Шәкүров Рәшит Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
43 юл: 43 юл:


Рәшит Шәкүр — 180 ғилми хеҙмәт авторы. Уның фәнни эҙләнеүҙәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған.
Рәшит Шәкүр — 180 ғилми хеҙмәт авторы. Уның фәнни эҙләнеүҙәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған.
1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге [[Башҡорт дәүләт педагогия университеты]]ның [[башҡорт теле]] кафедраһы профессоры. Өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1979 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы.
1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге [[Башҡорт дәүләт педагогия университеты]]ның [[башҡорт теле]] кафедраһы профессоры. Өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1979 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы.


Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе [[Аҡмулла]]ның ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.
Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе [[Аҡмулла]]ның ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.

18:59, 3 октябрь 2015 өлгөһө

Рәшит Шәкүр
Шәкүров Рәшит Закир улы
Тыуған көнө

15 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (91 йәш)

Тыуған урыны

Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауыл, Әлшәй районы[1]

Ил

СССРРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

Филология

Ғилми дәрәжәһе

Филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

Профессор

Награда һәм премиялары
Салауат Юлаев ордены
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты

Шәкүров Рәшит Закир улы, Рәшит Шәкүр (15 февраль 1933) — күренекле башҡорт шағиры һәм танылған ғалим: тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист; Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).

Тормошо

1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй[1] районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.

Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын бөтөргәндән һуң СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ғилми хеҙмәттәре

1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» авторҙарының береһе.

Рәшит Шәкүр — 180 ғилми хеҙмәт авторы. Уның фәнни эҙләнеүҙәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған. 1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры. Өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1979 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.

Башҡорт фольлоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе, уның шиғри шәлкемдәре, төрлө темаға яҙылған публицистик һәм ғилми мәҡәләләре республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып тора.

2012 йылда «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн Рәшит Шәкүргә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2012) бирелде. Ул шулай уҡ Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).

Шиғри йыйнтыҡтары

  • «Йөрәгемдә ҡояш» (1970)
  • «Тауҙарым, далаларым» (1982)
  • «Заманалар юлында» (1988)
  • «Ыласындар оса бейектә» (2011)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар