Балыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
текст
ә к
17 юл: 17 юл:
| eol = 4656086
| eol = 4656086
}}
}}
'''Балыҡтар''' ({{lang-la|Pisces}}) — [[хайуандар]] донъяһының айырым класы; [[айғолаҡ]] аша һулыш алыусы умыртҡа һөйәклеләрҙең ҙур төркөмө<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>; йөҙгөс ҡойроҡло, һалҡын ҡанлы, умыртҡалы һыу тереклеге.
'''Балыҡтар''' ({{lang-la|Pisces}}) — [[хайуандар]] донъяһының айырым класы; [[айғолаҡ]] аша һулыш алыусы умыртҡа һөйәклеләрҙең ҙур төркөмө<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)</ref>; йөҙгөс ҡойроҡло, һалҡын ҡанлы, умыртҡалы һыу тереклеге.

Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып [[океан]] тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.

Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора.

Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (''[[Paedocypris progenetica]]''<ref>[http://www.nhm.ac.uk/about-us/news/2006/jan/news_7501.html World’s smallest fish — Natural History Museum]</ref>) 13,7 м-ға тиклем ([[кит акулаһы]]).

Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә<ref>[http://www.zin.ru/projects/zooint_r/zi2.htm Высшие таксоны животных: данные о числе видов для России и всего мира (А. В. Неелов, 1995)]</ref>, шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.

[[Зоология]]ның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне [[ихтиология]] тип атала.

Төҙөлөшө, туҡлаыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: ''кимерсәклеләргә'' һәм ''һөйәклеләргә'' буленә.

== Кимерсәкле балыҡтар ==
== Кимерсәкле балыҡтар ==
40 юл: 40 юл:
Һөйәкле балыҡтар класы, нур ҡанатлылар ярым-класы вәкилдәренең тышҡы ҡийәфәте бик төрлө, ләкин барыһының да уртаҡ билдәләре бар. Урарҙың тәне яҫы һәм баш, кәүҙә, ҡойрок өлөштәренә бүленә. Балыҡтар, береһе өҫтөнә береһе ятҡан, һөйәк пластинкалар (тәңкәләр) менән ҡапланған. Тәңкәләр ярым үтә күренмәле, ҡырыйы шыма йәки тешле була. Тәңкәләр тиренән (дермадан) барлыҡҡа килә. Тәңкә япманың өҫтө лайла менән ҡапланған.

Балыҡтың скелеты тулыһынса тейерлек һөйәктәрҙән тора. Умыртҡалыҡ һөйәк умыртҡаларҙан төҙөлгән һәм кәүҙә, ҡойроҡ өлөштәренә бүленә. Умыртҡаларҙың үҫентеләре — өҫкө һәм аҫҡы йәйәләре була. Кәүҙә өлөшөндә өҫкө йәйәләр ҡушылып арҡа мейе каналын барлыҡҡа килтерә. Тән ҡыуышлығын өҫтән һәм йәнн-яҡтан ҡабырғалар сикләй. Баш һөйәгенең күп өлөшө — һөйәк, ул мейе тартмаһынан, ҡаҙналык һөйәктәренән, һаңаҡ йәйәләренән һәм һаңаҡ ҡапкасынан тора. Парлы күкрәк һәм ҡорһаҡ йөҙгөстәре бик күп ваҡ һөйәкләрҙән яһалған.

Мускулдар системаһы тоташтыргыс туҡыманан торған бүлгеләр менән сегменттарға бүлгәләнгән. Уны 2 һымаҡ кәүҙә мускулдары тәшкил итә.

== Нервылар системаһы ==
== Нервылар системаһы ==
Нервылар системаһы түбән төҙөлөшлө. Баш мейеһе бүлектәре һыҙыҡлы һәм бик бәләкәй була.

