Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
33 юл: 33 юл:


== Башҡарма комитеты рәйестәре ==
== Башҡарма комитеты рәйестәре ==
# [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы]](1995—2002)
# [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы]] (1995—2002)
# [[Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы]](2002—2006)
# [[Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы]](2002—2006)
# [[Аҙнабаев Рүмил Тәлғәт улы]] (2006—2009)
# [[Аҙнабаев Рүмил Тәлғәт улы]] (2006—2009)
# [[Галин Азамат Зәки улы]](2009—2010)
# [[Галин Азамат Зәки улы]] (2009—2010)
# [[Солтанморатов Илгиз Замфир улы]](2010—2011)
# [[Солтанморатов Илгиз Замфир улы]] (2010—2011)
# [[:ru: Йосопов Марсель Харисович| Йосопов Марсель Харис улы]](2011—2012)
# [[:ru: Йосопов Марсель Харисович| Йосопов Марсель Харис улы]] (2011—2012)
# 2012 йылдан — Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы.
# 2012 йылдан — Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы.



11:16, 9 апрель 2014 өлгөһө

Файл:Koroltai.jpg
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эмблемаһында Толпар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләтәштәрҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни торошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.

Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — ҡоролтай эйә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет идара итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә.

Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) бүлектәре бар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә [1]. Башҡортостан Республикаһының һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләттәренән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Һоңҡоң, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швецария, КАР (ЮАР) илдәренән бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 10 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән милләттәр ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һайлана. Башҡарма комитеттың эшмәкәрлек урыны итеп Өфө ҡалаһы билдәләнә.

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында үтә[1]. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Рәсәй Федерацияһы Һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт хөкөм эйәләренә милли сәйәсәт, милләт ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә. Башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путинға мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында үтә[1]. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония, Португалия, Германию, Бразилию, Балтия һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил килә. Беренсе тапҡыр I йәштәр ҡоролтайы ойошторола, уның эшендә 1 000 ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Милли сәйәсәт һәм милләт ара мөнәсәбәт буйынса мөһим ҡарарҙар, башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А.Медведевҡа мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.

Тарих

Борон-борондан Башҡорттар үҙҙәренең иң мөһим мәсьәлеләрен хәл итергә ҡоролтайға йыйылғандар.

Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары

  • I Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында үтә.
  • II Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 25—29 августында Өфө ҡалаһында үтә.
  • III Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында үтә.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә [2] .

III Бөтә башҡорт ҡоролтайында татар-башҡорт автономияһын төҙөү идеяһы кире ҡағыла һәм артабан Башҡорт АССР-ы тип аталған Башҡорт хөкүмәте төҙөлә.

Башҡарма комитеты рәйестәре

  1. Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (1995—2002)
  2. Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы(2002—2006)
  3. Аҙнабаев Рүмил Тәлғәт улы (2006—2009)
  4. Галин Азамат Зәки улы (2009—2010)
  5. Солтанморатов Илгиз Замфир улы (2010—2011)
  6. Йосопов Марсель Харис улы (2011—2012)
  7. 2012 йылдан — Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы.

Шулай уҡ ҡараһыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын үткәреү тураһында
  2. Башҡортостан энциклопедияһында Башҡорт шураһы

Һылтанмалар