Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл: 25 юл:
[[1919]] йылдың [[20 март]]ында [[Ырымбур губернаһы]]ның төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) нигеҙендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше [[Өфө губернаһы]]нда урынлашҡан [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан идара ителгән.
[[1919]] йылдың [[20 март]]ында [[Ырымбур губернаһы]]ның төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) нигеҙендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше [[Өфө губернаһы]]нда урынлашҡан [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан идара ителгән.


[[1925]] йылдың [[27 март]]ында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса БАССР Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшергә һәм яҙырға хоҡуғын алған. Аҙ һанлы милләттәргә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып [[башҡорт теле|башҡорт]] һәм [[урыҫ теле|урыҫ]] телдәре танылған<ref>[http://www.bashinform.ru/news/257611/ Башинформ: 85 йыл элек БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителгән (урыҫса)]</ref>.
[[1925]] йылдың [[27 март]]ында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса БАССР Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшергә һәм яҙырға хоҡуғын алған. Аҙ һанлы милләттәргә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып [[башҡорт теле|башҡорт]] һәм [[урыҫ теле|урыҫ]] телдәре танылған<ref>[http://www.bashinform.ru/news/257611/ Башинформ: 85 йыл элек БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителгән] {{ref-ru}}</ref>.


[[1990]] йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
[[1990]] йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

07:56, 15 февраль 2015 өлгөһө

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы, Başqortostan Avtonomijalь Sovet Sotsialistik Respublikahь
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, Başqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь
Флаг Герб
Флаг Герб

БАССР 1927 йылда
БАССР 1927 йылда

 
 
Баш ҡала

Стәрлетамаҡ
(1920—1922)
Өфө (1922—1990)

Телдәр

башҡорт теле
урыҫ теле

Майҙаны

142 947 км² (1990)

Халҡы

3 950 482 кеше (1989)

Идара итеү формаһы

республикаһы

 Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаhыРСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) нигеҙендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән.

1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса БАССР Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшергә һәм яҙырға хоҡуғын алған. Аҙ һанлы милләттәргә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған[1].

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙатамаһын Башҡортостан Республикаһы тигәнгә үҙгәртә[2].

1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Рәсәйҙең Юғары Советы ҡыуылып, Рәсәйҙең яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың яңы конституцияһы ҡабул ителә.

Барлыҡҡа килеү

Бәләкәй Башҡортостан 1919
БАССР 1927 йылда
БАССР сәнәғәте

Бәләкәй Башҡортостандың барлыҡҡа килеүе

1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң башҡорттар торған төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороу өсөн милли хәрәкәт башлана. 1917 йылдың июль-август айҙарында Ырымбурҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа; был йыйындарҙа башҡорт халҡының вәкилдәре федератив Рәсәй составында «милли-территориаль рәүештә демократик республика» төҙөргә зарур, тип ҡарар ҡабул итә.

I Бөтә Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт Үҙәк Шураһын һайлай (II Ҡоролтай уны ҡабат һайлай). Үҙәк Шура Ырымбурҙа йыйыла һәм 1918-се йылдың ғинуарында үтәсәк Рәсәйҙең Ойоштороу Йыйынына (Учредительное собрание) әҙерләнә башлай. Әммә пландарҙы Октябрь революцияһы боҙа.

1917 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт Үҙәк Шураһы Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө губернаһының өлөштәрен Рәсәй республикаһының автономлы өлөшө — Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә.

Был ҡарар 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайында раҫлана. «Бәләкәй Башҡортостан» төшөнсәһе 1918 йылдың ғинуарында индерелә — был ваҡытта «Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында ҡанундар» тигән проект әҙерләнә.

Бәләкәй Башҡортостанға түбәндәге төбәктәр индерелә:

Пермь губернаһынан: Красноуфимск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Осинск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Екатеринбург өйәҙенең көньяҡ-көнсығыш өлөшө; Шадринск өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө;

Ырымбур губернаһынан: Силәбе өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Троицк өйәҙенең көнбайыш өлөшө; Үрге Урал (Верхнеуральск) өйәҙе, Орск өйәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшө; Ырымбур өйәҙенең төньяҡ өлөшө;

Өфө губернаһынан: Бөрө өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Стәрлетамаҡ өйәҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө;

Һамар губернаһынан: Боғорослан өйәҙенең көнсығыш өлөшө.