Балыҡтарҙың [[нерв системаһы]] [[Баш мейе|баш]] һәм [[арҡа мейе]]нән, уларҙан китеүсе нервларҙан тора. Баш мейе мейе тартмаһында урнашҡан һәм биш бүлектән тора: алғы мейе, ара мейе, урта мейе, оҙонса мейе һәм кесе мейе. Оҙонса мейе арҡа мейеһенә күсә. Ул умыртҡаларҙың өҫкө йәйәләре барлыҡҡа китергән тишектәрҙән яһалған умыртҡалыҡ каналы эсенән оҙон аҡ таж булып һуҙылған. Күп һанлы нервтар баш һәм арка мейеһен балыҡтың төрло органдары менән бәйләнештә тота.

52 юл: 52 юл:
== Һиҙеү ағзалары ==
== Һиҙеү ағзалары ==

Һиҙеү ағзалары күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү һәм һиҙеү ағзаларынан тора. Күҙҙәр баштың ике яғында урынлашҡан һәм яҡындағы предметтарҙы яҡшы күрергә яраҡлашҡан. Ишетеү ағзаһы эске ҡолаҡтан, йәғни баш һөйәктең артҡы өлөшөндә урынлашҡан лабиринттан ғибәрәт.

Еҫ һиҙеү ағзаһы томшоғоноң осонда урынлашҡан йомоҡ соҡорҙарҙан тора. Танау соҡорҙарың төбө һәм стенкаларында нервылар остары бар. Балыҡтар һыуҙа төлө еҫтәрҙе һиҙәләр.

Тәм ағзалары ауыҙ ҡыуышлығында, тиреһендә, хатта ҡойроғанда ла бар.Балыҡ тар әсе, татлы, тоҙло тәмдәрҙе айыра. Ауыҙ эргәһендә мыйыҡтары булған балыҡтар (мәҫәлән йәйедәр һәм шамбылар) аҙыҡҡа ҡағалмайынса ла аҙыҡтың тәмен беләләр.
Тәм ағзалары ауыҙ ҡыуышлығында, тиреһендә, хатта ҡойроғанда ла бар. Балыҡ тар әсе, татлы, тоҙло тәмдәрҙе айыра. Ауыҙ эргәһендә мыйыҡтары булған балыҡтар (мәҫәлән йәйедәр һәм шамбылар) аҙыҡҡа ҡағалмайынса ла аҙыҡтың тәмен беләләр.
Тәм тойоу органдары хеҙмәтен тәм төйөрсөктәре үтәй. Улар нерв остары менән сорналған күҙәнәктәр төркөмөнән тора. Тәм төйөрсөктәре ауыҙ ҡыуышлығында ғына түгел, бәлки тәндең күп кенә өлөштәрендә тиренең тышҡы ҡатлауында ла урынашҡан. Күреү органдары — яҫы мөгөҙҡатлау менән түңәрәк хрусталиктан торған күҙҙәр. Ишетеү анализаторы — баш һөйәгендә урынашҡан эске ҡолаҡ ҡына; ҡолаҡ япрағы һәм ишетеү юлы юҡ.

Балыҡтарҙың ҡабырға һыҙығы — ағамдың йүнәлешен һәм тиҙлеген ҡабул итеүсе үҙенсәлекле ағза. Ул ҡабырғала һәйбәт күренә һәм тәндең алғы осонан артҡы осона тиклем дауам итә.

Балыҡтарға һыуҙың хәрәкәтен тойоусы, үҙенә бер төрлө һиҙеү органы — ян һыҙыҡ булыу хас. Ул тәндең ян өҫлөгөндә тупланған һиҙеүсе күҙәнәктәрҙән тора. Һыу ағымы, һиҙгер эпителийҙың теге йәки был нөктәһен тынысһыҙлап, балыҡҡа ориентлашырға, хатта яҡынлашыусы дошманын һиҙергә лә мөмкинлек бирә. Болғансыҡ һыулыҡтарҙа, тәндең пространстволағы торошон билдәләү өсөн, ян һыҙыҡ органдары күҙгә һәм башҡа һиҙеү органдарына ҡарағанда йыш ҡына кәрәклерәк тә була.

