Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
категория
(категория)
[[Файл: koroltai.jpg|400px|thumb|right| Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эмблемаһында [[Толпар (осҡан ат)|Толпар]]]]
'''Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)'''  — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты [[башҡорттар]]ҙың һәм [[Башҡортостан Республикаһы]]нан ситтә йәшәүсе милләтәштәрҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни торошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.
 
Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны  — ҡоролтай эйә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет идара итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә.
 
Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) бүлектәре бар.
 
== Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары ==
 
=== I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ===
I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә [[Өфө]] ҡалаһында үтә <ref name="БДБҠ Үткәр">[http://kurultay-ufa.ru/2011/08/28/provedenie-kurultaev.html Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын үткәреү тураһында]</ref>. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның һәр ҡала һәм районынан, [[Рәсәй]]ҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләттәренән, шулай уҡ Венгрия, Германия, [[Һоңҡоң]], [[Ҡытай]], Перу, Польша, [[АҠШ]], [[Төркиә]], Финляндия, Швецария, КАР (ЮАР) илдәренән бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 10 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. [[Башҡорттар]]ға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы  — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән милләттәр ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һайлана. Башҡарма комитеттың эшмәкәрлек урыны итеп [[Өфө]] ҡалаһы билдәләнә.
 
=== II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ===
II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә [[Өфө]] ҡалаһында үтә<ref name="БДБҠ Үткәр" />. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Рәсәй Федерацияһы Һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт хөкөм эйәләренә милли сәйәсәт, милләт ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә. Башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты [[Путин Владимир Владимирович|В. В. Путинға]] мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
 
=== III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ===
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [[2010]] йылдың 10-11 июнендә [[Өфө]] ҡалаһында үтә<ref name="БДБҠ Үткәр" />.
Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония, Португалия, Германию, Бразилию, Балтия һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил килә. Беренсе тапҡыр I йәштәр ҡоролтайы ойошторола, уның эшендә 1 000 ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Милли сәйәсәт һәм милләт ара мөнәсәбәт буйынса мөһим ҡарарҙар, башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты [[Медведев Дмитрий Анатольевич|Д. А. Медведевҡа]] мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
 
<gallery>
Рәсем:III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.jpg
</gallery>
 
== Тарих ==
Борон-борондан [[Башҡорттар]] үҙҙәренең иң мөһим мәсьәлеләрен хәл итергә ҡоролтайға йыйылғандар.
# [[Солтанморатов Илгиз Замфир улы]] (2010—2011)
# [[:ru: Йосопов Марсель Харисович| Йосопов Марсель Харис улы]] (2011—2012)
# 2012 йылдан  — Аҙнабаев РумилРүмил Тәлғәт улы.
 
== Шулай уҡ ҡараһыҙ ==
* [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Ҡоролтай]] - — дәүләт орган.
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references />
* [http://encycl.bash-portal.ru/kurultai.htm Ҡоролтай Башҡортостандың ҡыҫкаса энциклопедияһында]
 
[[Категория:БашҡортостанБашҡортостандың ижтимағийәмәғәт организацияларойошмалары]]
[[Категория:Башҡорттар]]
[[Категория:Йәмәғәт ойошмалары]]
38 428

үҙгәртеү

Навигация