Салауат Юлаев (орден): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
тәржемә
категория
46 юл: 46 юл:
Шәхесте орден менән, тейешле указ сығарып, Башҡортостан Республикаһы Президенты бүләкләй.
Шәхесте орден менән, тейешле указ сығарып, Башҡортостан Республикаһы Президенты бүләкләй.


[[Категория:Алфавит буйынса бүләктәр]]
[[Категория:Башҡортостан ордендары]]

05:02, 15 ғинуар 2015 өлгөһө

Салауат Юлаев ордены
Файл:Орден Салавата Юлаева.jpg
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

орден

Статус

тапшырыла

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1998 йыл

Беренсе бүләкләү

2 октябрь 2000 йыл
(Ирек Буранғолов)

Һуңғы бүләкләү

ноябрь 2013

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

193 кеше (2013 йыл)[1] [2] [3]

Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда

Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Кесерәк награда

Медаль «Әсәлек даны» миҙалы

[[commons:Category: Order of Salavat Yulayev Викимилектә|Салауат Юлаев ордены]] Викимилектә

Салауат Юлаев орденыБашҡортостандың дәүләт наградаһы (бүләге)

Тарихы

Салауат Юлаев ордены Башҡортостан Президенты указы менән 1998 йылда булдырылған. Ул халҡыбыҙҙың милли батыры исемен йөрөтә. Ордендың беренсе кавалеры — Ейәнсура районының «Инәк» хужалығы механизаторы Буранғолов Ирек Зөлҡәрнәй улы, уға был награда 2000 йылдың 2 октябрендә тапшырыла.

Һүрәтләнеше

Орден көмөш йә көмөш менән нейзильбир иретмәһенән эшләнә. Ете ослоҡло йондоҙ ҡырланған нурҙар менән биҙәлгән. Ордендың уртаһындағы диаметры 50 мм ҙурлыҡтағы түңәрәк медальонға аҡ эмаль менән Салауат Юлаевтың барельеф һүрәте төшөрөлгән. Медальон үҙе алтын ялатылған рельефлы орнамент менән уратып биҙәлгән.

Наградланыусылар (бүләкләнеүселәр)

Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит илдәр граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәр

Бүләкләнеү өсөн нигеҙҙәр

  1. Һөҙөмтәле һәм уңышлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге;
  2. Кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәтелгән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ;
  3. Сәнәғәттәге юғары етештереү ҡаҙаныштары;
  4. Ғилми һәм фәнни-тикшеренеү өлкәһендәге ҡаҙаныштар;
  5. Мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәттәге юғары ижади күрһәткестәр;
  6. Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштар;
  7. Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә уңыштар, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙемлек.

Бүләкләү тәртибе

Шәхесте орден менән, тейешле указ сығарып, Башҡортостан Республикаһы Президенты бүләкләй.

  1. http://www.bashinform.ru/news/586727/>
  2. Рустэм Хамитов поздравил с юбилеем и вручил Орден Салавата Юлаева заслуженной артистке РСФСР Рашиде Туйсиной
  3. Вице-спикер Госсобрания РБ Рафаил Зинуров награжден орденом Салавата Юлаева | новости башинформ.рф