Чжу Си — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
209 байт алынған ,  8 лет назад
Артабан бер нисә тапҡыр, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, хакимиәттә юғары вазифаларға тәғәйенләнә. Чжу Си сәйәсәттә ул саҡтағы Ҡытайҙың төп дошманы  — чжурчжән дәүләте Цзингә ҡарата бик тиҫкәре ҡарашта була. Был иһә хакимдарҙың һуғышсан күршеһе менән һыйышып йәшәү ынтылышына ҡаршы килә. Һөҙөмтәлә Чжу Си хакимиәттә 9 йыл, 46 көн һарайҙа лектор булып эшләп ҡала. 1195 йылда, императорға тәнҡитле доклад яҙыуының эҙемтәләрен һиҙенеп, күрәҙәлек ҡыла. Дунь (Ҡасыу) тигән гексаграмма төшә — һуңғараҡ быны ул псевдоним итеп ала — Дунь-вэн (Ҡасҡын ҡарт)<ref name="Dukhovnaya_kultura_Kitaya_Filosofiya_2006" />.
 
Йыш ҡына отставкала булыу сәбәпле, ул фәҡирлектә йәшәй һәм конфуцийсылар өсөн түбәнселек һаналған китап нәшер итеү менән аҡса эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул ошо рәүешле үҙ идеяларының таралыуына өлгәшә. Чжу Си бик емешле авторҙарҙың береһе була. Ул 80-ләп әҫәр яҙа, 2 меңләп хаты ҡала, ә яҙып алынған диалогтары 140 бүлектән тора һәм ҡытай әҙәбиәтендә иң күләмле тип һанала. ОУның 467 уҡыусыһы була — яңы конфуцийсыларҙың барыһынан да күберәк! Ул иң күп уҡыу йорттары асҡан кеше һәм 21 академия эшендә ҡатнашҡан. Чжу Си тоҡомдарына һанһыҙ каллиграфик яҙма ҡалдыра, ә үҙен бик күп рәссамдар ҡағыҙҙа һәм ташта һынландырып ҡалдырған <ref>[https: name="Dukhovnaya_kultura_Kitaya_Filosofiya_2006" //ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
1196 Чжу Синың үҙен бойондороҡһоҙ тотоуы, атап әйткәндә, бер юғары чиновникты ҡабул иткәндә йоласа меню булмауы өсөн, фәйләсуфты тиҫтәләрсә енәйәттә ғәйепләүгә килтерә: уны императорға хөрмәт күрһәтмәүҙә һәм төрлө фетнәсел фекерҙәр таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә уның бар дәрәжәләрен юҡҡа сығаралар, ә тәғлимәтен тыялар. Әммә 1199 йылда, вафатына 1 йыл ҡала, Чжу Си аҡланыла, 1209 йылда, үлгәндән һуң, Вэнь (Мәҙәниәт)тигән юғары исем бирелә. 1230 йылда Һуй-го-гун (держава кенәзе)титулы бирәләр, 1241 йылда бөйөк конфуцийсылар иҫәбенә индерәләр һәм Конфуций ҡорамында исемле таҡта ҡуялар<ref>[https: name="Dukhovnaya_kultura_Kitaya_Filosofiya_2006" //ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
Чжу Си 1200 йылдың 23 апрелендә Фуцзянь провинцияһының Каотинь төбәгендә вафат була<ref>Чжу Си // Энциклопедия Кругосвет.</ref>.

Навигация