Бикҡолов Хөрмәт Талха улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
категория
38 юл: 38 юл:
[[Категория:Башҡорт әҙәбиәте]]
[[Категория:Башҡорт әҙәбиәте]]
[[Категория:Төрки халыҡтары әҙәбиәте]]
[[Категория:Төрки халыҡтары әҙәбиәте]]
[[Категория:Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары]]

13:19, 19 ғинуар 2015 өлгөһө

Хөрмәт Талха улы Бикҡолов (1927 йылдың 22 марты, Башҡорт АССРКөйөргәҙе районы Ҡалта ауылы - 1997 йылдың 4 авгусы, Өфө) — яҙыусы-тәржемәсе.

Тормошо

Хөрмәт Талха улы Бикҡолов 1927 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1944 йылда Мораптал урта мәктәбен тамамлай.

1944-1954 йылдарҙа Своет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

1954 йылда, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Өфөлә "Ленинсы" гәзитендә тәржемәсе булып эш башлай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1959-1966 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә - мөхәррир, шунан һуң бер йыл Башҡорт драма театрында - әҙәбиәт бүлеге мөдире.

1970 йылдан яңынан китап нәшриәтендә - мөхәррир.

1997 йылда Өфөлә вафат була.

Ижады

Хөрмәт Бикҡолов мәктәптә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай, тәүге шиғырҙары 1941 йылда ваҡытлы матбуғатта баҫыла. Шулай ҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-тәржемәсе булараҡ танылды. Урыҫ һәм инглиз телдәренән башҡортсаға бик күп әҫәрҙәр тәржемә итеп баҫтырҙы.

Х.Т. Бикҡолов иң тәүҙә Роберт Бернстың шиғырҙарын һәм поэмаларын инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итте һәм тәүге китабынан уҡ үҙен һәйбәт тәржемәсе итеп танытты.

Софоколдың "Антигона"һы, В. Шекспирҙың "Ике мөхәббәт"е, Ф. Гарсиа-Лорканың "Ҡанлы туй"й, Л. Толстойҙың "Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә"һе, М. Горькийҙың "Һуңғылар"ы, И. Соболевтың "Үлем хөкөмө", Э. Золяның "Мираҫ көткәндә"һе. Х. Бикҡолов йәнә К. Чуковский, С. Маршак, Т. Шевченко, А. Прокофьев, М. Турсон-задә, В. Жуковский, П. Неруда, А. Барто шиғырҙарын да башҡортса яңғыратты. Ололар өсөн С. Смирновтың "Йөрәк һәм көндәлек", балалар өсөн А. Толстойҙың "Алтын асҡыс йәки Буратино мажаралары"н башҡортса сығарҙы.

Шулай уҡ Хөрмәт Бикҡолов "Йырҙар" китабының ете баҫмаһын әҙерләне.

Маҡтаулы исемдәре

  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.