Рәсүлев Талха Ғайса улы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә
Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
ә (Робот: косметик үҙгәртеүҙәр)
}}
 
'''Талха Ғайса улы Рәсүлев''' – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Зәки Вәлидиҙең]] яҡын көрәштәштәренең береһе. [[Ырымбур губернаһы]] Верхнеуральск өйәҙенең (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Учалы районы]]) Әүәз ауылында тыуған булһа кәрәк. Атаһы Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев арҙаҡлы шәхес. Мәшһүр “Илсе Ғайса” йырының авторы. Ахун дәрәжәһен ала. 1904–1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. 3-сө Манжур армияһы штабында мулла булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.
Талха Рәсүлев ике туған ағаһы – башҡорттоң арҙаҡлы ишаны Зәйнулла Рәсүлевтың Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Беренсе донъя һуғышына алынып, герман фронтында йөрөп ҡайта. 1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Талха Рәсүлевтың исеме Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә йыш телгә алына.
{{начало цитаты}}“''Талхаға ҡағыҙҙарҙы, алтын һәм ҡағыҙ аҡсаларҙы биреп, шул уҡ көндәме, иртәгеһенәме Чумляк станцияһына оҙаттыҡ. әгәр Владивостоктағы Япония консуллығында һөйләшеү һөҙөмтә бирмәһә, Японияға сығып, уларҙың булышлығында Көнсығыш Рәсәй мосолмандарының фажиғәле хәлен донъяға белдереү бурысын йөкмәттек''”, {{конец цитаты}}– тип яҙа Зәки Вәлиди.
 
Талха Рәслүлев Силәбе ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы баш күтәргәнен ишетеп, кире әйләнеп ҡайта. “''Партизан отрядтарыбыҙға таянып милли ғәскәр ҡорһаҡ, большевиктарҙы мәмләкәтебеҙҙән ҡыуып сығарырға мөмкин буласаҡ, тигән фекергә килдек. Ошо фекергә инанғанлыҡтан, был көн беҙҙең өсөн шатлыҡлы булды, кисен байрам иттек. Тағандарҙың (был мәлдә Ғәлимйән Тағандың тыуған ауылы Тәңреғолда була улар – А.Я.) бер маһир ҡурайсыһы бар икән, шуны саҡырҙылар. Ҡымыҙ ҙа, әсе бал да бар ине. Башҡорт бейеүҙәренә маһир Талха, Муса Кәлим, Ғәлимйән Таған бер-бер артлы төшөп бейенеләр. Мин дә уларҙан ҡалышманым. Иртәгеһенә Силәбегә киттем''”, – ти Вәлиди.
1918 йылдың июнь башында Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте яңынан тергеҙелә. Башҡорт эшмәкәрҙәре Чехословактар ярҙамында башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшенә тотона. Оҙаҡламай Башҡорт армияһын ойоштороу буйынса идара органы – Башҡорт хәрби шураһы булдырыла. Талха Рәсүлев хәрби шураның ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың июнь-июль айҙарында ул Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Вәлидиҙең махсус йомоштарын үтәүсе вазифаһын башҡара. Июль аҙағында тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонының эшен яйға һалыу менән мәшғүл була. Тәүәккәл ир-уҙаманы Т. Рәсүлевты Тамъян-Ҡатай кантоны етәксеһе – башҡармаһы рәйесе итеп һайлайҙар. Кантондың етәкселек органы – үҙәге Верхнеуральск ҡалаһында урынлаша. 1918 йылдың 5 октябрендә Ырымбурға Башҡорт хөкүмәтенә ебәргән донесениеһында Т. Рәсүлев былай тип хәбәр итә:
 
{{конец цитаты}}
 
1918 йылдың октябрендә Тамъян-Ҡатай кантонының башҡармаһы Ҡаҙаҡҡол ауылына күсә. Ноябрь айында власҡа Колчак килеү менән аҡтар менән Башҡорт хөкүмәтенең мөнәсәбәттәре ҡырҡыулаша. Колчак Башҡорт хөкүмәте, кантондарҙағы ғәскәри начальниктарҙы бөтөрөргә, башҡорт ғәскәрҙәрен туранан-тура Дутовҡа буйһондороға тигән фарман бирә. Башҡорт етәкселеге Колчактың бойороғон үтәргә ашыҡмай. Аҡтарҙан өмөтөн өҙгән милли-хәрәкәт лидерҙары Советтар менән һөйләшеүҙәр башлай. Һөҙөмтәлә 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыға. Талха Рәсүлев ошо һынылышлы осорҙа, Башҡортостан автономияһы өсөн тарихи ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай.
1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында 1-се Бөтөн Башҡорт хәрби съезы үтә. Съезд барышында Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте – Башревком ойошторола. Элекке Башҡорт хөкүмәте үҙенең бөтә вәкәләттәрен яңы идара органына тапшыра. Талха Рәсүлев милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре М. Халиҡов, Я. Салихов, Н. Таһиров, Ғ. Айытбаев һәм Ғ. Мөхәмәтйәровтар менән бергә Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана.
 
Оҙаҡламай Талха Рәсүлевҡа тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә. Ул, Мәскәүгә киткән Абдулла Әҙеһәмовтың урынына, Башҡорт Совет Республикаһының аҙыҡ-түлек буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан автономияһы өсөн үтә лә ауыр осорҙа, 1919 йылдың февраль-март айҙарында, Т. Рәсүлев аҙыҡ-түлек мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Тиҙҙән Колчак армияһы ҡыҙылдарҙы Башҡортостандан ҡыҫырыҡлай башлай. Темәстә урынлашҡан Башревком тәүҙә Мораҡҡа, Иманғолға күсенергә, артабан Саранский ҡалаһына эвакуацияланырға мәжбүр була.
1919 йылдың авгусында Башревком Башҡортостанға ҡайта. Республиканың урындағы власть органдары эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә башлай. Талха Рәсүлев, тыуған яғына ҡайтып Тамьян-Ҡатай кантонында эшләй. 1920 йылдың май аҙағында Т. Рәсүлев Башсовнархоз Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Әммә бында уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 16 июнь Башревком ағзалары Үҙәк Совет власының мәкерле милли сәйәсәтенә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп, эштән китә. Зәки Вәлиди кәңәше буйынса башҡорт эшмәкәрҙәре Төркөстанға юллана. “Хәтирәләр”ҙән күренеүенсә, Талха Рәсүлев Төркөстанда Зәки Вәлиди янында йөрөй. Әммә уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. журналист-публицист Рәүеф Насиров яҙыуынса, Талха Рәсүлев Төркөстандағы милли хәрәкәт уңышһыҙлыҡҡа осрағас, Алыҫ Көнсығышҡа киткән, аҙаҡ Ҡытайға сыҡҡан.
 
== Сығанаҡтар ==
# Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре тураһында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 202-204 биттәр.
14 646

үҙгәртеү

Навигация