Якушев Владимир Владимирович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
73 юл: 73 юл:


[[Категория:Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Рәсәй губернаторҙары]]
[[Категория:Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары]]
[[Категория:Иҡтисад фәндәре кандидаттары]]
[[Категория:Иҡтисад фәндәре кандидаттары]]
[[Категория:IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары]]
[[Категория:IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары]]

23:45, 25 февраль 2016 өлгөһө

Владимир Владимирович Якушев
Владимир Владимирович Якушев
Флаг
Флаг
Төмән өлкәһе башлығы
Флаг
Флаг
 24 ноябрь 2005
Алдан килеүсе: Сергей Семёнович Собянин
Флаг
Флаг
Төмән мэры
Флаг
Флаг
апрель — 24 ноябрь 2005
Алдан килеүсе: Степан Михайлович Киричук
Дауамсы: Сергей Иванович Сметанюк
 
Тыуған: 14 июнь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (55 йәш)
Нефтекама, Башҡорт АССР-ы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Төмән дәүләт университеты
Ғилми дәрәжәһе: кандидат экономических наук
Профессияһы: юрист, экономист
 
Наградалары:
Почёт ордены Ҡалып:Медаль Николая Озерова

Якушев Владимир Владимирович (14 июнь 1968) — Башҡортостанда тыуған Рәсәйҙең билдәле дәүләт эшмәкәре, 2005 йылдың 24 ноябренән Төмән өлкәһе губернаторы, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Юғары советы ағзаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты (2005), Почет (2008) һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

Владимир Владимирович Якушев 1968 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының хәҙер (Башҡортостан Республикаһы) *Нефтекама ҡалаһында алыҫ араларға йөрөүсе шофер-водитель ғаиләһендә тыуған. Ете йәшендә ата-әсәһе менән Ямал-Ненец автономиялы округының Надым ҡалаһына күсенеп килә һәм шунда урта мәктәпте тамамлай. 1986 йылдың 26 июненән 1988 йылдың 6 июненә ҡәҙәр Совет Армияһы сафтында хәрби хеҙмәттә була һәм запасҡа ҡайтарылғандан һуң Төмән дәүләт университетына уҡырға инә. 1993 йылда был уҡыу йортоноң юридик факультетын «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса, 1997 йылда — ситтән тороп иҡтисад факультетын «финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса, иҡтисадсы квалификацияһы алып, уңышлы тамамлап сыға.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Көнбайыш Себер комерция банкының Ямал-Ненец филиалында юристконсультант булып башлай. Артабан 1994 йылдың 25 июленән 1995 йылдың 24 ғинуарынаса банк филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы, шунан уның директоры булып эшләй. 1997 йылдың 19 майында «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салехард филиалы директоры — банктың вице-президенты итеп тәғәйенләнә, 1998 йылдың 27 апреленән банктың беренсе вице-президенты, 1998 йылдың 29 апреленән «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты була.

2001 йылдың 13 июнендә Төмән өлкәһенең Вице-Губернаторы итеп тәғәйенләнә, ул ваҡыттағы өлкә башлығы, һуңынан Мәскәү ҡалаһы мэры итеп тәғәйенләнгән Сергей Собянин командаһында эшләй. 2005 йылдың март бышында Төмән ҡалаһы башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 21 марттан — башлыҡ вазифаһын башҡарыусы, 14 апрелдән 24 ноябргә тиклем — Төмән ҡалаһы башлығы булып эшләп ала һәм Төмән өлкәһенең Губернаторы итеп үрләтелә.

2010 йылдың 12 октябрендә Рәсәй Федерацияһының ул саҡтағы Президенты Д. А. Медведев тәҡдиме менән Төмән өлкәһе Думаһы тарафынан сираттағы биш йылға өлкә Губернаторы итеп бер тауыштан раҫлана. Сираттағы һайлауҙарға бәйләнешле 2014 йылдың 17 майынан Рәсәй Президенты В. В. Путин указына ярашлы Төмән өлкәһе Губернаторы вазифаларын ваҡытлыса башҡара. 2014 йылдың 14 сентябрендә үткән губернатор һайлауҙарының беренсе турында уҡ һайлаусыларҙың 87,3 % тауышын йыя һәм 25 сентябрҙән — яңынан Төмән өлкәһе Губернаторы булып эшмәкәрлеген дауам итә. Владимир Якушев — өлкә тарихындағы дүртенсе губернатор.

Өлкә етәксеһе вазифаһында Владимир Якушев үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтеп килә. Бигерәк тә уның етәкселегендә төбәктә тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәт һөҙөмтәләре иғтибарға лайыҡ, уны Үҙәк Рәсәйҙә һәм илдең Ҡара тупраҡлы зонаһында урынлашҡан өлкә етәкселәре ныҡлап өйрән. Етәксе шулай уҡ торлаҡ төҙөү, демография һәм спорт мәсьәләренә йылдар барышында күҙ уңында тотоп килә.

Өлкә етәксеһе булараҡ, Владимир Якушев социаль селтәрҙәрҙә үҙенең рәсми блогын булдырған. Губернатор унда үҙенең йәмәғәтселеккә видемөрәжәғәттәрен урынлаштыра, халыҡты теге йәки был мәсьәләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

Юғары вазифаларҙы башҡарғанда тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн 2008 йылда Почет һәм 2012 йылда IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнә. Физик культура һәм спортты пропагандалауға һәм үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн 2013 йылда Рәсәй спорт министрлығының Николай Озеров миҙалына лайыҡ була.

Владимир Якушев тыуған ҡалаһы Нефтекама менән бәйләнештәрен өҙмәй. 2015 йылдың 9 апрелендә ул, ҡалала нәшер ителгән «Красное знамя» гәзитен 50 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.

Бүләктәре

Өҫтәлмә мәғлүмәттәр

  • 2005 йылдың декабрендә «Ҡатмарлы ойошторолған төбәктең территориаль үҫеше менән программалы-маҡсатлы идара итеү» темаһына диссертация яҡлап, «иҡтисад фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.
  • Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар. Ҡатыны конькиҙә фигуралы шыуыу федерацияһын етәкләй. Якушевтың улы Төмән дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡыған осоронда Рәсәй Армияһының Һауа-десант ғәскәрҙәре сафында бер йыл хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтҡас, ҡалдырылған имтихандарын экстерн ысулы менән уңышлы тапшыра һәм үҙ төркөмө менән уҡыуын дауам итә, үҙ һөнәре буйынса магистратура тамамлай. Якушевтарҙың ҡыҙы мәктәптә «отлично» билдәләренә уҡыу менән бер рәттән бик теләп бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә.

Сығанаҡтар

Һылтанмалар