Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
к
(вики, һылтанма)
(к)
Төркиәлә уҡып ҡайтҡандан һуң Закир Рәмиев тыуған иленә ҡайта һәм күпмелер ваҡыт [[Орск]]иҙа йәшәй. Бында ул сауҙа менән шөғөлләнә, йәйҙәрен алтын приискыһында үткәрә, Төркиәнән ҡайтҡандың икенсе йылына сауҙагәр Бурнаевтың ҡыҙы Мәхүпъямалға өйләнә. Уларҙың һигеҙ балалары тыуа.
 
Ҡыштарын Закир Рәмиев ғаиләһе менән бергә [[ЫрымбуhЫрымбур]]ҙа йәшәй, ижади һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Уның өйөндә татар интеллигенцияһының алдынғы вәкилдәре йыйыла. Ул күп уҡый, [[Европа]] буйлап сәйәхәт ҡыла, үҙ шиғри әҫәрҙәрен ижад итә. Дәрдмәнд — һағыш шағиры.
 
Закир йәмәғәт тормошонда әүҙем кеше була — бер нисә тапҡыр Ырымбур ҡала думаһына һайлана, [[1906 йыл]]да уны I Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлайҙар. [[1917 йыл]]дың июлендә [[Ҡазан]]да [[Бөтә Рәсәй мосолман ҡоролтайы]] эшендә ҡатнаша. Ноябрь аҙағында Ырымбурҙа үткәрелгән Дөйөм башҡорт ҡоролтайы Башҡорт республикаһын ойоштороу тураһында иғлан итә. Республика иң элек үҙ территорияһындағы бөтә ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарын, шул иҫәптән Рәмиевтарҙың приискыларын да, дәүләт милке итеп иғлан итә.
 
[[1918 йыл]]дың [[23 ғинуар]]ында Ырымбурҙа бөтә власть большевиктар ҡулына күсә. «Ваҡыт» һәм «Шура» сығыуҙан туҡтай. Шәхси типографияһын эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советына тапшырып, 59 йәшлек Закир Рәмиев Ырымбурҙағы йортон, милкен, бай китапханаһын ҡалдырып, ғаиләһе менән Орскиға күсенә.
 
 
[[Категория:Татар яҙыусылары]]
[[Категория:Рәмиевтар]]
38 428

үҙгәртеү

Навигация