Солтанов Абдулла Афзал улы: өлгөләр араһындағы айырма
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) ә Ryanag Солтанов Абдулла Авзал улы битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Солтанов Абдулла Афзал улы |
(айырмалар юҡ)
|
05:43, 23 май 2015 өлгөһө
Абдулла Солтанов | |||
Исеме |
Абдулла Афзал улы Солтанов | ||
---|---|---|---|
Тыуған |
25 сентябрь 1928 (95 йәш) | ||
Тыуған урыны | |||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
йырсы | ||
Инструменттар | |||
Наградалар |
| ||
Абдулла Афзал улы Солтанов 25 сентябрь 1928,Тамьян-Ҡатай кантоны, Ҡобағош ауылы, Башҡорт АССР-ы — үҙешмәкәр йырсы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
Биографияһы
Солтанов Абдулла Афзал улы Учалы районы элекке Ленин исемендәге колхозының малсыһы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе булып эшләгән). Ғәжәйеп матур тауышлы, моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск, Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнгәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендә Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.
Абдулла Солтанов — үҙешмәкәр йырсыларҙың Бөтөн Рәсәй конкурсы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1992).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Учалы районы Башҡортостан.
Һылтанмалар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Учалы районында тыуғандар
- 25 сентябрҙә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- Рәсәй йырсылары
- СССР йырсылары
- XX быуат йырсылары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Алфавит буйынса музыканттар
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре