Конфуцианлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Конфуцианлыҡ''' - көнсығыш диндәренең береһе. Был тәғлимәтте тыуҙырыусы — аҡ…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

15:43, 1 апрель 2015 өлгөһө

Конфуцианлыҡ - көнсығыш диндәренең береһе.

Был тәғлимәтте тыуҙырыусы — аҡыл эйәһе Конфуций (б. э. тиклемге 551—479 йылдар).

Тарихы

Боронғо донъяның күп уҡымышлылары кеүек уны ла бөтәһенән элек кеше үҙе ҡыҙыҡһындырған. Конфуций тәғлимәте — кешеләргә нимәгә ынтылырға, йәмғиәттә йәшәгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә таянып эш итергә кәрәклеген, ғаиләлә мөнәсәбәттәр нисек төҙөлөргә, тәбиғәткә ҡараш ниндәй булырға тейешлеген өйрәткән. Был аҡыл эйәһе боронғо алла — Күкте өлгө итеп һанаған. «Тәбиғәт закондарына ярашлы рәүештә кешегә биш матур сифат: аҡыллылыҡ, кеше һөйөүсәнлек, тоғролоҡ, ололарҙы хөрмәтләү һәм ҡыйыулыҡ хас булырға тейеш; уларһыҙ кешеләр тормошонда тәртип булмаясаҡ», — тигән ул. Конфуций һайлап алынғандар ғына был сифаттарға эйә, шулай ҙа һәр кем уға ынтылырға тейеш, тип иҫәпләгән. Аҡыл эйәһенең фекеренсә аҡылға нигеҙләнеп төҙөлгән йәмғиәт ҡоролошо кешегә үҙ-үҙен камиллаштырыу мөмкинлеген бирергә һәм бөтәһенә лә файҙа килтерергә тейеш булған. Дәүләтте Конфуций кесе кеше олоһона (ябай кеше аҡһөйәккә) буй-