантондың 5-се йортона, йәғни Иләсҡа, Ҡыпсаҡ волосы "Ҡары" (Ҡара) түбәһенән 26 ир-егет һәм 21 ҡатын-ҡыҙҙан торған ете ғаилә күсерелгән. "Ҡары" (Ҡара) түбәһенә Ҡарағужа, Биктимер, Ҡабан һәм Ҡолсом ауылдары ингән. Ҡыпсаҡтар ҡушылғас, "дистанция" халҡы күбәйә төшкән. 8-се ревизияла 98 кеше йәшәһә, шул уҡ 1834 йылдың аҙағында, ревизиянан һуң унда 135 кеше көн күргән. Шулай итеп, Иләс-Туратта Үҫәргән (Айыуҙар) һәм Ҡыпсаҡтар (Ҡары) (Ҡара) башҡорттары йәшәп алып киткәндәр.

Билдәле кешеләр

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҠАТНАШҠАН ЯУГИР АУЫЛДАШТАР

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Аллабирҙин Муллағәле Кинйәғәле улы, хххх йыл хххх йыл мәғлүмәт
Аллабирҙин Мырҙағәле Кинйәғәле улы,
Аллабирҙин Муллахәмит Кинйәғәле улы,
Аллабирҙин Йосоп Ғәлләм улы,
Аллабирҙин Шаһивәли Ғәлләм улы,
Аллабирҙин Аҡмал Морат улы,
Аллабирҙин Абдулла Йомағәле улы,
Асҡаров Әхмәтьязар Низаметдин улы,
Асҡаров Хисаметдин Низаметдин улы,
Айсыуаҡов Төхвәт Хөсәйен улы,
Байсурин Исмәғил,
Байсурин Ишкилде,
Байсурин Нуретдин Хәмитйән улы,
Байғусҡаров Тимербулат Харис улы,
Биксәмбәтов Шәкирйән Сабирйән улы,
Биксәмбәтов Шаһиморат Шаһибал улы,
Дауытов Зәйнулла,
Ильясов Зәйнулла Әмирхан улы,
Ильясов Әхмәт Мулләхмәт улы,
Ҡоломбәтов Йәнбәк Мырҙағәле улы,
Ҡотлобаев Йомағужа Солтангәрәй улы,
Ҡарабатыров Исмәғил Хәсән улы,
Килдебаев Ғибаҙулла Хөснөтдин улы,
Ҡырымғужин Аллабирҙе Ғәриф улы,
Ҡырымғужин Хәсән Әфлитүн улы,
Ҡырымғужин Мәхйән Яхия улы,
Ҡырымғужин Хажиәхмәт Мәхйән улы,
Ҡырымғужин Әхәт Мәхмүт улы,
Ҡырымғужин Хәйретдин Мәхмүт улы,
Ҡырымғужин Дәүләт,
Ҡырымғужин Иҙрис,
Ҡырымғужин Зәйнулла Салауат улы,
Ҡырымғужин Фәйзулла Салауат улы,
Ҡырымғужин Аҡмал Зариф улы,
Ҡунаҡасов Хәмит Латиф улы,
Ҡунаҡасов Ғиниәт Батырша улы,
Ҡунаҡасов Шәрифйән Ғибәҙулл улы,
Ҡунаҡасов Мортаза Мостафа улы,
Ҡунаҡасов Хәммәт Мостафа улы,
Ҡунаҡасов Әйүп Мостафа улы,
Ҡунаҡасов Шаһимырҙан Шаһиғәле улы,
Ҡунаҡасов Төхвәтулла Фәтхулла улы,
Ҡунаҡасов Сәлих Ғәлиәхмәт улы,
Ҡунаҡасов Хәйрулла Сәлмән улы,
Ҡунаҡасов Ғиззәтулла Сәлмән улы,
Ҡунаҡасов Фәйзулла Сәлмән улы,
Ҡунаҡасов Әбүзәр Әҙһәм улы,
Ҡунаҡасов Әнүәр Әҙһәм улы,
Ҡунаҡасов Сәләхетдин Сәйфетдин улы,
Ҡунаҡасов Ғәле Зыя улы,
Ҡунаҡасов Әхмәтғәле Әхмәтулла улы,
Кәримов Шиһабетдин Минхажетдин улы,
Кәримов Фәттәхетдин Шиһабетдин улы,
Кәримов Әбделхаҡ Фәтхулла улы,
Кәримов Ишмырҙа Нотфулла улы,
Күбәков Ғөбәйҙулла Шәриф улы,
Күбәков Ғарифулла Ситдиҡ улы,
Күбәков Саҙыҡ Ғәзиз улы,
Күҫәков Йыһанша Баҙалиш улы,
Күҫәков Ирғәле Ҡорманғәле улы,
Күҫәков Миңлеғәли Ҡорманғәле улы,
Латыпов Батый Моталлип улы,
Нағаев Фәйзулла Ғибаҙулла улы,
Рәхмәтов Хәммәт Вәлиша улы,
Рәхмәтов Мөхәмәтйәмил Усман улы,
Рәхмәтов Кәфиф Хөсәйен улы,
Рәхмәтов Ҡорманғәле Сафарғәле улы,
Рәхмәтов Әхмәтзариф Сафарғәле улы,
Рәхмәтов Миңлеғәли Сафарғәле улы,
Рәхмәтов Ғәлиулла Әхмәҙулла улы,
Рәхмәтов Ғүмерҙак Муллағәле улы,
Рәхмәтов Рәхмәт Муллағәле улы,
Рәхмәтов Хәмитйән Яңыбай улы,
Рәхмәтов Әхмәтхан Әлебай улы,
Таһиров Фәйзирахман Бәхтийәр улы,
Таһиров Сәйфулла Хәмит улы,
Түләшов Иҙрис Әбделкәрим улы,
Туҡбаев Ғәрифйән Сабирйән улы,
Туҡбаев Фазылйән Мотағолла улы,
Ураҡов Әхмәтдин,
Ураҡов Ғәҙелша Ғәле улы,
Шәрипов Вәзирхан Сәмерхан улы,
Шәрипов Вәлиулла Бикмөхәмәт улы,
Шәрипов Насырйән Баймөхәмәт улы,
Шәрипов Зәкирйән Баймөхәмәт улы

Һылтанмалар

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)