Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл: 34 юл:




Миҡдарҙа


Орлоҡтар (100 г) һыу (г) органик минераль
матдәләр (г) матдәләр (г)



Бойҙай 13,4 84,7 1,9


Көнбағыш 6,7 89,8 3,5


{| class='standard' style='text-align: center;'
{| class='standard' style='text-align: center;'

14:36, 20 апрель 2011 өлгөһө

Орлоҡ — башланғыс үҫемлек. Ул орлоҡ бәбәгенән үҫеп китә.



Ике өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө

Фасоль орлоғоноң төҙөлөшө менән танышайыҡ. Фасолдең орлоҡтары эре. Орлоҡтоң бер яғы көмрө, икенсе яғы батынҡы була. Орлоҡ тыш яҡтан шыма ялтыр ҡабыҡ менән ҡапланған. Ул орлоҡто артыҡ ныҡ кибеүҙән һәм зарарланыуҙан һаҡлай. Ҡабыҡтың төрлө төҫтә булыуы мөмкин. Орлоҡтоң батынҡы яғында уны орлоҡ эргәлеге менән тоташтырыусы йәй— орлоҡ һабының эҙе күренә. Орлоҡ ҡабығы аҫтында бәбәк урынлашҡан. Ул ике орлоҡ өлөшөнән һәм улар араһында урынлашҡан тамырсанан, һабаҡсанан һәм бөрөсәнән тора . Уларҙы тик лупа аша ғына яҡшы күрергә мөмкин. Эре, ҡалын орлоҡ өлөштәрендә туҡлыҡлы матдәләр запасы була. Борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө лә шундай уҡ. Ләкин, мәҫәлән, тиле торманың һәм көтөүсе муҡсаһының туҡлыҡлы мат¬дәләр запасы орлоҡ өлөштәрендә генә түгел, бәлки бәбәктең башҡа өлөштәрендә лә — тамырсала һәм орлоҡ өлөштәренән түбәнерәк, һабаҡта урынлашҡан, ә бөрөсәһе әле үҫешмәгән. Бәбәктәре ике орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәрҙе ике өлөшлөләр тип атайҙар, мәҫәлән, имән, алмағас, кишер, астра, ҡабаҡ, көнбағыш, лютик, мәк һ. б.. Ләкин ике өлөшлө бөтә үҫемлек орлоҡтарының төҙөлөшө фасоль йә көтөүсе муҡсаһыныҡы кеүек түгел. Лютиктың һәм миләүшәнең ҙур булмаған бәбәге эндосперм — туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған махсус күҙәнәктәр менән уратып алынған. Шуға күрә күҙәнәктәрҙән торған орлоҡ ҡабығы бәбәкте түгел, ә эндоспермды уратып алған.

Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө

Ҡыяҡлы иген(бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарының. төҙөлөшө башҡаса. Бойҙайҙың ҡоро емешен — бөртөксәһен тикшереп ҡарайыҡ. Бойҙайҙың оҙонса бөртөксәһе тыш яҡтан алтын төҫөндәге һары тиресәле емеш тышсаһы менән ҡапланған. Ул тышса орлоҡ ҡабығына шул тиклем ныҡ йәбешеп үҫкән, уны орлоҡтан айырып алыу мөмкин түгел. Әгәр бойҙай бөртөксәһен буйға киҫеп ҡараһаҡ, бөртөксәлең күп өлөшөн он һымаҡ эндосперм тәшкил иткәнен күрербеҙ; уның күҙәнәктәре туҡлыҡлы матдәләрҙән тора. Бойҙайҙың бәбәге бик бәләкәй, уны лупа ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Уның тамырсаһы, һабаҡсаһы һәм бөрөсәһе бар. Ләкин унда орлоҡ өлөшө берәү генә. Уның туҡлыҡлы матдәләр запасы булмай, ул эндоспермға ныҡ йәбешеп тора һәм йоҡа ғына пластинкаға оҡшаған . Орлоҡ шытҡан саҡта туҡлыҡлы матдәләр эндосперм күҙәнәктәренән орлоҡ өлөшө аша бәбәккә килә. Бәбәктәрендә бер генә орлоҡ өлөшө булған үҫемлектәрҙе бер өлөшлөләр тип атайҙар. Бер өлөшлө башҡа үҫемлектәрҙең, мәҫәлән һуғандың, ынйы сәскәнең, орлоҡтарында шулай уҡ эндосперм була, тик ул, бойҙай һәм башҡа ҡыяҡлыларҙағы кеүек, бәбәккә бер яҡлап ҡына йәбешмәгән, ә бәбәкте уратып алған . Шулай итеп, орлоҡтоң ҡабығы һәм бәбәге була. Ике өлөш¬лө үҫемлектәрҙең бәбәге ике орлоҡ өлөшөнән тора, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ғәҙәттә, йә бәбәктең үҙендә, йә эндо- спермда туплана. Бер өлөшлөләрҙең бәбәге тик бер орлоҡ өлөшлө, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ҡағиҙә булараҡ, эндоспермда була.

Орлоҡтарҙың составы

Эндосперм йәки бәбәк күҙәнәктәрендә ниндәй туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған? Бойҙай бөртөксәләрен тарттырып он алалар. Был —нигеҙҙә, ваҡланған эндосперм. Бер аҙ бойҙай онон алайыҡ та унан ҡамыр баҫып, марляға төргәс, стакандағы һыуҙа йыуайыҡ. Һыу буръяҡланыр, сөнки ҡамырҙан ниндәйҙер матдә йыуылып сыға. Тиҙҙән марляла һуҙылып, йәбешеп торған масса ҡалыр —был елемсә йәки үҫемлек аҡһымы. Буръяҡ һыулы стаканға 2—3 тамсы йод эретмәһе тамыҙайыҡ. Стакандағы һыу күк төҫкә инер. Йод менән тейгәндә крахмалдың күк төҫкә инеүе билдәле. Тимәк, һыуҙа крахмал бар. Буялған крахмал әкренләп стакан төбөнә ултырыр. Бойҙай ононда шулай уҡ бер аҙ май ҙа бар. Ләкин көнбағыш, мамыҡ һәм башҡа күп кенә үҫемлек орлоҡтарында май бигерәк тә күп. Аҡһым, крахмал, майҙар — бөтә үҫемлектәрҙең орлоғонда була торған органик матдәләр, ләкин төрлө үҫемлектәрҙең орлоғонда уларҙың миҡдары төрлөсә. Бойҙай бөртөксәләрендә крахмал күп, аҡһым байтаҡҡа кәм, ә май бөтөнләй аҙ. Фасоль орлоғонда аҡһым күп, ә крахмал аҙ. Көнбағыш орлоғонда май күп. Кеше үҫемлектәрҙе органик матдәләр алыу өсөн үҫтерә. Составында крахмал, аҡһым булған он һәм ярма алыу өсөн бойҙай ғына түгел, шулай уҡ арыш, арпа, кукуруз, һоло, тары, дөгө, ҡарабойҙай үҫтерәләр. Аҡһымға бай продукттар алыу өсөн борсаҡ, мал борсағы, соя, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ сәсәләр. Үҫемлек майҙары алыу өсөн көнбағыш, мамыҡ, етен, ер сәтләүеге (арахис), соя һәм башҡа майлы культуралар үҫтерәләр. Орлоҡтарҙа органик матдәләрҙән тыш тағы нимәләр була? Был һорауға яуапты ябай тәжрибә яһап белергә мөмкин. Пробиркаға ҡоро бойҙай бөртөксәләрен йәки башҡа үҫемлек орлоҡтарын һалайыҡ та талғын ғына утта ҡыҙҙырайыҡ. Тиҙҙән пробирканың стеналарында һыу тамсылары барлыҡҡа килер. Сөнки орлоҡ составында булған һыу йылытҡанда парға әйләнә. Барлыҡҡа килгән пар пробирканың һыуыҡ стеналарына тейеп һыуына һәм быялала һыу тамсыларына әүерелә. Йылытыуҙы дауам итәйек. Орлоҡтар күмерләнә, һәм пробиркала төтөн барлыҡҡа килә. Был орлоҡтағы органик матдәләрҙең: крахмал, аҡһым һәм майҙарҙың яныуы. Органик матдәләр янып бөткәс, көл ҡала. Ул янмай торған минераль матдәләрҙән тора. Шулай итеп, орлоҡ составына органик матдәләр, минераль матдәләр һәм һыу инә. Төрлө үҫемлектәрҙең орлоҡтарында һыу, органик һәм минераль матдәләр миҡдары бер төрлө булмай.

Орлоҡтарҙың составы

Миҡдарҙа[1]
Орлоҡтар(100г) 1.һыу. 2.орг. матдә. 3. минер. матдә
Бойҙай 13,4 84,7 1,9
Көнбағыш 6,7 89,8 3,5

һыу бойҙай бөртөгөндә көнбағыш орлоғондағыға ҡараған¬да ике тапҡыр күберәк була. Көнбағыш орлоғонда органик матдәләр бойҙай бөртөгөндәгегә ҡарағанда күберәк. Бөтә үҫемлектәрҙең орлоҡтарында ла органик матдәләр һыу һәм минераль матдәләргә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк була.

Орлоҡтарҙың шытыуы

Орлоҡтарҙың һулауы

Орлоҡтарҙың туҡланыуы һәм үҫеүе

Орлоҡтарҙы сәсеү ваҡыты һәм уларҙы күмдереү тәрәнлеге

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; белешмә китабы төшөрмәләре өсөн текст юҡ