Ғафаров Фидан Сафа улы: өлгөләр араһындағы айырма
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл: | 1 юл: | ||
{{Башҡа мәғәнәләре|Ғафаров (фамилиялаш)}} |
{{Башҡа мәғәнәләре|Ғафаров (фамилиялаш)}} |
||
{{Музыкант |
{{Музыкант |
||
|Имя = Фидан Ғафаров |
|Имя = Фидан Ғафаров |
||
25 юл: | 26 юл: | ||
Ул башҡарған төп ролдәр: Хәлил ([[М. Фәйзи]] «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән ([[Ибраһимов Хабибулла Калимулла улы|Х. Ибраһимов]] «Башмағым»), Ричард Галин ([[М. Кәрим]] «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]] «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б. |
Ул башҡарған төп ролдәр: Хәлил ([[М. Фәйзи]] «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән ([[Ибраһимов Хабибулла Калимулла улы|Х. Ибраһимов]] «Башмағым»), Ричард Галин ([[М. Кәрим]] «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]] «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б. |
||
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләтлеге менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең |
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләтлеге менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең "Фидан Ғафаров театры"н ойоштора. |
||
== Бүләктәре == |
== Бүләктәре == |
02:44, 21 март 2015 өлгөһө
Фидан Ғафаров Фидан Сафа улы Ғафаров | ||
Төп мәғлүмәт | ||
---|---|---|
Тулы исеме |
Фидан Сафа улы Ғафаров | |
Тыуған |
12 октябрь 1947 (76 йәш) | |
Тыуған урыны | ||
Һөнәрҙәре |
актёр, йырсы | |
Йырлау тауышы | ||
Наградалар |
| |
Ғафаров Фидан Сафа улы — Башҡортостан Республикаһының, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә.1966 йылда училищены тамамлағас Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
Репертуары
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән тәүләп сығыш яһай. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Ул башҡарған төп ролдәр: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләтлеге менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең "Фидан Ғафаров театры"н ойоштора.
Бүләктәре
Фидан Ғафаров РСФСР-ҙың (1984), БАССР-ҙың (1980) һәм Татарстандың (1994) халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1972) артисы, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
Сығанаҡтар
Ғафаров Фидан Сафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 12 октябрҙә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дүртөйлө районында тыуғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Рәсәй актёрҙары
- Алфавит буйынса йырсылар
- Рәсәй йырсылары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Татарстандың халыҡ артистары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Мәҙәниәт
- Сәнғәт
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары