Буҙа: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
викилаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
20 юл: 20 юл:
== Файҙаһы ==
== Файҙаһы ==
Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифаһы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.
Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифаһы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

== Буҙа менән бәйле саралар ==
* [[Учалы районы]]ның [[Миндәк (Учалы районы)|Миндәк ауылы]] [[мәҙәниәт]] һарайында шифалы эсемлеккә арналған байрам биш ауыл ағинәйҙәрен берләштерҙе<ref>[http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/uchalylar-bu-a-oyop-ta-ma-ytte-/ БСТ каналы: Учалылар буҙа ҡойоп, таҡмаҡ әйтте]{{V|21|03|2016}}</ref>.
* [[Баймаҡ районы]]ның [[Ярат]] ауылында буҙа ҡойоу [[мәктәп|мәктәбе]] эшләй<ref>[http://www.hakmar.ru/?new=2155%20http://www.hakmar.ru/?new=215 Яратта буҙа ҡойоу мәктәбе эшләй. «Һаҡмар» гәзите, 2013, 19 июнь]{{V|21|03|2016}}</ref>.

== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/2639-bu-a-i-ertkes-esemlek}}
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/2639-bu-a-i-ertkes-esemlek}}
* [http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/uchalylar-bu-a-oyop-ta-ma-ytte-/ БСТ каналы: Учалылар буҙа ҡойоп, таҡмаҡ әйтте]
* [http://www.hakmar.ru/?new=2155%20http://www.hakmar.ru/?new=215 «Һаҡмар» гәзите: Яратта буҙа ҡойоу мәктәбе эшләй]
* [http://www.bashkirskayakuhnya.com/napitki/%D0%BD%D0%B0%D0%BF%D0%B8%D1%82%D0%BE%D0%BA-%D0%B1%D1%83%D0%B7%D0%B0-%D0%B1%D1%83%D2%99%D0%B0/ Башҡорт кухняһы]
* [http://www.bashkirskayakuhnya.com/napitki/%D0%BD%D0%B0%D0%BF%D0%B8%D1%82%D0%BE%D0%BA-%D0%B1%D1%83%D0%B7%D0%B0-%D0%B1%D1%83%D2%99%D0%B0/ Башҡорт кухняһы]
* [http://vk.com/videos176545531?q=%D0%B1%D1%83%D2%99%D0%B0%20%D0%BC%D0%B8%D0%BB%D0%BB%D0%B8&section=search&z=video-32123466_170812561 БСТ каналы: Милли эсемлектәр — буҙа менән ҡымыҙ]
* [http://vk.com/videos176545531?q=%D0%B1%D1%83%D2%99%D0%B0%20%D0%BC%D0%B8%D0%BB%D0%BB%D0%B8&section=search&z=video-32123466_170812561 БСТ каналы: Милли эсемлектәр — буҙа менән ҡымыҙ]

17:39, 21 март 2016 өлгөһө

Буҙа

Болгрияла етештерелгән буҙа

эсемлектәр

Авторы
Тыуған иле

Башҡорт аштары, башҡа төрки халыҡтары аштары

Компоненттар
Төп

арпа, һоло, туң май

Викимилектә медиафайлдар Буҙа

Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйырҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.

Әҙерләү

Буҙаны һолонан, әҙер "Геркулес"тан да эшләйҙәр. Һолоноҡо ҡарараҡ төҫтә килеп сыға, ә тәмендә айырма юҡ. Уны тәүҙә табала, йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Ҡаҙанда малдың эс майы иретеп алыу мөһим. Уға ит турағыс аша үткәрелгән геркулес онон һалып, әкрен генә утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алаһың. Бер килограмм онға 8 литр һыу иҫәбе менән эшләйҙәр. Бер стакан бойҙай оно ла (талҡан булһа ла ярай) ҡушырға кәрәк. Һуңынан килеп сыҡҡан массаны махсус һауытҡа ҡояһың, тиҙ өлгөрөп етһен өсөн бер аҙ әсетке һәм 1-2 стакан шәкәр өҫтәргә кәрәк. Бер-ике көнгә йылы урынға ҡалдырыу мөһим. Ләкин эҫе ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел. Даими болғатып тороу мотлаҡ. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер-нисә тапҡыр һөҙөп алаһың. Әгәр ҡуйы булһа, уға һыу өҫтәргә лә мөмкин. Бер стакан шыйыҡ ҡаймаҡ ҡушһаң, тәме тағы ла яҡшыра. Буҙаны оҙаҡ һаҡлап булмай.

Файҙаһы

Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифаһы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Буҙа менән бәйле саралар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар