Күзбәков Фәнил Тимерйән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Фәнил Тимерйән улы Күзбәков''' ([[2 декабрь]] [[1952 йыл]]дың; [[Әбет]] ауылы, [Мәләүез районы]]) — шағир, әҙәби тәнҡитсе, педагог.
'''Фәнил Тимерйән улы Күзбәков''' ([[2 декабрь]] [[1952 йыл]]дың; [[Әбет]] ауылы, [[Мәләүез районы]]) — шағир, әҙәби тәнҡитсе, педагог.


== Биография ==
== Биография ==

08:20, 14 май 2015 өлгөһө

Фәнил Тимерйән улы Күзбәков (2 декабрь 1952 йылдың; Әбет ауылы, Мәләүез районы) — шағир, әҙәби тәнҡитсе, педагог.

Биография

(1952 йылдың 2 декабрендә) Мәләүез районының Әбет ауылында һигеҙ бала араһында алтынсыһы булып донъяға килгән. Төньяҡ флотта хеҙмәт итә, өлкән матрос. Урал университетының (Екатеринбург) журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербургта аспирантура, докторантура үтә. Тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы. Президент аппаратында (баш белгес, 1994—1996), Башҡортостан мәғариф үҫтереү институтында(ректор, 2005—2009) эшләй. Әлеге мәлдә БДУ профессоры, «Ағиҙел» журналында шиғриәт бүлеген дә етәкләй. Өс йөҙ самаһы фәнни, фәнни-популяр хеҙмәттәр авторы (Газета жанрҙары. Публицистика. — Өфө, 1990, 48 бит; История культуры башкир. — Уфа, 1993,1997, 128 стр.; Башкирская журналистика как явление этнической культуры. — Уфа, 2006, 384 стр.; Рухиәт ҡотҡарыр. — Өфө, 2011, 448 бит; Современные средства массовой информации Республики Башкортостан. — Уфа,2013, 76 стр.). Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Шағир, әҙәби тәнҡитсе, педагог, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн әсбаптар авторы. Башҡортостан мәғарифының атҡаҙанған, Рәсәй мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре, журналистика өлкәһендә Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия лауреаты. Ике улы, ҡыҙы, ейәне, ейәнсәре бар. «Йәшәйеш ҡанундары» (Өфө,2007) шиғри йыйынтығында шәжәрәһе баҫылған.

Шиғри йыйынтыҡтары

  • Бәйге. — Өфө,1993,34 бит;
  • Өмөт шәмдәлдәре. — Өфө,1996, 144 бит;
  • Һағыш. — Өфө, 2002, ;
  • Йәшәйеш ҡанундары. — Өфө, 2007, 264 бит.

Башҡорт шиғриәте антологияларында (Өфө,2001, 2007, М.,2008) шиғри шәлкемдәре баҫылған. Шиғырҙары урыҫ, төрөк, татар, ҡалмыҡ, балҡар һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Матбуғат биттәрендә, йыйынтыҡтарҙа уның хаҡында, ижады тураһында ҡырҡтан ашыу мәҡәлә донъя күргән. Биобиблиографик характерҙағы тулыраҡ мәғлүмәтте «В упряжке наука и творчество» (Уфа: БИРО, 2009, 40 стр.), «Фәнил Күзбәков» (Мәләүез, 2012, 58 бит)исемле баҫмаларҙа табырға мөмкин.