== Ҡан тамырҙары системаһы ==
== Ҡан тамырҙары системаһы ==
Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Ул йөрәктәр һәм бер ҡан әйләнешенән тора. Тәндең алға өлөшөндә урынлашкан.Ҡан ҡарынсыҡтан ҡорһаҡ аортаһына керә. Аорта артерияларға бүленә. Улар буйлап ҡан һаңаҡтарга килә, һаңаҡтарҙа артериялар күп һанлы ваҡ ҡан тамырҙарына — капиллярҙарға тармаҡлана. Һаңаҡ капиллярҙарындағы ҡан, [[углекислый газ]]дан арынып, [[кислород]]ҡа байый һәм был ҡан, арҡа артерияһына йыйылып, тәндең бөтә органдарына, шулай уҡ мускулдарына китә. Бирелә ҡуйы капиллярҙар селтәре аша ҡандағы кислород һәм туклыҡлы мәтдәләр — туҡымаларға, ә уларҙан углекислый газ һәм тереклек эшсәнлегенең башҡа продукттары ҡанға күсә. Туҡымаларҙан ҡан йөрәккә барыусы тамырҙарға — веналарға йыйыла һәм улар буйлап йөрәк алдына килеп керә.

== Һулыш системаһы ==
== Һулыш системаһы ==
Һулыш алыу ағзаһы — айғолаҡтар. Улар баштың ике яғында урынлашкан һәм айғолаҡ ҡапҡастары менән ҡапланған. Айғолаҡтар һыу һәм организмдың ҡан тамырҙары системаһы араһында газ алмашыныуҙы башҡара. Һулыш алыу процессы айғолаҡтарҙы йыуыусы һыу хәрәкәте арҡаһында башҡарыла. Айғолаҡ ҡапҡастары һәм ауыҙ ҡыуышлығы һыуҙы ауыҙ ҡыуышлығына һүрып ала һәм этеп сығара.

== Аш һеңдереү системаһы ==
== Аш һеңдереү системаһы ==
Балыҡтарҙың күпселек төрҙәренең ауыҙ ҡыуышлығында күп һанлы конус һымаҡ тештәр була. Ауыҙ ҡыуышлығы менән ҡыҫҡа үңәскә илтеүсе йотҡолоҡ араһында сик беленмәй. Ашҡаҙаны төрлө формала һәм төрлө ҙурлыҡта була, һайһы бер төрҙәренең ашҡаҙаны зәғиф үҫкән. Тирән һыуҙарҙа тереклек итеүсе йыртҡыс балыҡларҙың ашҡаҙаны һуҙылыусан, был — оҙаҡ ас торорға яйлашыу, сөнки бик тирәндә табыш һирәк эләгә.

Эсәклектең нәҡ башланған урынында аш ҡайнатыу өҫлөгөн арттырыусы һуҡыр үҫентеләр була. Бауырҙа эшләнгән үт сыекшаһы үт ҡыуығына йыйыла, һуңынан эсәктең алғы бүлегенә керә. Ашҡаҙаны аҫты биҙҙәренең юлдары эсәклектең башланғыс бүлегенә асыла.

78 юл: 78 юл:
== Бүлеп сығарыу системаһы ==
== Бүлеп сығарыу системаһы ==
Бүлеп сығарыу системаһы оҙон таҫма һымаҡ бөйөрҙәрҙән тора. Улар умыртҡалыҡтың ике яғында йөҙөү ҡыуығы өҫтөндә ята. Бөйөрҙәрҙең эске ҡырыйынан һейҙек юлдары һузылған, улар, бер каналға тоташып, аналь асыҡлыҡ артында, йенес юлынан айырым, тышҡа асыла. Ҡайһы бер төрҙәрендә һейҙек ҡыуығы ла була.

== Үрсеү органдары ==
== Үрсеү органдары ==
Үрсеү органдары айырым каналдар менән йенес юлы булып тышҡа асыла. Күкәй күҙәнәктәр (ыуылдыҡтар) ваҡ, йоҡа ҡойҡа һымаҡ тышсалы; балыҡтарҙа, ҡағиҙә булараҡ, тышҡы аталаныу.

