Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә wikify
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
37 юл: 37 юл:
[[Категория:Артисттар]]
[[Категория:Артисттар]]
[[Категория:Йырсы-ипровизаторҙар]]
[[Категория:Йырсы-ипровизаторҙар]]
[[Категория:Мәҙәниәт]]

04:54, 25 август 2010 өлгөһө

Файл:Ishmulla dilmohemetov.jpg
Ишмулла Дилмөхәмәтов

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы 1928 йылдың 15 сентябрендә БАССР, Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Йылайыр районы), Иҫке Яҡуп ауылында донъяға килгән. Башҡорт актеры, ҡурайсы, йырсы, композитор.

  • 1943 йылда Баймаҡ башҡорт колхоз-совхоз драма театры труппаһына ҡабул ителә һәм 1949 йылға тиклем шунда эшләй.
  • 1973 йылда БАССР Халыҡ артисты.
  • 1975 йылда РСФСР Атҡаҙанған артисты.

Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып етлегеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарынан береһе, үҙенә бер бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-ипровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була.

Уның ижады менән, ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре керә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна» һ.б.

Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтене Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, ФРГ-ла, Польшала, Венгрияла, Афганистанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә.

  • 1984 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

Әҙәбиәт:

Шакур Р. Ишмулла Дильмухаметов //Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. Уфа, 1987.