Бәләкәй Башҡортостанға ингән дөйөм ер майҙаны — 78 439 км² самаһы, халҡы — 1 219 900 кеше.

Шул уҡ ваҡытта татар милли хәрәкәтенең лидерҙары Урал-Иҙел Штаты төҙөү буйынса эш алып бара.

1937-се йылдан Башҡорт АССР-ы флагы

1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономлы Совет Башҡортостаны тураһында килешеү» төҙөлә. Был килешеү матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға, был көн республиканың барлыҡҡа килгән көнө тип рәсми рәүештә таныла.

Килешеү буйынса Автономлы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә. «Бәләкәй Башҡортостан» тигән төшөнсә бынан һуң да АБСР-ға ҡарата ҡулланыла.

Республиканың составына Ырымбур губернаһынан Ырымбур өйәҙенең 17 олоҫы, Орск өйәҙенең 28 олоҫы, Үрге Урал өйәҙенең 12 олоҫы, Троицк өйәҙенең 6 олоҫы, Силәбе өйәҙенең 9 олоҫы, Быҙаулыҡ өйәҙенең 1 олоҫы. Пермь губернаһынан Шадринск өйәҙенең 8 олоҫы, Екатеринбург өйәҙенең 4 олоҫы, Красноуфимск өйәҙенең 6 олоҫы һәм 5 айырым ауылы. Өфө губернаһынан Златоуст өйәҙенең 14 олоҫы, Өфө өйәҙенең 4 олоҫы һәм тағы 2 олоҫынан айырым башҡорт ауылдары, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 29 олоҫы индерелә.

Бынан алда Бәләкәй Башҡортостанға индерелгән Затоуст өйәҙенең 7 волосы һәм Златоуст ҡалаһы, Өфө өйәҙенең 6 олоҫы, Троицк өйәҙенең 4 олоҫы, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 10 олоҫы АБСР составына халыҡтан һорашып сыҡҡас ҡына индерелә ала.

13 кантондан торған яңы административ-территориаль бүленеш ҡабул ителә. Был кантондар исемләп: Етәр, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Бөрйән-Түңгәүер, Тамъян-Ҡатай, Арғаяш, Ялан, Кущин, Дыуан, Көҙәй, Табын, Юрматы, Тоҡ-Суран.

1925-1978-cе йылдарҙа Башҡорт АССР-ы гербы

Үрҙәге «Килешеү» буйынса, Автономлы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһын Советтар съезы (йыйын) билдәләргә тейеш була; бығаса ваҡытлыса рәсми баш ҡала тип Бөрйән олоҫының Орск өйәҙенең Темәс ауылы билдәләнә (хәҙерге Баймаҡ районында урынлашҡан).

Совет власынан килешеүгә Совнарком рәйесе В.И. Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башкарыусы М.Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И.С. Сталин, ВЦИК секретары А. Енукидзе ҡул ҡуя. Башҡорт Хөкүмәте яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М.А. Ҡулаев, Башҡорт шураһы (советы) ағзаһы М. Д. Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә. И. Бикбауов ҡул ҡуя.

Был килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Граждандар һуғышы киң ҡолас ала, башҡорт ерҙәре берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Был документ — ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр нәтижәһе. Башҡортостандың сәйәси-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Ғәмәлдә Рәсәй составында, сағыштырмаса үҙаллы иҡтисадҡа һәм айырым ғәскәргә эйә булған башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә.

Башҡорт Автономияһы төҙөлөү үҙ-ара килешеү һәм тик шарттар нигеҙендә барлыҡҡа килә. Башҡа милли берәмектәргә автономия хоҡуғы «юғарынан» йәғни Совет власы декреты менән бирелә.

Шулай итеп, Башҡортостан Рәсәйҙәге тәүге милли-территориаль республика булып ойошторола.

Колчак ғәскәре һөжүм итеп килгәс, республиканың идаралығы (Башревком) Саранск ҡалаһына күсерелә; унда ул 1919-сы йылдың апреленән авгусына тиклем булып, августың 20-һендә Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Стәрлетамаҡ Өфө губернаһында ҡалһа ла, Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһына әүерелә. 1920-сы йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһы, ноябрь айында Стәрлетамаҡ өйәҙенең 16 олоҫы шулай уҡ республикаға тапшырыла.

Оло Башҡортостандың барлыҡҡа килеүе

1922 йылдың 14 июнендә «Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының сиктәрен киңәйтеү тураһында» тип аталған ВЦИК декреты менән Өфө губернаһы бөтөрөлә.

Уның Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәре Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһына ҡушыла. Республика составына шулай уҡ Силәбе губернаһының Мейәс өйәҙенең Торғаяҡ, Сыростан, Мейәс олоҫтары һәм Мейәс ҡалаһы индерелә. Бәләкәй Башҡортостандан Силәбе губернаһына Ялан кантоны тапшырыла. Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе 1920 йылда барлыҡҡа килгән яңы Автономлы Татар Социалистик Совет Республикаһына тапшырыла.

Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының рәсми баш ҡалаһы булып Өфө таныла.

Юридик яҡтан Өфө губернаһы административ берәмек булараҡ бөтөрөлә, уның ерҙәре Башҡорт Республикаһына күсә. Өфө губернаһының етәкселәре күпселектә Оло Башҡортостандың идаралығына күсә.

Советтар Союзы Комунистик Партияһының Башҡорт өлкә комитетының беренсе сәркәтиптәре:

  1. Йомағолов Хәрис Йомағолла улы (1919, ноябрь — 1919, декабрь)
  2. Каспранский Ахметҡамал Әхмәтнур улы (1920, март — 1920, май)
  3. Викман Пётр Михайлович (1920, июль — 1921, май)
  4. Биишев Ахмед Альмухаметович (июнь — ноябрь 1921)
  5. Худайбердин Шагит Ахметович (ноябрь 1921 — март 1922)
  6. Жеканов А. И. (апрель — сентябрь 1922)
  7. Нимвицкий Борис Николаевич (1922—1923)
  8. Восканов Рубен Айрапетович (1923—1924)
  9. Разумов Михаил Осипович (1924—1926)
  10. Юревич Эдуард Иванович (1926 — февраль 1930)
  11. Быкин Яков Борисович (1930 — октябрь 1937)
  12. Заликин Александр Тарасович (октябрь 1937 — январь 1939)
  13. Растёгин Григорий Сергеевич (январь — ноябрь 1939)
  14. Аношин Иван Семёнович (ноябрь 1939 — январь 1942)
  15. Задионченко Семён Борисович (январь 1942 — январь 1943)
  16. Игнатьев Семён Денисович (январь 1943—1946)
  17. Вагапов Сабир Әхмәтйән улы (1946 — декабрь 1953)
  18. Игнатьев Семён Денисович (декабрь 1953 — июнь 1957)
  19. Нуриев Зия Нуриевич (июнь 1957 — июль 1969)
  20. Шакиров Мидхат Закирович (июль 1969 — июнь 1987)
  21. Хабибулин Равмер Хасанович (июнь 1987 — февраль 1990)
  22. Горбунов Игорь Алексеевич (февраль / апрель 1990 — август 1991)

Ижтимағи-иҡтисади үҫеше

Совет власы осоронда Башҡортостан ҙур үҫеш кисерә, уның сәнәғәт секторына нигеҙ һалына. республиканың күпселек ҡалалары тап ошо осорҙа төҙөлә.

1920 йылдарҙың аҙағында уҡ Башҡортостанда, Татарстанда һәм күрше төбәктәрҙә нефть ятҡылыҡтары табыла (Иҙел-Урал нефть һәм газ төбәге мәҡәләһен ҡара). 1932-се йылдың майында Ишембай янында беренсе скважиналарҙан нефть сығарыла башлай.