84 юл: 84 юл:
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә. Был күренеш балыҡтарҙың һыу әйләнмәләрен яҡшы һиҙемләү һәм уларҙы ҡуллана белеү менән аңлатыла. Шундай уҡ ысул менән паруслы яхта елгә ҡаршы йөҙә.<ref>[http://www.muzey-factov.ru/ Ҡыҙыҡлы факттар]</ref>

== Әҙәбиәт ==
* ''Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 4. Часть первая. (Рыбы)''. Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. М. Просвещение, 1971. 656 стр.
* Павлов Д. А. ''Морфологическая изменчивость в раннем онтогенезе костистых рыб'' — М.: ГЕОС, 2007. — 262 с.
* Павлов Д. С., Лупандин А. И., Костин В. В. ''Механизмы покатной миграции молоди речных рыб'' — М.: Наука, 2007. — 212 с.
* Попов П. А. ''Рыбы Сибири: распространение, экология, вылов'' — Новосибирск, 2007. — 525 с.
* Баклашова Т. А. ''Ихтиология'' — М.: Пищевая пром-сть, 1980. — 324 с.

== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}

== Һылтамалар ==
== Һылтамалар ==
* [http://tatar.org.ru/kurs/7-biologiya/cyr_161.php Биология В.Б. Захаров, Н.И. Сонин]
* [http://tatar.org.ru/kurs/7-biologiya/cyr_161.php Биология В. Б. Захаров, Н. И. Сонин]
* [http://fishbase.org/home.htm FishBase // WorldFish Center] — Донья балыҡтары буйынса мәғлүмәт сығанағыа (2006 йылдың декабрь айына — 29600 төр, 222490 халыҡсан атамалары, 43600 рәсем, 39200 һылтанма)

[[Категория:Балыҡтар|Балыҡтар]]
[[Категория:Балыҡтар|Балыҡтар]]
[[Категория:Парафилет төркөмдәр]]

03:42, 5 июнь 2015 өлгөһө

Балыҡтар

Макропод (Macropodus opercularis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pisces

Классы

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
EOL  4656086

Балыҡтар (лат. Pisces) — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һулыш алыусы умыртҡа һөйәклеләрҙең ҙур төркөмө[1]; йөҙгөс ҡойроҡло, һалҡын ҡанлы, умыртҡалы һыу тереклеге.

Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.

Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica[2]) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).

Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә[3], шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.

Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.

Төҙөлөшө, туҡлаыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: кимерсәклеләргә һәм һөйәклеләргә буленә.

Кимерсәкле балыҡтар

Күпселек кимерсәкле балыҡтар диңгеҙҙәрҙә йәшәй, айырым төрҙәре генә сөсө һыуҙа осрай. Хәҙер йәшәгән кимерсәкле балыҡтарҙың төҙөлөшөндә ҡайһы бер боронғо билдәлер: кимерсәкле һөлдә, айғолаҡ тишектәре, башының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан арҡыры ауыҙ тишеге һәм башҡалар һакланған.

Һөйәкле балыҡтар

Балыҡтарҙың иң күп төркөмө. Океандарҙа, диңгеҙҙәрҙә, йылғаларҙа, күлдәрҙә, даими һәм вакытлыса булған һыу ятҡылыҡтарында тереклек итәләр. Хәҙерге балыктарҙың 96%-ын һөйәкле балыҡтар тәшкил итә. Уларҙың тән формаһы төрлөсә: оҙонса, түңәрәк һымаҡ, трпедо һымаҡ, япраҡ һымаҡ, йылан һамаҡ була.

Тән төҙөлөшө

Һөйәкле балыҡтарҙың тәңкәләре

Һөйәкле балыҡтар класы, нур ҡанатлылар ярым-класы вәкилдәренең тышҡы ҡийәфәте бик төрлө, ләкин барыһының да уртаҡ билдәләре бар. Урарҙың тәне яҫы һәм баш, кәүҙә, ҡойрок өлөштәренә бүленә. Балыҡтар, береһе өҫтөнә береһе ятҡан, һөйәк пластинкалар (тәңкәләр) менән ҡапланған. Тәңкәләр ярым үтә күренмәле, ҡырыйы шыма йәки тешле була. Тәңкәләр тиренән (дермадан) барлыҡҡа килә. Тәңкә япманың өҫтө лайла менән ҡапланған.

Балыҡтың скелеты тулыһынса тейерлек һөйәктәрҙән тора. Умыртҡалыҡ һөйәк умыртҡаларҙан төҙөлгән һәм кәүҙә, ҡойроҡ өлөштәренә бүленә. Умыртҡаларҙың үҫентеләре — өҫкө һәм аҫҡы йәйәләре була. Кәүҙә өлөшөндә өҫкө йәйәләр ҡушылып арҡа мейе каналын барлыҡҡа килтерә. Тән ҡыуышлығын өҫтән һәм йәнн-яҡтан ҡабырғалар сикләй. Баш һөйәгенең күп өлөшө — һөйәк, ул мейе тартмаһынан, ҡаҙналык һөйәктәренән, һаңаҡ йәйәләренән һәм һаңаҡ ҡапкасынан тора. Парлы күкрәк һәм ҡорһаҡ йөҙгөстәре бик күп ваҡ һөйәкләрҙән яһалған.

Мускулдар системаһы тоташтыргыс туҡыманан торған бүлгеләр менән сегменттарға бүлгәләнгән. Уны 2 һымаҡ кәүҙә мускулдары тәшкил итә.

Нервылар системаһы

Нервылар системаһы түбән төҙөлөшлө. Баш мейеһе бүлектәре һыҙыҡлы һәм бик бәләкәй була. Балыҡтарҙың нерв системаһы баш һәм арҡа мейенән, уларҙан китеүсе нервларҙан тора. Баш мейе мейе тартмаһында урнашҡан һәм биш бүлектән тора: алғы мейе, ара мейе, урта мейе, оҙонса мейе һәм кесе мейе. Оҙонса мейе арҡа мейеһенә күсә. Ул умыртҡаларҙың өҫкө йәйәләре барлыҡҡа китергән тишектәрҙән яһалған умыртҡалыҡ каналы эсенән оҙон аҡ таж булып һуҙылған. Күп һанлы нервтар баш һәм арка мейеһен балыҡтың төрло органдары менән бәйләнештә тота.

Балыҡтарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуында шартһыҙ һәм шартлы рефлекстар күҙәтелә.

Һиҙеү ағзалары

Һиҙеү ағзалары күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү һәм һиҙеү ағзаларынан тора. Күҙҙәр баштың ике яғында урынлашҡан һәм яҡындағы предметтарҙы яҡшы күрергә яраҡлашҡан. Ишетеү ағзаһы эске ҡолаҡтан, йәғни баш һөйәктең артҡы өлөшөндә урынлашҡан лабиринттан ғибәрәт.

Еҫ һиҙеү ағзаһы томшоғоноң осонда урынлашҡан йомоҡ соҡорҙарҙан тора. Танау соҡорҙарың төбө һәм стенкаларында нервылар остары бар. Балыҡтар һыуҙа төлө еҫтәрҙе һиҙәләр.

Тәм ағзалары ауыҙ ҡыуышлығында, тиреһендә, хатта ҡойроғанда ла бар. Балыҡ тар әсе, татлы, тоҙло тәмдәрҙе айыра. Ауыҙ эргәһендә мыйыҡтары булған балыҡтар (мәҫәлән йәйедәр һәм шамбылар) аҙыҡҡа ҡағалмайынса ла аҙыҡтың тәмен беләләр. Тәм тойоу органдары хеҙмәтен тәм төйөрсөктәре үтәй. Улар нерв остары менән сорналған күҙәнәктәр төркөмөнән тора. Тәм төйөрсөктәре ауыҙ ҡыуышлығында ғына түгел, бәлки тәндең күп кенә өлөштәрендә тиренең тышҡы ҡатлауында ла урынашҡан. Күреү органдары — яҫы мөгөҙҡатлау менән түңәрәк хрусталиктан торған күҙҙәр. Ишетеү анализаторы — баш һөйәгендә урынашҡан эске ҡолаҡ ҡына; ҡолаҡ япрағы һәм ишетеү юлы юҡ.

