Шәкүров Рәшит Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ми
к
65 юл: 65 юл:
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:М. Аҡмулла исемендәге премия (Миәкә районы) лауреаттары]]
[[Категория:Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары]]

15:44, 7 апрель 2015 өлгөһө

Рәшит Шәкүр
Шәкүров Рәшит Закир улы
Тыуған көнө

15 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (91 йәш)

Тыуған урыны

Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауыл, Әлшәй районы[1]

Ил

СССРРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

Филология

Ғилми дәрәжәһе

Филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

Профессор

Награда һәм премиялары
Салауат Юлаев ордены
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Шәкүров Рәшит Закир улы, Рәшит Шәкүр — күренекле башҡорт шағиры һәм танылған ғалим: тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), М. Аҡмулла һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәбиәт премиялары лауреаты.

1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй[1] районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.

Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ғилми хеҙмәттәре

1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында «Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия» сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» авторҙарының береһе.

Рәшит Шәкүр — 180 ғилми хеҙмәт, тиҫтәгә яҡын китап авторы. Уның ғилми хеҙмәттәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған. 1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры. Өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе. РФ һәм РБ журналистар союзы, яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.

Башҡорт фольлоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе.

Шиғри йыйнтыҡтары

  • «Йөрәгемдә ҡояш» (1970)
  • «Тауҙарым, далаларым» (1982)
  • «Заманалар юлында» (1988)

Маҡтаулы исемдәре

  • М. Аҡмулла исемендәге премия (1989)[2]
  • Р. Ғарипов исемендәге премия
  • З. Биишева исемендәге премия

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