Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
(категориялар)
''' Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды''' — 1994 йылдың майында барлыҡҡа килгән коммерцияға ҡарамаған хәйриә ойошмаһы, уны скрипкасы һәм дирижёр [[Спиваков Владимир СпиваковТеодорович|Владимир Спиваков]] ойошторған. Владимир Спиваков фондының эшмәкәрлек йүнәлештәре — музыкала һәм һынлы сәнғәттә ҙур һәләттәре асылған балаларға ярҙам итеү, таланттарын үҫтереү, Рәсәйҙә[[Рәсәй]]ҙә һәм сит илдәрҙә уларҙың ижади үҫешен ойоштороу. Тағы бер йүнәлеш — мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, төрлө яҡлап хәйриә булышлығы күрһәтеү. Фонд 2005 йылдан Jeunesses Musicales International халыҡ-ара ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле һәм ағзаһы булып тора.
 
Фонд талантлы йәш музыканттарға, бейеүселәргә, рәссамдарға ярҙам итә, улар өсөн оҫталыҡ кластары, концерттар, турҙар һәм күргәҙмәләр ойоштора. Фонд стипендиаттары халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрендә ҡатнаша. 1994 йылдан фонд — [[Франция]]<nowiki/>ның Кольмар ҡалаһында үткәрелә торған Халыҡ-ара Музыка фестивален ойошторошоусы һәм уның даими ҡатнашыусыһы.
 
Фонд [[Мәскәү]], [[Санкт-Петербург]], Себер, Урал, [[Украина]], Белоруссияның[[Белоруссия]]ның һ.б. музыка мәктәптәренә, сәнғәт мәктәптәренә һәм художество мәктәптәренә дамим ярҙам күрһәтә. 1998 йылдың 11 июнендә Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды бүлексәһе Башҡортостанда[[Башҡортостан]]да асыла. Шунан бирле бер нисә тиҫтә һәләтле бала уның ярҙамында музыкаль белемен һәм оҫталығын үҫтерҙе, Владимир Теодорович уларҙы сифатлы музыка ҡоралы менән тәьмин итте. Музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө, әүҙем йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Владимир Спиваков 2013 йылда «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде.
 
В. Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды мәғариф, фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт менән бәйлелектәге бик күп төрлө социаль программаларға булышлыҡ күрһәтә. Фонд шулай уҡ балаларҙың һаулығы өлкәһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, етем, инвалид балаларға, балалар йорттарына һәм дауаханаларына ла ярҙамын бүлә.
83 655

үҙгәртеү

Навигация