Балыҡтарҙың ҡабырға һыҙығы — ағамдың йүнәлешен һәм тиҙлеген ҡабул итеүсе үҙенсәлекле ағза. Ул ҡабырғала һәйбәт күренә һәм тәндең алғы осонан артҡы осона тиклем дауам итә. Балыҡтарға һыуҙың хәрәкәтен тойоусы, үҙенә бер төрлө һиҙеү органы — ян һыҙыҡ булыу хас. Ул тәндең ян өҫлөгөндә тупланған һиҙеүсе күҙәнәктәрҙән тора. Һыу ағымы, һиҙгер эпителийҙың теге йәки был нөктәһен тынысһыҙлап, балыҡҡа ориентлашырға, хатта яҡынлашыусы дошманын һиҙергә лә мөмкинлек бирә. Болғансыҡ һыулыҡтарҙа, тәндең пространстволағы торошон билдәләү өсөн, ян һыҙыҡ органдары күҙгә һәм башҡа һиҙеү органдарына ҡарағанда йыш ҡына кәрәклерәк тә була.

Ҡан тамырҙары системаһы

Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Ул йөрәктәр һәм бер ҡан әйләнешенән тора. Тәндең алға өлөшөндә урынлашкан.Ҡан ҡарынсыҡтан ҡорһаҡ аортаһына керә. Аорта артерияларға бүленә. Улар буйлап ҡан һаңаҡтарга килә, һаңаҡтарҙа артериялар күп һанлы ваҡ ҡан тамырҙарына — капиллярҙарға тармаҡлана. Һаңаҡ капиллярҙарындағы ҡан, углекислый газдан арынып, кислородҡа байый һәм был ҡан, арҡа артерияһына йыйылып, тәндең бөтә органдарына, шулай уҡ мускулдарына китә. Бирелә ҡуйы капиллярҙар селтәре аша ҡандағы кислород һәм туклыҡлы мәтдәләр — туҡымаларға, ә уларҙан углекислый газ һәм тереклек эшсәнлегенең башҡа продукттары ҡанға күсә. Туҡымаларҙан ҡан йөрәккә барыусы тамырҙарға — веналарға йыйыла һәм улар буйлап йөрәк алдына килеп керә.

Һулыш системаһы

Һулыш алыу ағзаһы — айғолаҡтар. Улар баштың ике яғында урынлашкан һәм айғолаҡ ҡапҡастары менән ҡапланған. Айғолаҡтар һыу һәм организмдың ҡан тамырҙары системаһы араһында газ алмашыныуҙы башҡара. Һулыш алыу процессы айғолаҡтарҙы йыуыусы һыу хәрәкәте арҡаһында башҡарыла. Айғолаҡ ҡапҡастары һәм ауыҙ ҡыуышлығы һыуҙы ауыҙ ҡыуышлығына һүрып ала һәм этеп сығара.

Аш һеңдереү системаһы

Балыҡтарҙың күпселек төрҙәренең ауыҙ ҡыуышлығында күп һанлы конус һымаҡ тештәр була. Ауыҙ ҡыуышлығы менән ҡыҫҡа үңәскә илтеүсе йотҡолоҡ араһында сик беленмәй. Ашҡаҙаны төрлө формала һәм төрлө ҙурлыҡта була, һайһы бер төрҙәренең ашҡаҙаны зәғиф үҫкән. Тирән һыуҙарҙа тереклек итеүсе йыртҡыс балыҡларҙың ашҡаҙаны һуҙылыусан, был — оҙаҡ ас торорға яйлашыу, сөнки бик тирәндә табыш һирәк эләгә.

Эсәклектең нәҡ башланған урынында аш ҡайнатыу өҫлөгөн арттырыусы һуҡыр үҫентеләр була. Бауырҙа эшләнгән үт сыекшаһы үт ҡыуығына йыйыла, һуңынан эсәктең алғы бүлегенә керә. Ашҡаҙаны аҫты биҙҙәренең юлдары эсәклектең башланғыс бүлегенә асыла.

Йөҙөү ҡыуығы

Күпселек һөйәкле балыҡтарҙың һауа тулған йөҙөү ҡыуығы була. Ул аш ҡайнатыу көпшәһенең арҡа яғы үҫентеһе кеүек үҫеш ала. Һуңырак күп кенә төрҙәрендә йөҙөү ҡыуығы үңәс менән бәйләнешен юғалта, ләкин ҡайһы берҙәрендә бәйләнеш гомөр буйына һаҡлана. Йөҙөү ҡыуығы, нигеҙҙә, гидростатик функцияны үтәй, йәғни вертикаль яҫылыҡта балыҡтың ирекле хәрәкәтен тәэмин итә. Уның стенаһы капиллярҙар селтәре менән яҡшы тәэмин ителгән. Бик тиҙ тирәнгә төшкәндә, балыҡ тәненә баҫым кинәт арта, һәм һауа ҡыуыҡтан ҡанға күсә. Нәтижәлә балыҡтың сағыштырма ауырлығы арта, был уның сумыуына булышлыҡ итә. Өҫкә йөҙөп сыҡҡанда, киреһенсә, һыуҙың баҫымы һәм газдарҙың ҡанда эреүсәнлеге кәмей, һәм газ ҡан тамырҙарынан һауа ҡыуығына сыға.

Бүлеп сығарыу системаһы

Бүлеп сығарыу системаһы оҙон таҫма һымаҡ бөйөрҙәрҙән тора. Улар умыртҡалыҡтың ике яғында йөҙөү ҡыуығы өҫтөндә ята. Бөйөрҙәрҙең эске ҡырыйынан һейҙек юлдары һузылған, улар, бер каналға тоташып, аналь асыҡлыҡ артында, йенес юлынан айырым, тышҡа асыла. Ҡайһы бер төрҙәрендә һейҙек ҡыуығы ла була.

Үрсеү органдары

Үрсеү органдары айырым каналдар менән йенес юлы булып тышҡа асыла. Күкәй күҙәнәктәр (ыуылдыҡтар) ваҡ, йоҡа ҡойҡа һымаҡ тышсалы; балыҡтарҙа, ҡағиҙә булараҡ, тышҡы аталаныу.

Ҡыҙыҡлы факттар

Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә. Был күренеш балыҡтарҙың һыу әйләнмәләрен яҡшы һиҙемләү һәм уларҙы ҡуллана белеү менән аңлатыла. Шундай уҡ ысул менән паруслы яхта елгә ҡаршы йөҙә.[4]

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. World’s smallest fish — Natural History Museum
  3. Высшие таксоны животных: данные о числе видов для России и всего мира (А. В. Неелов, 1995)
  4. Ҡыҙыҡлы факттар

Әҙәбиәт

  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 4. Часть первая. (Рыбы). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. М. Просвещение, 1971. 656 стр.
  • Павлов Д. А. Морфологическая изменчивость в раннем онтогенезе костистых рыб — М.: ГЕОС, 2007. — 262 с.
  • Павлов Д. С., Лупандин А. И., Костин В. В. Механизмы покатной миграции молоди речных рыб — М.: Наука, 2007. — 212 с.
  • Попов П. А. Рыбы Сибири: распространение, экология, вылов — Новосибирск, 2007. — 525 с.
  • Баклашова Т. А. Ихтиология — М.: Пищевая пром-сть, 1980. — 324 с.

Һылтамалар