1930 йылдарҙа Совет хөкүмәте ошо төбәктә ҙур нефть сығарыу һәм эшкәртеү базаһын ойоштороу маҡсатын ҡуя. Киләсәктә был нефть эшкәртеү һәм нефтехимия тармаҡтарын төҙөүҙә булышлыҡ итә. Иҙел-Урал төбәге «Икенсе Баҡы» тип атала башлай.

Башҡортостандың Урал аръяғында (Белоретта, Учалыла, Сибайҙа) тау сәнәғәте районы булдырыла. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары мөһим сәнәғәт үҙәктәренә әүерелә.

1920-1938 йылдарҙа республика етәкселәре

Ҡарағыҙ: БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты

Бөйөк Ватан һуғышы осоро

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостанға Рәсәйҙең үҙәгенән һәм көньяғынан йөҙҙән ашыу предприятиелар, тиҫтәләрсә госпиталдәр, ҡайһы бер үҙәк хөкүмәт органдары эвакуациялана; 278 мең ҡасаҡтар күсеп килә, шуларҙың 104 меңе — Өфөгә.

Һуғыш ваҡытында бик күп хәрби частар, шул иҫәптән Башҡорт атлы дивизияһы әҙерләнә. «Полководец Суворов», «Александр Невский», «Салават Юлаев» һәм «Уфимец» бронепоездарын эшләп, фронтҡа ебәрәләр[3].

Башҡортостанда табылған нефть ятҡылыҡтары һуғышта еңеү өсөн ифрат ныҡ булышлыҡ итә.

Административ-территориаль бүленеше

1930 йылғаса Башҡортостанда олоҫ-кантон бүленеше була. Мәҫәлән, 1926 йылда Башҡорт АССР-ында 8 кантон була, атап үткәндә Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантоны. Былар 117 олоҫҡа һәм 1 852 ауыл советына бүленә. 1930 йылдың 20 авгусында райондарға бүленеш индерелә. 1952 йылдың майында Башҡорт АССР-ы Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәһенә бүленә. Киләһе йылдың апрелендә был ҡарар юҡҡа сығарыла, Башҡорт АССР-ы берҙәм төбәк булараҡ 54 районға бүленә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Башинформ: 85 йыл элек БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителгән  (рус.)
  2. Закон Башкирской ССР от 25 февраля 1992 года № ВС-10/12 «Об изменении наименования государства Башкирская Советская Социалистическая Республика»
  3. История создания и развития военного комиссариата Республики Башкортостан

Сығанаҡтар

  • История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов. — Уфа: Китап, 2003. — 536 с.
  • Гатауллин Р. Ш. Динамика административно-территориального подчинения исторического Башкортостана. //Материалы IV Всероссийской научно-практической конференции Организация территории: Статика, динамика, управление. / БГПУ им. Акмуллы, Башкортостанстат. — Уфа: Башкортостанстат, 2007. — 288 с.
  • Уральская историческая энциклопедия. Под ред. В.В. Алексеева. Екатеринбург, Уральское отделение РАН, 1999

Әҙәбиәт

  1. Очерки по истории Башкирской АССР / Под ред.: А. П. Смирнова, Н. В. Устюгова, А. И. Харисова, Г. Ф. Шафикова, Р. Г. Кузеева; Академия наук СССР, Башкирский филиал. Институт истории, языка и литературы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1956. — Т. I, часть первая. — 304 с. — 10 000 экз. (в пер.)
  2. История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001): Сборник документов и материалов. — Уфа: Китап, 2003. — 536 с.
  3. Гатауллин Р. Ш. Динамика административно-территориального подчинения исторического Башкортостана // Материалы IV Всероссийской научно-практической конференции «Организация территории: Статика, динамика, управление» / БГПУ им. Акмуллы, Башкортостанстат. — Уфа: Башкортостанстат, 2007. — 288 с.
  4. Уральская историческая энциклопедия / Под ред. В. В. Алексеева. — Екатеринбург: Уральское отделение РАН, 1999.

Һылтанмалар