Байымов Берйән Сафа улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Байымов Берйән Сафа улы''' (1948 йылдың 7 феврале, [[БАССР-ҙың]] [[Баймаҡ районы]], [[2-се Этҡол ауылы]] — 2004 йылдың 26 ноябре, Өфө, тыуған яғында ерләнгән) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист.
'''Байымов Берйән Сафа улы''' (1948 йылдың 7 феврале, [[БАССР-ҙың]] [[Баймаҡ районы]], [[2-се Этҡол ауылы]] — 2004 йылдың 26 ноябре, Өфө, тыуған яғында ерләнгән) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист.



== Тормошо ==
== Тормошо ==

22:58, 17 ғинуар 2015 өлгөһө

Байымов Берйән Сафа улы (1948 йылдың 7 феврале, БАССР-ҙың Баймаҡ районы, 2-се Этҡол ауылы — 2004 йылдың 26 ноябре, Өфө, тыуған яғында ерләнгән) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист.

Тормошо

Фәнни эшмәкәрлеге һәм ижады

Байымов Берйән Сафа улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының йыр, таҡмаҡ һәм бәйет жанрҙарына арналған. Ул шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыға килгән күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе. М. Буранғоловтың "Сәсән аманаты", Мөхтәр Сәғитовтың "Ғүмерлеккә ҡалған яра" китаптарын һәм "Башҡорт фольклоры. II сығарылыш" йыйынтығын төҙөүсе, башҡа коллектив хеҙмәттәрҙә авторҙаш. Урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә. Б. Байымов башҡорт яҙыусыһы һәм ғалимы Ғабдулла Амантайҙың тормошо һәм ижадына арналған "Атылған йондоҙ Амантай" китабы (1998); балалар өсөн "Урман бүләге" шиғыр (1987) һәм "Мажаралы төн" хикәйәләр (1993) йыйынтыҡтары, "Ҡон" повесы (2004) авторы.

Маҡтаулы исемдәре

  • Филология фәндәре кандидаты (1993);
  • Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993);
  • Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1987).

Әҫәрҙәре

  • Урман бүләге. Өфө, 1987.
  • Мажаралы төн. Өфө, 1993.
  • Ал гармуның, әйт таҡмағың... Өфө, 1993.
  • Атылған йондоҙ Амантай. Өфө, 1998.
  • Өҙөлгән сәфәр: повесть, хикәйәләр. Өфө, 1999.
  • Ижадсылар (ижади портреттар). Өфө, 2008.

Сығанаҡтар

  • Башкирская энциклопедия. Уфа, 2005. С. 278.
  • Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, 1999, 15-16-сы биттәр.