Вена — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
12 байт алынған ,  5 лет назад
 
 1529 йылда  төрөктәр тарафынан Вена һөҙөмтәһеҙ ҡамала.  Вена яҡлаусылары  дошмандың сама менән 20 тапҡырға өҫтөнлөгөнә  ҡарамаҫтан  киҫкен рәүештә еңеүгә ирештеләр. Төрөк армияһының быға тиклем татымаған  ауыр ҡыйратылыуынан һуң[[Ғосман империяһы| Ғосман империяһының]] ашығыусан экспанисияһына нөктә ҡуя. Быуат ярымваҡыт  үткәс, 1683 йылда католик илдәрҙең союздаш илдәренең ғәсҡәрҙәре Вена диуарҙары аҫтында бынан да ҡыйратҡысыраҡ еңелеүгә дусар итә. Ошо еңелеүҙән һуң Ғосман империяһы яулап алыуға йүнәлтелгән походтарҙан бөтөнләйгә баш тарта һәм нәҡ ошо еңелеүҙән һуң уның емерелеүе башлана.
 
 
1679 йылда Венала разразилась тағун (чума) эпидемияһы ҡуба.   100 мең кешелек ҡала халҡының өстән бер өлөшкә кәмей. Ҡаланың үҙәгендә 1693 йылда эпидемиянан ҡотолоу иҫтәлегенә Чума колоннаһы (йәки Пестзойле) ҡалҡа, әммә 1713  йыл ауырыуҙың яңы тулҡынын алып килә. Изге Стефан соборы аҫтындағы катабомбаларҙа ғына эпидемияның 11000 ҡорбаны ерләнә. Был ваҡиға тураһында ҡала тарихында бөгөн Карлскирхеның  мөһабәт бинаһы   иҫкә төшөрә.
 
 
 
 
XVI быуаттан  баш ҡалаһы Вена  Австрия  Габсбургтары  күп милләтле дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә, [[XVII быуат|XVII быуаттан]],  һәм бигерәк тә [[XVIII быуат|XVIII быуатта]], батшаға яҡын күп һанлы  бюрократия үҙәге була. XVIII быуаттан  Венала мануфактура сәнәғәте (туҡыма етештереүе һәм муллыҡ әйберҙәре) үҫешә башлай.
[[Файл:Anonym_Entsatz_Wien_1683.jpg|мини|240x240пкс|Төрөктәрҙең Венаны ҡамауы, 1683 йыл]]
 XIX  быуаттың  беренсе яртыһында билдәле Вена композиторҙары, рәссамдары һәм театраль эшмәкәрҙәре нигеҙ һалыусылары булған бидермейер стиле килеп сығыуы менән ҡалала мәҙәниәт һәм сәнғәт сфераһында алға үҫешеү күҙәтелә. Вена дөйөм Европа музыкаль үҙәгенә әүерелә. Бидермейер эпохаһы ҡала халҡы  әүҙем ҡатнашҡан 1848 революцияһы менән тамамлана.
 
 
 
 
 
XIX быуат аҙағында Венала мәҙәниәт, фән һәм мәғариф  өлкәләре сәскә атыуын дауам итә.  Донъя билдәлелеге менән  [[Вена университеты]] һәм фәндәр Академияһы файҙалана.  1897 йылда Веналағы богема вәкилдәре Вена сецессион төркөмөн ойошторалар, был ойошмаға Коломан Мозер, Густав Климт һәм Отто Вагнер инә..
 
XX быуат башына Вена Европаның иң эре 2 млн кешенән ашыу халыҡлы ҡалаларының береһе була. Әммә Европалағы сәйәси ваҡиғалар  Вена өсөн һынылышлы була, Беренсе донъя һуғышында[[Австро-Венгрия| Австро - Венгрияның]] ҡыйратылыуынан һуң,  Вена үҙенең элек булған абруйын юғалта. 
 
 
 
[[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе бөтә донъя һуғышы]] Габсбургтар нәҫеленең емерелеүенә килтерҙе һәм  инфляция һәм социалистар һәм консерваторҙар араһындағы сәйәси көрәше Венаның   түбән төшөүенә сәбәп була. Массалар һәм капитал мәнфәғәттәре араһында тигеҙлек һаҡлаусы муниципалитет һәр кем алырлыҡ торлаҡ төҙөү һәм ҡала инфраструктураһы  буйынса киң программаны тормошҡа ашырҙы, әммә партиялар араһындағы бәрелеште булдырыу сараларын күрә алманы. 1927 йылда Венала 89 ғүмерҙе өҙгән күмәк халыҡлы йәмғиәт тәртипһеҙлектәре башлана.1934 йылда Февраль ихтилалы тоҡана.
 
 1945 йылдыңИюль айында Австриялағы оккупация зоналары һәм Вена менән идара итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ҡала дүрт оккупация секторҙарына бүленә: советтар, америка, инглиз һәм француз секторҙары. Дүрт яҡлы оккупация өсөн үҙәк булдырыла. Карл Реннер Германиянан айырылыуын иғлан иткән Австрия ваҡытлыса хөкүмәтен булдыра. Ҡаланың төньяҡ - көнсығыш сиктәрен биләгән Совет ғәсҡәрҙәре һәм ҡаланың башҡа өлөштәрен биләгән союздаш илдәрҙең ғәсҡәрҙәре ҡаланы Автрия бойондороҡһоҙ һәм нейтраль тип иғлан ителгәндән һуң 1955  йылда ҡалдырып китәләр.
 
 
 
1950 йылдарҙың икенсе яртыһында   Вена ҡабаттан муниципаль торлаҡтарҙы күпләп төҙөүҙе йәйелдереп ебәрҙе, 1970-1980 йылдарҙа ҡаланың үҙәгендә етди реконструкция үткәрелде һәм бының һөҙөмтәһендә Вена  Брюсселдәге һымаҡ уйланмаған төҙөлөштән һаҡланып ҡалды.  Хәҙерге Венала АЭХАА ( МАГАТЭ), СҮбБМО (ЮНИДО), [[Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы|ОПЕК]] һәм башҡа күп кенә халыҡ-ара ойошмалаы урынлашҡан. 1975 йылдың  21 декабрендә  ОПЕК штаб - фатиры террористарҙың һөжүменә дусар булды.
19 601

үҙгәртеү

Навигация