Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл: 15 юл:
* Йөрәгемдә кояш күтәрәм”
* Йөрәгемдә кояш күтәрәм”


== Күләмле әҫәрҙәре, поэмалары ==
== КҮЛӘМЛЕ ӘҪӘРҘӘРЕ,ПОЭМАЛАР ==
* Тулғанай”
* Тулғанай”
* Тауыштар”
* Тауыштар”
25 юл: 25 юл:
* Тыуған көндәр”,
* Тыуған көндәр”,


'''Инсур Артур'''
Йырым-Бөрйән
Тауҙар сумды таңдар нурҙарына,
Алка ине Сулпан Йыһанда.
Шул донъяла мин бит сабый ғына,
Шаян бала ғына тыйһаң да.
Эй, Бөрйәнем, Бөрйән — илгенәм дә,
Күңел йөҙөгөндә ҡаш ҡына.
Моңдарымдан моңдо йөрәктәргә
Түгеп, түгелеп тә ашҡынам.
Урмандарҙа моңо һандуғастың,
Шишмәләрҙе сиртеп сер тама.
Уйылдарҙы уйып уйҙар һалам,
Хатта томан — бирнә, бир ҡана!
Шүлгәнемдә ерем аманаты,
Йөрәгемдә — һүҙе сәсәндең.
Атайсалда атай һуҡмағы бар,
Фәтихаһы — бында әсәмдең...
...
«Буранбайҙар булған элгәре,
Буранбайҙар һаман бар әле».
«Йәшлек» гәзитендә баҫылған ошо исемдәге мәкәләне укыгандан һуң


Үҙ ерендә, килмешәктән ҡыуылып,
Һөрөлә бит күпме Буранбай.
Юҡ, ҡулдарын түгел, аҡылдарын
Шундай нескә ҡылдар бығаулай.
Үҙ еренә үҙе һыя алмай,
Себер китә һаман Буранбай,
һағынышлы сәләм хатын уҡып,
Ырыу-заты йәшен тыя алмай.
Йөрәк ярыр хәбәр осҡанда ла
Сит яҡтарға, күпме Буранбай
һуңғы тапҡыр ата-әсәһенә
Осоп ҡына ҡайтып етә алмай.
Йәндәй күргән ғәзиз яҡындарын
Тере саҡтарында күрә алмай,
Изге фатихаһын ала алмай,
Ҡәберенә тупраҡ һала алмай.
һыҙланыуҙан, ғәзиз телдәрендә
Төштәр күрә күпме Буранбай,
Тештәр ҡыҫып, ғүмер кисергәнгә
Сикәләрҙе яҙмыш буранлай.
Балағыҙға ниндәй көйҙәр көйләй
Кәләшегеҙ һеҙҙең, Буранбай?
Әсәйҙәрҙең моңло бишек йыры
Саҡырылыр бит һуң орандай?!
Аяҡтары талһа, имгәкләп тә
Ҡайтыр ине күпме Буранбай.
Сит-ят һаман төйәк таба
Яңы бураларҙа арандай.
Тыуған ерҙә түгел, торған ерҙә
Мәңге ҡала күпме Буранбай.
Тирәһендә, юҡ шул, ҡурай түгел,
Ят сәскәләр генә туҙанлай.
Буранбайҙар, һеҙҙең яҙмышығыҙ
Йырға ғына инде һыя алмай.
Аҫаба ла башҡорт атайсалы
Күңелдәрҙе тарта хыялдай.
Ҡай төбәктә, ҡайһы тирәләрҙә
Йәшәй бөгөн күпме Буранбай?
Улар киткән юлдар урау-урау,
Яуапһыҙ ҙа ҡалған һорауҙай...

Әҙип хаҡында:
Бөрйән... Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең, сән ғәтебеҙҙең үҙенсә бер сығанағы ла ул.
Төрлө ерҙән тиртел сығып йыл ғаларҙы алкындыр ған шишмәләр кеүек. Бөрйән биргән ижадсылар үҙ хазиналары менән кыуандыра килә. Уларҙан шағирҙар араһында Инсур Йәһүҙинды ла күрәбеҙ.
Уның заман хәлдәре, донъя көтөү рухы, һөйөү-һөйөлөү, бигерәк тә ер-һыу, тәбиғәт моңо менән һуғарылған шиғырҙары игенсене лә, ғалимды ла, банкир менән эшсене лә битараф калдырмаҫ Күңелдәрҙе корғакһытыр инабатһыҙ был йылдарҙа ошондай шиғриәткә һыуһай ҙа инде кешеләр. Ә инде «Тулғанай» тигән әҫәре айырым бер өмөт уята:трагедия, драматик поэма, ихтимал, беҙҙең ерлектә артабан нығыныр әле. Ул бит бигерәк танһык. Донъя әҙәбиәтен байыктырған эпостар, кобайырҙар, ғөмүмән, халкыбыҙҙың һокланғыс ижады мәңгелек таяныс табаһа! Быны Инсур үҙенең поэма- легендаһы аша, минеңсә, ана шулай өмөт бағлатырлык итеп раҫлай....Шағир тауышын Бөрйән тауҙары аҙаштырманы.Был тауышты сал тарихлы, һынсыл ул тауҙар шиғриәтебеҙгә еткерҙе. Артабан Инсур Йәһүҙиндың ижадын -булғанынан бигерәк буласағын әҙәбиәт һөйөүселәр, һис шикһеҙ, күҙ уңында тотор.
...Ожмах үҙе сират купере бит
һөйөу тамугына ингәндә...
...һуҡмаҡ түҙә,
Яҙҙар еткәс кенә
Ғазаптары сыға буйына –
Тапанды ла булыу ҡыйындыр шул,
Тапандылар иреү һуңынан...
...Халҡым минең!
Тормошоңда һинең –
Тәрәп аҡыл, тәрән мәғәнә.
Ҡөҙрәттәре табынырлыҡ уның,
Шулдыр хоҙай, шулдыр тәғәлә .
Ерҙән китмәгән дә, Ергә төшмәгән дә,
Ер юлдашы һымаҡ йәшәнем.
Инсур Йәһүҙиндың - шағирҙың асылын, һуҙ һәм фекер юҫығын нарыклар, сәсәндәрсә, заманса зирәклеген күрһәтер бындай миҫалдар мөлдәремә тулы. Барыһы ла шып-шыма түгелдер, ихтимал. Шып-шыма булып шымарған таш үҙе үк шикле бит. Унда инде тәбиғилек самалы тигән һүҙ.
Хәсән НАЗАР, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәуләт премияһы лауреаты.


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==

22:16, 6 март 2016 өлгөһө

Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы (псевдонимы Инсур Артур; 26 март 1951) — башҡорт шағиры һәм журналисы. СССР-ҙың Журналистар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Биографияһы

Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы (Инсур Артур) 1951 йылдың 26 мартында Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Шағир, журналист. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлаған, юғары белемле, журналистика буйынса белем алған. Шиғырҙары, нәҫерҙәре матбуғатта 14 йәшендә күренә башлай. Оҙаҡ йылдар матбуғат өлкәһендә эшләй: гәзит баҫыусы, хәбәрсе, бүлек мөдире, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, «Таң» гәзитенең баш мөхәррире була. Ул СССР, Рәсәй, Башҡортостан журналистары Союзы ағзаһы булды.1996 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союздары ағзаһы.Шиғырҙары, башҡа әҫәрҙәре төрлө телдәрҙә Мәскәүҙә, туғандаш республикаларҙа, сит илдәрҙә донъя күрҙе.

Китаптары

  • Юлға сығам» (шиғырҙар),
  • Тауҙарҙа тауыш аҙашмай» (поэма һәм шиғырҙар),
  • Көнлөғояш» (проза),
  • Дала сыңы» (шиғырҙар),
  • Төлкө килде ҡунаҡҡа» (балалар өсөн шиғырҙар) китаптары донъя күрҙе.
  • Даға ҫыңы”
  • Атайсал - бөрйәндәрдең ере “
  • Яраһыҙ һағыш”
  • Йөрәгемдә кояш күтәрәм”

Күләмле әҫәрҙәре, поэмалары

  • Тулғанай”
  • Тауыштар”
  • Тынлык минуты”
  • Гөргөлдәк “
  • Ете моң “
  • Минең ҡоролтай”
  • Ысыҡлы дала”
  • Тыуған көндәр”,


Һылтанмалар

"Башҡорт шиғриәте анталогияһы"Өфө "Китап"2001