Библия: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
хаталар төҙәтелде
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл: 6 юл:
Иҫке Ғәһед бер нисә өлөштән тора. Тәүрат (йәһүдсә — [[Тора]]) тип аталған өлөшөн [[Муса (пәйғәмбәр)|Муса пәйғәмбәрҙең]] 5 китабы тәшкил итә, тағы бер ҙур ғына өлөшө йәһүд халҡының боронғо тарихын бәйән итеүсе 13 китапты берләштерә, Зәбүр (Псаломдар) тигән өсөнсө өлөшөндә христиандарҙа һәм йәһүдиҙәрҙә ғибәҙәт ҡылғанда уҡыла торған дини шиғырҙар тупланған. Иҫке Ғәһед ун бер йәһүд пәйғәмбәренең асылмыштарын бәйән иткән Пәйғәмбәрҙәр китабы менән йомғаҡланған. Йәһүҙиҙәр Иҫке Ғәһедтең йәһүд телендәге текстын изге тип иҫәпләй. Христиандар иһә б. э. т. II быуатта Александрия ҡалаһында тәржемә ителгән тексты (уның төҙөлөшө һәм тексы йәһүдиҙәрҙекенән бер аҙ айырала) ҡануни тип таный. Иҫке Ғәһед [[латин теле|латин]], боронғо славян һ.б. телдәргә [[грек теле]]нән тәржемә ителгән. Яңы Ғәһед фәҡәт христиандарҙа ғына изге булып һанала. Ул 27 китаптан — [[Ғайса]]ның тормошо һәм тәғлимәте, Изге апостол ғәмәлдәре менән бәйән ителгән 4 Инжилдән (''Евангелие''; мәғәнәһе — «изге хәбәр»), апостолдарҙың 21 хатынан һәм Иоанн Богослов асылмышынан ғибәрәт. Яңы Ғәһед тексты грек телендә яҙылған.

[[Рус православие сиркәүе]] Библияның IX Кирилл һәм Мефодий тарафынан тәржемә ителгән боронғо славян телендәге текстын файҙалана. Христиан динендәге башҡа милләт вәкилдәре үҙ теленә тәржемә иткелгән Библияны ҡуллана. Библияны рус теленә [[XVI быуат|XI быуат]] башында тәржемә итә башлайҙар. 1822 йылда тәүге тапҡыр Яңы Ғәһедтең рус телендәге тексы тулыһынса баҫылып сыға. 1876 йылда Рус православие сиркәүенең юғарғы идаралығы Синод етәкселегендә тәржемә ителгән тулы Библия (Иҫке һәм Яңы Ғәһед) баҫтырып сығарыла һәм сиркәү тарафынан рәсми раҫлана. Был баҫманы урыҫ протестанттары ла ҡуллана.
[[Рус православие сиркәүе|Урыҫ православие сиркәүе]] Библияның IX Кирилл һәм Мефодий тарафынан тәржемә ителгән боронғо славян телендәге текстын файҙалана. Христиан динендәге башҡа милләт вәкилдәре үҙ теленә тәржемә иткелгән Библияны ҡуллана. Библияны урыҫ теленә [[XVI быуат|XI быуат]] башында тәржемә итә башлайҙар. 1822 йылда тәүге тапҡыр Яңы Ғәһедтең урыҫ телендәге тексы тулыһынса баҫылып сыға. 1876 йылда Урыҫ православие сиркәүенең юғарғы идаралығы Синод етәкселегендә тәржемә ителгән тулы Библия (Иҫке һәм Яңы Ғәһед) баҫтырып сығарыла һәм сиркәү тарафынан рәсми раҫлана. Был баҫманы урыҫ протестанттары ла ҡуллана.

== Өҫтәлмә мәғлүмәт ==
== Өҫтәлмә мәғлүмәт ==

18:25, 3 октябрь 2015 өлгөһө

Библия, Мөҡәддәс китап — йәһүд һәм христиан диненең изге китаптары тупланмаһы. Уртаҡ бүлеме — Тәүрат, тик христианлыҡта ғына изге һаналғаны — Инжил. Ислам динендә Тәүрат, хөрмәт ителһә лә, Аллаһтың хаҡ һүҙе тип танылмай.

Библия — иудаизм һәм христиан диндәрендә Изге Китап сифатында ҡанунлаштырылған яҙмалар йыйынтығы. Ислам Библияны Изге Китап булараҡ таный, ләкин уны «көфөр», йәғни боҙолған, тип һанай. Библия Иҫке Ғәһед (Ветхий Завет; ҡанундар − Тәүрат, ) һәм Яңы Ғәһед (Новый Завет; 4 Инжил һәм Апостолдар ғәмәлдәре) тип аталған өлөштәрҙән тора. Беренсеһе христиан дине барлыҡҡа килгәнсе үк яҙылған китаптарҙы берләштерә, ул б.э.т. III быуатта яҙылған.

Иҫке Ғәһед бер нисә өлөштән тора. Тәүрат (йәһүдсә — Тора) тип аталған өлөшөн Муса пәйғәмбәрҙең 5 китабы тәшкил итә, тағы бер ҙур ғына өлөшө йәһүд халҡының боронғо тарихын бәйән итеүсе 13 китапты берләштерә, Зәбүр (Псаломдар) тигән өсөнсө өлөшөндә христиандарҙа һәм йәһүдиҙәрҙә ғибәҙәт ҡылғанда уҡыла торған дини шиғырҙар тупланған. Иҫке Ғәһед ун бер йәһүд пәйғәмбәренең асылмыштарын бәйән иткән Пәйғәмбәрҙәр китабы менән йомғаҡланған. Йәһүҙиҙәр Иҫке Ғәһедтең йәһүд телендәге текстын изге тип иҫәпләй. Христиандар иһә б. э. т. II быуатта Александрия ҡалаһында тәржемә ителгән тексты (уның төҙөлөшө һәм тексы йәһүдиҙәрҙекенән бер аҙ айырала) ҡануни тип таный. Иҫке Ғәһед латин, боронғо славян һ.б. телдәргә грек теленән тәржемә ителгән. Яңы Ғәһед фәҡәт христиандарҙа ғына изге булып һанала. Ул 27 китаптан — Ғайсаның тормошо һәм тәғлимәте, Изге апостол ғәмәлдәре менән бәйән ителгән 4 Инжилдән (Евангелие; мәғәнәһе — «изге хәбәр»), апостолдарҙың 21 хатынан һәм Иоанн Богослов асылмышынан ғибәрәт. Яңы Ғәһед тексты грек телендә яҙылған.

Урыҫ православие сиркәүе Библияның IX Кирилл һәм Мефодий тарафынан тәржемә ителгән боронғо славян телендәге текстын файҙалана. Христиан динендәге башҡа милләт вәкилдәре үҙ теленә тәржемә иткелгән Библияны ҡуллана. Библияны урыҫ теленә XI быуат башында тәржемә итә башлайҙар. 1822 йылда тәүге тапҡыр Яңы Ғәһедтең урыҫ телендәге тексы тулыһынса баҫылып сыға. 1876 йылда Урыҫ православие сиркәүенең юғарғы идаралығы Синод етәкселегендә тәржемә ителгән тулы Библия (Иҫке һәм Яңы Ғәһед) баҫтырып сығарыла һәм сиркәү тарафынан рәсми раҫлана. Был баҫманы урыҫ протестанттары ла ҡуллана.

Өҫтәлмә мәғлүмәт

  • 2015 йылдың 27 мартында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Инжил китабының — тарихта тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә ителгән Яңы Ғәһедтең — исем туйы үтте. Башҡорт телендәге хеҙмәт баҫмаға Рәсәйҙең Библияны тәржемә итеү институты тарафынан әҙерләнгән. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова билдәләүенсә, тәржемәнең маҡсаты — башҡорт халҡын дөйөм кешелек ҡомартҡыһы менән таныштырыу, башҡорт телен байытыу, уның функцияларын киңәйтеү. Яңы баҫма башҡорт теленең матбуғат йәки нәфис әҙәбиәттең теле генә түгел, шулай уҡ кешелектең төп ҡомартҡыһы — Тәүратты — тәржемә итерлек байлыҡҡа эйә булған тел булыуын да күрһәтә. Баҫма ҡыҙыҡһыныусыларға Тәүраттың тексын башҡорт телендә ентеклерәк өйрәнергә мөмкинлек бирерәсәк. Китап, беренсенән, дини, әхлаҡи, тәрбиәүи һәм ғилми-тикшеренеү эш менән шөғөлләнеүселәргә яҡшы ҡулланма булһа, икенсенән дин-ара аралашыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Ҡарағыҙ

Сығанаҡ

Һылтанмалар