Йомағолов Харис Йомағол улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Legobot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 1 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q4534429 (translate me)
56 юл: 56 юл:
[[Категория:Башҡорттар]]
[[Категория:Башҡорттар]]
[[Категория:Дәүләт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Дәүләт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]
[[Категория:Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡорт милли хәрәкәте ҡатнашыусылары]]

05:09, 26 ғинуар 2015 өлгөһө

Йомағолов Харис Йомағол улы
Флаг
Флаг
Башревком председателе, Башобком РКП(б) беренсе секретаре, Башҡорт милли партияһы председателе
 
Тыуған: 22 декабрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Хәсән ауылы Имелеев волосы Пугачев өйәҙе Һамар губернаһы (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Рәсәй империяһы
Үлгән: 2 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (46 йәш)
Мәскәү, РСФСР
Партия: РКП(б) (1917-1920), ВКП(б)(1931-1935) ағзаһы

Йомағолов Харис Йомағол улы, 18901937 — Башҡортостандың революцион хөкүмәте етәксеһе (1919—1920), Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, партия һәм дәүләт эшмәкәре.

Биография

1891 йылдың 3 ғинуарында (22.12.1890) Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында донъяға килә.[1]

1914 йылда Реаль училищеның VII класын тамамлағандан һуң, Мәскәүгә барып ауыл хужалығы инс­титутына уҡырға инә.

1917 йылдың ғинуары­нда хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамла­п, прапорщик дәрәжәһе ала. “Полуротный” командир булып хеҙмәт итә.[2] 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң, большевиктар партияһына инә һәм революцион хәрәкәткә ылығып китә. 1917 йылдың йәйендә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1917 йылдың 20 – 27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында милли хәрәкәттең етәкселек органы – Башҡорт үҙәк шураһы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың көҙөндә Һамар губернаһы башҡорттары Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. 1917 йылдың 8 – 20 декабрендә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында 15 ноябрҙә иғлан ителгән Башҡортостан автономияһының юғары закон­дар сығарыу органы – Кесе ҡорол­тай (предпарламент) составына индерелә.

1918 йылда Мосолман коммунистарының үҙәк бюроһы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, Ҡазанда хәрби комиссар вазифаһын үтәй.

1919 йылдың башында Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары Мирсәйет Солтанғәлиевтың урынбаҫары булып үрләтелә. 1919 йылдың майынан Башҡорт Совет автономияһының хөкүмәте – Башревкомды етәкләй.

1920 йылдың 17 майындағы декреты менән Үҙәк Совет власы Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. Башревком ағзалары быға протест белдереп, Баш­ҡортостандан сығып китә һәм Зәки Вәлиди кәңәше буйынса Төркөстанға юллана. Әммә Төркөстандағы көрәш уңыш­һыҙлыҡҡа осрағас, Баш­ҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә.

1921 йылда БашЦИК-тың аслыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса уполномоченныйы вазифаһын башҡара.

1922 йылдан ВЦИК Президиумы янындағы Башҡортостан вәкиллегендә эшләй.

1926 йылда БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаевтың тәҡдиме менән Башҡортостандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегенә эшкә алына, экономист-консультант вазифаһын башҡара.

30-сы йылдарҙа Х.Йомағолов СССР-ҙың Иген һәм малсылыҡ совхоздар комиссариатында Көнбайыш Себерҙең һөт-ит етештереүсе совхоздары идаралығының иҫәп һәм статиска бүлеге начальнигы булып эшләй.

1935 йылда партиянан сығарыла.

1937 йылдың 27 июлендә, советтарға ҡаршы милләтселек эшмәкәрлеге алып барыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуялар. 1937 йылдың 2 ноябрендә СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла.

1956 йылдың 10 октябрендә реабилитациялана.


Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар