Балыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
76 юл: 76 юл:
== Һылтамалар ==
== Һылтамалар ==
* [http://tatar.org.ru/kurs/7-biologiya/cyr_161.php Биология В.Б. Захаров, Н.И. Сонин]
* [http://tatar.org.ru/kurs/7-biologiya/cyr_161.php Биология В.Б. Захаров, Н.И. Сонин]
* [http://fishbase.org/home.htm FishBase // WorldFish Center] — БД по рыбам мира (на декабрь 2006 — 29600 видов, 222490 народных названия, 43600 изображения, 39200 ссылок)
* [http://fishbase.org/home.htm FishBase // WorldFish Center] — Донья балыҡтары буйынса мәғлүмәт сығанағыа (2006 йылдың декабрь айына — 29600 төр, 222490 халыҡсан атамалары, 43600 рәсем, 39200 һылтанма)


[[Категория:Балыҡтар|Балыҡтар]]
[[Категория:Балыҡтар|Балыҡтар]]

14:57, 26 ноябрь 2014 өлгөһө

Балыҡтар

Макропод (Macropodus opercularis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pisces

Классы

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
EOL  4656086

Балыҡ (лат. Pisces; төр. Balık) — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һулыш алыусы умыртҡа һөйәклеләрҙең ҙур төркөмө[1]; йөҙгөс ҡойроҡло, һалҡын ҡанлы, умыртҡалы һыу тереклеге. Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә. Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica[2]) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).

Донъяла 25 000 — 31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә[3], шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.

Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.

Тән төҙөлөшө

Ҡылсыҡлы балыҡтарҙың тәңкәләре

Ҡылсыҡлы балыҡтар классы, нур ҡанатлылар ярым-классы вәкилдәренең тышҡы ҡийәфәте бик төрлө, ләкин барыһның да уртаҡ билдәләре бар. Урарҙың тәне яҫы һәм баш, кәүҙә, ҡойрок өлөштәренә бүленә. Балыҡтар, береһе өҫтөнә береһе ятҡан, һөйәк пластинкалар (тәңкәләр) менән ҡапланған. Тәңкәләр ярым үтә күренмәле, ҡырыйы шыма йәки тешле була. Тәңкәләр тиренән (дермадан) барлыҡҡа килә. Тәңкә япманың өҫтө лайла менән ҡапланған.

Балыҡтың скелеты тулыһынса тейерлек һөйяктәрҙән тора. Умыртҡалыҡ һөйәк умыртҡаларҙан төҙөлгән һәм кәүҙә, койроҡ өлөштәренә бүленә. Умыртҡаларҙың үҫентеләре — өҫкө һәм аҫҡы йәйәләре була. Кәүҙә өлөшөндә өҫкө йәйәләр ҡушылып арҡа мейе каналын барлыҡҡа килтерә. Тән кыуышлығын өҫтән һәм ян-яҡтан ҡабырғалар сикләй. Баш һөйәгенең күп өлөшө — һөйәк, ул мейе тартмаһынан, ҡаҙналык һөйәктәренән, һаңаҡ йәйәләренән һәм һаңаҡ ҡапкасынан тора. Парлы күкрәк һәм ҡорһаҡ йөҙгөстәре бик күп ваҡ һөйәкләрҙән яһалған.

Мускулдар системаһы тоташтыргыс туҡыманан торған бүлгеләр менән сегменттарға бүлгәләнгән. Уны 2 һымвҡ кәүҙә мускулдары тәшкил итә.

Нерв системаһы

Балыҡтарҙың нерв системаһы баш һәм арҡа мейенән, уларҙан китеүсе нервларҙан тора. Баш мейе мейе тартмаһында урнашҡан һәм биш бүлектән тора: алғы мейе, ара мейе, урта мейе, оҙонса мейе һәм кесе мейе. Оҙонса мейе арҡа мейеһенә күсә. Ул умыртҡаларҙың өҫкө йәйәләре барлыҡҡа китергән тишектәрҙән яһалған умыртҡалыҡ каналы эсенән оҙон аҡ таж булып һуҙылған. Күп һанлы нервтар баш һәм арка мейеһен балыҡтың төрло органдары менән бәйләнештә тота.

Балыҡтарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуында шартһыз һәм шартлы рефлекслар күҙәтелә.

Һиҙеү органдары

Тәм тойоу органдары хеҙмәтен тәм төйөрсөктәре үтәй. Улар нерв остары менән сорналған күҙәнәктәр төркөмонән тора. Тәм төйөрсөктәре ауыҙ ҡыуышлығында ғына түгел, бәлки тәндең күп кенә өлөштәрендә тиренең тышҡы ҡатлауында ла урынашҡан. Күреү органдары — яҫы мөгөҙҡатлау менән түңәрәк хрусталиктан торган күҙҙәр. Ишетү анализаторы — баш һөйәгендә урынашҡан эске ҡолаҡ ҡына; ҡолаҡ япрағы һәм ишетү юлы юк. Балыҡтарға һыуҙың хәрәкәтен тойоусы, үҙенә бер төрлө һиҙеү органы — ян һыҙыҡ булыу хас. Ул тәндең ян өҫлөгөндә тупланған һиҙеүсе күҙәнәктәрҙән тора. Һыу ағымы, һиҙгер эпителийҙың теге йәки был нөктәһен тынысһыҙлап, балыҡҡа ориентлашырға, хатта яҡынлашыусы дошманын һиҙергә лә мөмкинлек бирә. Болғансык һыулыҡтарҙа, тәндең пространстволағы торошон билдәләү өсөн, ян һыҙыҡ органдары күҙгә һәм башҡа һиҙеү органдарына ҡарағанда йыш ҡына кәрәклерәк тә була.

Ҡан әйләнеше системаһы

Ҡан әйләнеше системаһы йомоҡ һәм ике камералы (йөрәк алды һәм ҡарынсыҡ) йөрәктән һәм ҡан тамырҙарынан тора. Ҡан ҡарынсыҡтан ҡорһаҡ аортаһына керә. Аорта артерияларға бүленә. Улар буйлап ҡан һаңаҡтарга килә, һаңаҡтарҙа артериялар күп һанлы ваҡ ҡан тамырҙарына — капиллярҙарға тармаҡлана. Һаңаҡ капиллярҙарындағы ҡан, углекислый газдан арынып, кислородҡа байый һәм был ҡан, арҡа артерияһына йыйылып, тәндең бөтә органдарына, шулай уҡ мускулдарына китә. Бирелә ҡуйы капиллярҙар селтәре аша ҡандагы кислород һәм туклыҡлы мәтдәләр — туҡымаларға, ә уларҙан углекислый газ һәм тереклек эшсәнлегенең башҡа продукттары ҡанға күсә. Туҡымаларҙан ҡан йөрәккә барыусы тамырҙарға — веналарға йыйыла һәм улар буйлап йөрәк алдына килеп керә.

Һулыш системаһы

Һулыш системаһы функцияһын һаңаҡ ҡапҡасының эске яғына урынашҡан дүрт тулы һаңаҡ йәйәһенән һәм бер рәт башланғыс япраҡсыҡтарҙан торған һаңаҡлар үтәй. Ауыҙ һәм һаңаҡ ҡапкастарының хәрәкәте нәтижәһендә ауығга кергән һыу һаңаҡ ҡуышлығына ҡыуыла һәм һаңаҡ япраҡтары аша, һаңаҡларҙы йыуып, тышҡа сығарыла. Шулай газдар алмашы бара.

Аш ҡайнатыу системаһы

Балыҡтарҙың күпселек төрҙәренең ауыҙ ҡыуышлығында күп һанлы конус һымаҡ тештәр була. Ауыҙ ҡыуышлығы менән ҡыҫҡа үңәскә илтеүсе йотҡолоҡ араһында сик беленмәй. Ашҡаҙаны төрлө формала һәм төрлө ҙурлыҡта була, һайһы бер төрҙәренең ашҡаҙаны зәғиф үҫкән. Тирән һыуҙарҙа тереклек итеүсе йыртҡыс балыҡларҙың ашҡаҙаны һуҙылыусан, был — оҙаҡ ас торорға яйлашыу, сөнки бик тирәндә табыш һирәк эләгә.

