Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл: 34 юл:
[[Категория:Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнеүселәр]]
[[Категория:Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнеүселәр]]


[ru:Вагапов, Сабир Ахмедьянович]
[[ru:Вагапов, Сабир Ахмедьянович]]

19:58, 26 ноябрь 2010 өлгөһө

Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы — күренекле башҡорт дәүләт эшмәкәре.

1904 йылдың 10 майында Өфө губернияһы Златоуст өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан республикаһының Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған.

1993 йылдың 13 авгусында Өфө ҡалаһында үлгән.

1936 йылда Свердловскиҙа сәнәғәт академияһын тамамлаған.

1920 - 1940 йылдарҙа партия, дәүләт, хужалыҡ эштәрендә эшләгән. 1930 йылда — Мәсетле районын ойоштороусы.

1940 - 1946 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе.

1946 - 1953 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе сәркәтибе.

1929 - 1933 йылдарҙа — БашЦИК ағзаһы.

1946 - 1954 йылдарҙа — СССР Юғары Советы депутаты. 1950 - 1954 СССР Юғары Советы Президумы ағзаһы.

1951 - 1955 йылдарҙа — РСФСР һәм БАССР Юғары Советтары депутаты.

4 тапҡыр Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әҙәбиәт

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.