Арғаяш кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
"{{Infobox | башлыҡ = Арғаяш кантоны | рәсем = | рәсем исеме = Бәләкә…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

15:47, 28 август 2014 өлгөһө

Арғаяш кантоны
Арғаяш кантоны
Ил Бәләкәй Башҡортостан
Башҡорт АССР-ы
Үҙәге Арғаяш ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 5 246 км2
Халҡы 10 0851 кеш. (1926)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Арғаяш кантоны (рус. Аргаяшский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһына ингән башҡорт милли кантоны.

Административ үҙәге — Арғаяш ауылы.

Тарих

1919 йылда 20 мартында АСБР составында ойошторола. Екатеринбург өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Троицк өйәҙе, Шадринск өйәҙенең 18 улусы инә. Административ үҙәге — Арғаяш ауылы. 1930 йылда 20 августа кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Арғаяш районы (Арғаяш, Губерна, Мөхәмәтҡолой улустары, өлөшләтә Ҡараболаҡ улусы) һәм Ҡоншаҡ районы (Бүре, өлөшләтә Ҡараболаҡ һәм Ҡоншаҡ) составына инә.

Халҡы

1920 йылда — 83831 кеше, 1926 йылда — 100851 (башҡорттар — 40984, мишәрҙәр — 26468, татарҙар — 1127, урыҫтар — 31897 һ.б.). 1926 йылда 7 июнендә Арғаяш кантоны составына Урал өлкәһе Свердловск округының Губерна һәм Кузнецк а/ с төҙөлгән Губерна улусы (үҙәге — Губерна ауылы) инә. Бөтә Рәсәй ҮБК ның 1924 йылда 15 декабрҙә декреты менән Арғаяш кантоны 5 улус ойошторола, Бөтә Рәсәй ҮБК ның 1926 йылда 14 июне декреты менән — 6. Башлыса а.х. үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны 104,3 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. бойҙай сәсеүлеге — 54,7 мең, һоло — 41,1 мең, арыш — 6,2 мең, арпа — 0,6 мең, картуф — 0,7 мең, етен — 0,6 мең; һыйыр малы һаны — 57273 баш, йылҡы — 38910, һарыҡ — 71525, кәзә — 2692, сусҡа — 2317. 8 баҙар була (1926). 1 се баҫҡыс 95 мәктәп (башҡорт телендә уҡытыу 65, татар — 14, урыҫ телендә — 16 мәктәптә алып барыла; 1926); 5 дауахана һәм 8 амбулатория (1930); китапхана һәм 18 уҡыу өйө (1929) иҫәпләнә.

Бәләкәй Башҡортостан, Арғаяш кантоны 1920

География

Майҙаны — 5246 км2 (1922). Төньяҡта — Екатеринбург, көньяҡта Силәбе губернаһы менән сиктәш була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр


Әҙәбиәт