Эсәклектең нәҡ башланған урынында аш ҡайнатыу өҫлөгөн арттырыусы һуҡыр үҫентеләр була. Бауырҙа эшләнгән үт сыекшаһы үт ҡыуығына йыйыла, һуңынан эсәктең алғы бүлегенә керә. Ашҡаҙаны аҫты биҙҙәренең юлдары эсәклектең башланғыс бүлегенә асыла.

Күпселек һөйәкле балыҡтарҙың һауа тулған йөҙөү ҡыуығы була. Ул аш ҡайнатыу көпшәһенең арҡа яғы үҫентеһе кеүек үҫеш ала. Һуңырак күп кенә төрҙәрендә йөҙөү ҡыуығы үңәс менән бәйләнешен юғалта, ләкин ҡайһы берҙәрендә бәйләнеш гомөр буйына һаҡлана. Йөҙөү ҡыуығы, нигеҙҙә, гидростатик функцияны үтәй, йәғни вертикаль яҫылыҡта балыҡтың ирекле хәрәкәтен тәэмин итә. Уның стенаһы капиллярҙар селтәре менән яҡшы тәэмин ителгән. Бик тиҙ тирәнгә төшкәндә, балыҡ тәненә баҫым кинәт арта, һәм һауа ҡыуыҡтан ҡанға күсә. Нәтижәлә балыҡтың сағыштырма ауырлығы арта, был уның сумыуына булышлыҡ итә. Өҫкә йөҙөп сыҡҡанда, киреһенсә, һыуҙың баҫымы һәм газдарҙың ҡанда эреүсәнлеге кәмей, һәм газ ҡан тамырҙарынан һауа ҡыуығына сыға.

Бүлеп сығарыу системаһы

Бүлеп сығарыу системаһы оҙон таҫма һымаҡ бөйөрҙәрҙән тора. Улар умыртҡалыҡтың ике яғында йөҙөү ҡыуығы өҫтөндә ята. Бөйөрҙәрҙең эске ҡырыйынан һейҙек юлдары һузылған, улар, бер каналға тоташып, аналь асыҡлыҡ артында, йенес юлынан айырым, тышҡа асыла. Ҡайһы бер төрҙәрендә һейҙек ҡыуығы ла була.

Үрсеү органдары

Үрсеү органдары айырым каналдар менән йенес юлы булып тышҡа асыла. Күкәй күҙәнәктәр (ыуылдыҡтар) ваҡ, йоҡа ҡойҡа һымаҡ тышсалы; балыҡтарҙа, ҡағиҙә булараҡ, тышҡы аталаныу.

Ҡыҙыҡлы факттар

Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә. Был күренеш балыҡтарҙың һыу әйләнмәләрен яҡшы һиҙемләү һәм уларҙы ҡуллана белеү менән аңлатыла. Шундай уҡ ысул менән паруслы яхта елгә ҡаршы йөҙә.[4]

Әҙәбиәт

  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 4. Часть первая. (Рыбы). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. М. Просвещение, 1971. 656 стр.
  • Павлов Д. А. Морфологическая изменчивость в раннем онтогенезе костистых рыб — М.: ГЕОС, 2007. — 262 с.
  • Павлов Д. С., Лупандин А. И., Костин В. В. Механизмы покатной миграции молоди речных рыб — М.: Наука, 2007. — 212 с.
  • Попов П. А. Рыбы Сибири: распространение, экология, вылов — Новосибирск, 2007. — 525 с.
  • Баклашова Т. А. Ихтиология — М.: Пищевая пром-сть, 1980. — 324 с.

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  2. World’s smallest fish — Natural History Museum
  3. Высшие таксоны животных: данные о числе видов для России и всего мира (А. В. Неелов, 1995)
  4. http://www.muzey-factov.ru/ Ҡыҙыҡлы факттар

Һылтамалар