ОКАТО: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә робот өҫтәне: cs, de, en, eo, fi, hu, hy, nl, os, pt, sk, uk
55 юл: 55 юл:
* [http://www.envdnalog.ru/ ОКАТО] Адрес буйынса ОКАТО һанын белеү хеҙмәте.
* [http://www.envdnalog.ru/ ОКАТО] Адрес буйынса ОКАТО һанын белеү хеҙмәте.


[[cs:OKATO]]

[[de:OKATO]]
[[en:OKATO]]
[[eo:OKATO]]
[[fi:OKATO]]
[[hu:OKATO]]
[[hy:Սուբյեկտների վարչա-տարածքային բաժանման համառուսաստանյան դասակարգիչ]]
[[nl:OKATO]]
[[os:ОКАТО]]
[[pt:OKATO]]
[[ru:Общероссийский классификатор объектов административно-территориального деления]]
[[ru:Общероссийский классификатор объектов административно-территориального деления]]
[[sk:OKATO]]
[[uk:ЗКАТУ]]

22:09, 12 ноябрь 2010 өлгөһө

ОКАТО́ коды, ОКАТО́ һаны (рус. Общероссийский классификатор административно-территориальных объектов һүҙҙәренән ҡыҫҡартма) — Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәре һәм тораҡ пункттарының дөйөм төркөмләүсе исемлеге; статистика һәм иҡтисад кеүек өлкәләрҙә мәғлүмәтте ышаныслы, сағыштырырлыҡ һәм автоматик рәүештә эшкәртеү өсөн булдырылған.

Иҫәп-теркәү берәмектәре

ОКАТО исемлегенә түбәндәге теркәү административ бүленеш берәмектәре инә:

  • республикалар
  • крайҙар
  • өлкәләр
  • Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡалалар
  • автономлы өлкәләр
  • автономлы округтар
  • райондар
  • ҡалалар
  • ҡала райондары һәм округтары
  • ҡала тибындағы ҡасабалар
  • ауыл советтары
  • ауыл тораҡ пункттары (ауылдар, ҡасабалар, утарҙар, станицалар һ.б.)

Административ бүленеш берәмектәре исемлектә иерархия рәүешендә төркөмләнә.

Берәмектәренең барыһы ла административ бүленеш буйынса төркөмдәргә бүленә; был төркөмдәр административ буйһоноу буйынса өс классификация кимәленә ҡарай. Билдәле кимәлгә ингән һәр берәмек үрге кимәлгә ҡараған ярашлы берәмеккә туранан-тура буйһона.

Классификацияның беренсе кимәленә федерал әһәмиәткә эйә булған берәмектәр ҡарай:

  • республикалар
  • крайҙар
  • өлкәләр
  • Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡалалар
  • автономлы өлкәләр
  • * Рәсәй Федерацияһы составына ингән автономлы округтар.

Икенсе кимәлгә түбәндәгеләр ҡарай:

  • край йәиһә өлкә составына ингән автономлы округтар
  • Республика, край, өлкә, автономлы өлкә, Рәсәй Федерацияһы составына ингән автономлы округ райондары; ҡала-эсе райондары, Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡала округтары
  • республика, край, өлкәлргә буйһонған ҡалалар һәм ҡасабалар.

Өсөнсө кимәлгә түбәндәгеләр ҡарай:

  • республика, край, өлкәләргә буйһонған ҡалаларҙың эске райондары һәм округтары
  • районға буйһонған ҡалалар
  • районға буйһонған ҡала тибындағы ҡасабалар
  • ауыл советтары.

Ауыл тораҡ пункттары өсөнсө кимәл берәмектәре эсендә танытыла.

ОКАТО һаны төҙөлөшө миҫалы

Миҫал өсөн, Учалы районының Ҡарт Муйнаҡ ауылының ОКАТО һаны — 80 253 884 004. Был һан ошондай өлөштәрҙән төҙөлгән:

  • 80 (1-се һәм 2-се цифр урыны) — Башҡортостан республикаһы;
  • 2 (3-сө урын) — ”район” билдәһе (классификацияның өсөнсө кимәле) – бынан һуң район тураһында мәғлүмәт бирелә;
  • 53 (4-се һәм 5-се урын) — Учалы районы коды;
  • 8 (6-сы урын) — ”ауыл советы” билдәһе – бынан һуң ауыл советы тураһында мәғлүмәт бирелә;
  • 84 (7-се һәм 8-се урын) — Туңғатар ауыл советы коды;
  • 004 (9-сы, 10-сы һәм 11-се урын) — Ҡарт Муйнаҡ ауылын танытҡан код.

Һылтанмалар