Ҡайын: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә ҡалыптар
ә clean up using AWB
35 юл: 35 юл:
Һалбыр ҡайын ҡайын һәм һыу айырғыстарҙың ҡатнаш урмандарында; аҡ ҡайын — һаҙланған уйһыулыҡтарҙа; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм Салауат районында ғына осраған реликт кәрлә ҡайын гипна һәм сфагнум һаҙлыҡтарында, һирәк ҡарағас урмандарында һәм тау тундраһында үҫә; тәпәш ҡайын һирәкләп ҡыуаҡлыҡ‑сфагнум һаҙлыҡтарында һәм тау тундраһында осрай; кәкре ҡайын тауҙарҙың ярым яланғас бүлкәтендә кәкре ағастарҙан торған урмандар барлыҡҡа килтерә.

Ҡайын [[төнъяҡ]] ярымшарҙа таралған.
Ҡайын [[төньяҡ]] ярымшарҙа таралған.

== Ҡайынды ҡулланыу ==
== Ҡайынды ҡулланыу ==
52 юл: 52 юл:

{{викилаштыр}}
{{викилаштыр}}

{{Botanics-stub}}
[[Категория:Евразия флораһы]]
[[Категория:Евразия флораһы]]
[[Категория:Төньяҡ Америка флораһы]]
[[Категория:Төньяҡ Америка флораһы]]
58 юл: 58 юл:
[[Категория:Ҡайын һымаҡтар]]
[[Категория:Ҡайын һымаҡтар]]
[[Категория:Ағастар]]
[[Категория:Ағастар]]

{{Botanics-stub}}

21:11, 22 ғинуар 2016 өлгөһө

Ҡайын
Берёза повислая
Тәлгәш ҡайын (Betula pendula)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Betula L. (1753)

Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  19478
NCBI  3504
EOL  44475
GRIN  1437
IPNI  13475-1

Ҡайын — ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты, беше аҡ туҙ ҡабыҡлы, эре япраҡлы ағас.

Таралышы

Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бейеклеге 20 метрға етә. Апрель-май айҙарында сәскә ата, емеше август-сентябрҙә өлгөрә.

Биологик яҙма

Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә ҡайын ҡыҙғылт‑көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәләре күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешәләр һәм ҡышлайҙар, яҙ көнө сәскә аталар һәм һары төҫтәге «һеркә осоралар». Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Апрель-июндә япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ярылы ҡырпыуы булған ваҡ, ялпаҡланған сәтләүек, йәй аҙағында, көҙөн өлгөрә.

Ареал һәм төрҙәре

Һалбыр ҡайын ҡайын һәм һыу айырғыстарҙың ҡатнаш урмандарында; аҡ ҡайын — һаҙланған уйһыулыҡтарҙа; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм Салауат районында ғына осраған реликт кәрлә ҡайын гипна һәм сфагнум һаҙлыҡтарында, һирәк ҡарағас урмандарында һәм тау тундраһында үҫә; тәпәш ҡайын һирәкләп ҡыуаҡлыҡ‑сфагнум һаҙлыҡтарында һәм тау тундраһында осрай; кәкре ҡайын тауҙарҙың ярым яланғас бүлкәтендә кәкре ағастарҙан торған урмандар барлыҡҡа килтерә.

Ҡайын төньяҡ ярымшарҙа таралған.

Ҡайынды ҡулланыу

Үҙағасы мебель сәнәғәтендә, яғыулыҡ итеп һәм активлаштырылған күмер алыу өсөн, йәш ботаҡтары миндек һәм һепертке әҙерләү өсөн ҡулланыла. Япраҡтары, бөрөләре, дегете медицинала файҙаланыла, ҡайын һутын поливитаминлы эсемлек итеп ҡулланалар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Иллюстрированный определитель растений Ленинградской области / Под ред. А. Л. Буданцева и Г. П. Яковлева — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — С. 167. — 700 экз. — ISBN 5-87317-260-9.  (рус.)
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1

Һылтанмалар