Шәкәр кукурузы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә
Derslek (фекер алышыу) эшләгән үҙгәртеүҙәр Регион102 өлгөһөнә к…
ә (Derslek (фекер алышыу) эшләгән үҙгәртеүҙәр Регион102 өлгөһөнә к…)
 
== Игелеү тарихы ==
Шәкәр кукурузы [[Үҙәк Америка|Үҙәк]] һәм [[Көньяҡ Америка]]нан сыҡҡан; тыуған ерендә ул — 3—5 мең йылдарҙан бирле игелә торған үҫемлек<ref>[http://www.tatknigafund.ru/books/1760/read#page404 Мәүлүдова Л.Г., Ботаника: Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр системаһы: Юғары уҡыу йорттары өсен дәреслек бит404] {{ref-tt}}</ref>. Башҡа фекер буйынса, бынан 8000 йыл элек [[Мексика]]лағы Бальсас үҙәнлеге индеецтары иҫ китмәле бер үҫемлекте йорт тирәләрендә үҫтерә башлайҙар. Шулай итеп, маис (кукуруз) был кешеләрҙе аусылыҡ менән көн күреүсе күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа әйләндерә<ref>[http://tatyash.ru/get.php?12011|21.htm#0 «Ҡырҙар батшаһы»] {{ref-tt}}</ref>.
Х. [[Колумб]] һ.б. диңгеҙселәр ярҙамы менән кукуруз Европала пәйҙа була: башта [[Испания]]ға, шунан һуң [[Англия]]ға, [[Португалия]]ға, [[Франция]]ға, [[Италия]]ға килеп инә. Европанан иһә [[Һиндостан]]ға, [[Ҡытай]], [[Индонезия]]ға «сығып китә». Йөҙ йыл да уҙмай, флораның әлеге иҫ китмәле вәкиле бөтөн донъяға тарала.
Ер йөҙендәге иң боронғо культураларҙың берһе булған шәкәр кукурузы ауыл хужалығына нигеҙ һала. Кукуруз игә башлау менән, уның «тирәһендә» башҡа төрлө [[һөнәрселек]]тәр ҙә тыуа һәм үҫә, һөҙөмтәлә, [[цивилизация]] барлыҡҡа килә. Һис икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин: Америка ҡитғаһының барлыҡ боронғо цивилизацияларының да сәскә атыуы кукурузға бәйле. Индеецтар уларҙан 200 төрҙән артыҡ тәғәм әҙерләй белгәндәр. Ҡыҙҙырғандар ҙа, бешергәндәр ҙә, япрағынан һут һәм шараб яһағандар, сәскә һеркәһен сумса эслеге итеп файҙаланғандар. Япрағы шулай уҡ түбә ябыуға, кәүҫәһе стена яһауға, ә ҡалдыҡтары усаҡ яғыуға киткән.
 
== Аҙыҡ-түлек булараҡ һәм иҡтисади әһәмиәте ==
Кукуруздың әһәмиәте бик ҙур, ул ҡиммәтле бөртөклө аҙык һәм тереклек аҙығы культураһы. Һабағы һәм япраҡтарынан [[ҡағыҙ]], [[линолеум]], [[вискоза]], яһалма бөкө яһайҙар. Ярмаларынан май һығалар, [[крахмал]] алалар, емешлек бағанасыҡтары [[медицина]]ла ҡулланыла.<ref>[http://www.tatknigafund.ru/books/1760/read#page404 Мәүлүдова Л.Г., Ботаника: Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр системаһы: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек бит404] {{ref-tt}}</ref> Был культура башлыса аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡалланыла, бынан тыш мал өсөн фураж була ала. Шулай уҡ кукуруздан юғары сифатлы [[спирт]] һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла яһайҙар.
 
Ер шарында бөгөн кукуруз бойҙайҙан ҡала иң күп игелә торған культура. АҠШ-та йыл һайын 300 миллион тонна кукуруз орлоғо йыйып алына, [[Ҡытай]]ҙа – 145, ә Рәсәйҙә барлығы 3 миллион тонна ғына. Әлбиттә, Америкала моның 85 проценты мал-тыуарға ашатыла, һәм шуға да ундағы малдарҙың итенең йомшаҡлығы, һутлығы менән айырылып тора. Дөйөм алғанда, кукуруз ете төргә бүленә: шуның бишеһе техник культураға инә – ул малдарға ашатыу, ярма, крахмал, май яһау өсөн тотонола, ә ике төрө ашау өсөн китә. Һәр американлы йылына 1,5 килограмм кукуруз орлоғо ашай. Шәкәрле сортын сей килеш һәм консервлап ашайҙар, ә ярыла торган сортынан [[попкорн]] яһайҙар.<ref>[http://tatyash.ru/get.php?12011|21.htm#0 «Ялан батшаһы»] {{ref-tt}}</ref>
 
{|
 
== Сәләмәтлек өсөн файҙаһы ==
Кукурузды ысын мәғәнәһендә сәләмәтлекте ҡайғыртыусы тип атарға мөмкин.. Ул – [[йөрәк]] һәм [[ҡан әйләнеше]] системаһына бик тә кәрәкле К витаминының иң яҡшы сығанактарының береһе. Был үҫемлектең тағын бер ыңғай яғы – унда Е витаминының күп булыуы. Был витамин – организмдың ҡартайуын тотҡарлаусы. Кукурузда нервы системаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булган В төркөмө витаминнары ла, иммунитетты көсәйтеүсе С витамины ла, һөйәк һәм тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итеүесе Д витамины ла, шулай уҡ тимер, йөрәкте һаҡлаусы һәм матдәләр алмашыныуын нормалләштереүсе калий һәм магний ҙа бар. Таҙартылмаған кукуруз майы аппетитты түбәнәйтә һәм ябыҡтырыусы күп диеталарҙа файҙаланыла. Кукуруз ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡ һәм спиртлы эсемлектәрҙең организмга китергән зыянын кәметергә ярҙам итә. «Баҫыуҙар батшаһы» бауыр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, шуға күрә уны холецистит һәм гепатиттарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итеүсе туҡланыу рационына индерәләр. Ваҡланған орлоғо яраларҙы төҙәтергә ярҙам итә, уны дерматиттарҙы (тән боҙолоуы) дауалауҙа ла ҡулланалар. Ә кукуруз сәсе исә (рыльца) һейҙек, үт ҡыуҙырғыс һәм ҡан туҡтатҡыс, һейҙек һәм үт ҡыуығындағы таштарҙы иретеүсе һәм ағыулануға ҡаршы сара һанала.<ref>[http://tatyash.ru/get.php?12011|21.htm#0 «Кырлар патшасы»] {{ref-tt}}</ref>
[[Файл:Western corn rootworm.jpg|200px|thumb|right|Diabrotica]]
 
 
 
Диабротика – кукуруз культураһына бик ҙур зыян китереүсе ҡоротҡос. Ҡуңғыҙҙың личинкалары тәүҙә кукуруздың тамырҙарын зарарлый, үҫеп етеп ҡуңғыҙға әйләнгәс, үҫемлектең япраҡ һәм кәсәнен кимерергә керешә. Һөҙөмтәлә кукуруз сәкәндәре орлоҡ бирер дәрәжәлә үҫеп етә алмай. Россельхознадзор идараһы белгестәре әйтеүенсә, диабротикаға ҡаршы бик көслө пестицидтар ярҙамында ғына көрәшеп була.<ref>[http://tatyash.ru/get.php?11818|14.htm#0 Диабротика – кукуруз культураһына бик ҙур зыян килтерүсе ҡоротҡос.] {{ref-tt}}</ref>
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
* [[Попкорн]]
 
==Сығанаҡтар==
* [[:tt:Кукуруз|Татарса Википедия]]
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}

Навигация