У (тел) — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
1 байт өҫтәлгән ,  6 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
У диалектының таралыу өлкәһе асыҡ-һоро (көл төҫө) төҫ менән бирелгән
 
У хәҙерге диалекттарҙан айырмалы, урта ҡытай теленән алданыраҡ айырылған һәм шуға ла бер ни тиклем боронғо һыҙаттарын һаҡлаған, әммә һуңғараҡ уға хәҙерге путунхуа теленең нигеҙендә ятҡан төньяҡ диалекттары даими йоғонто яһаған. Төп характеристикалары цин династияһы осоронда барлыҡҡа килә, ул ваҡытта сучжоу һөйләше төп урында тора. Тайпиндар революцияһынан һуң, халҡы у телендә һөйләшкән төбәк һуғыштан һуң бушап ҡала һәм Шанхайға төбәктең башҡа өлөштәренән мигранттар ағыла башлай. Был шанхай һөйләшен башҡа һөйләштәр менән яҡынайта һәм шул уҡ ваҡытта XX быуаттың беренсе яртыһында шанхай һөйләшен, төбәк “лингва франк”ы булараҡ, өҫтөнлөклө итә, сучжоу диалектының йоғонтоһон кәметеүгә килтерә.
Ҡытай халыҡ республикаһы ойошторолғандан һуң путунхуа теленә өҫтөнлөк бирелә. У диалекты яйлап мәктәптәрҙән һәм киң мәғлүмәт сараларынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Дәүләт оойшмаларында аралашыу һәм рәсми ҡағыҙҙар яҙыу путунхуа телендә алып барыла. Әлеге ваҡтта у телевидениела күңел асыу тапшырыуҙарында ғына осрай. Күпселек балалар у диалектын бөтөнләй белмәй.

Навигация