Вена — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
3 байт алынған ,  5 лет назад
ә
clean up using AWB
ә (clean up using AWB)
Географик урыны Вена ҡалаһына Көнсығыш Европа илдәре менән төрлө мөнәсәбәттәр төҙөү өсөн бик уңайлы. 1989 йылдан һуң, тимер занавес ҡолағандан һуң, бигерәк тә билдәләнде. Мәҫәлән, Словакия баш ҡалаһы [[Братислава]]нан Венаны барлығы 60 км айырып тора — [[Европа|Европала,]] [[Ватикан]] менән [[Рим]]ды иҫәпкә алмағанда, ике баш ҡалалар араһында иң ҡыҫҡа арауыҡ.
 
Формаһы буйынса Вена арҡырыға Дунай йылғаһы хордаһы менән киҫелгән түңәрәкте хәтерләтә. Иҫке ҡала тип исемләнгән уның үҙәк өлөшө беренсе райондың (Эске район) административ сиктәре менән тура килә тиерлек. Рингштрассе (Түңәрәк урам) йәки Ринг (түңәрәк) иҫке ҡаланы уратҡан бульварҙарҙың сылбыры. Рингтың тарихы император үҙенең һаҡланыу функцияларын юғалтҡан һәм ҡамасау итә башлаған фортификацион ҡоролоштарҙы емерергә, улар урынына репрезентатив бульварҙар һәм тарихилыҡ стилендәге, хәҙерге көндә ҡаланың иң мөһим иҫтәлекле урындары булған биналар серияһын төҙөү 1857 йылда башлана. Венаның икенсе ярым түңәрәген яһаған Гюртель урамы (Билбау) шулай уҡ XIX быуаттың икенсе яртыһында хәрби әһәмиәтен юғалтҡан XVIII быуаттан алып Венаны биҫтәләре менән яҡлаған фортификацион үрҙе һүткәндән һуң барлыҡҡа килә. Гюртель артында официаль рәүештә 1892 йылда Венаның өлөшө булып киткән элекке биҫтәләр урынлашҡан.
 
=== Административ бүленеше ===
 
=== Климаты ===
''Ҡыш'': уртаса һауа температураһы +1  °C, һалҡындар һирәк була: −12 алып −18° тиклем, йыш ҡар яуа.
 
''Яҙ'': февраль аҙағында килә һәм май уртаһына тиклем һуҙыла. Һауа торошо тотороҡһоҙ, бик ныҡ үҙгәреүсән. Һалҡын көндәр кире ҡайтыуы ла мөмкин, шулай уҡ йәйге эҫелек тә. Яҙғы ҡырау оҙайлы ваҡыт төшөүе мөмкин, ғәҙәттә март айына тиклем була, әммә айырым йылдарҙа май аҙағына тиклем күҙәтелә.
 
''Йәй: '' уртаса температура яҡынса +20  °C. Йыш ҡына Венала йәй ҡоро һәм эҫе була — 38 градусҡа тиклем.
 
''Көҙ'': сентябрҙең һуңғы декадаһында килә. Көҙҙөң башы һәм уртаһында йыш ҡына йылы көндәр ҡабаттан ҡайтыуы һәм ҡоро комфортлы көн торошо булыуы ихтимал. Ҡара көҙ ноябрҙең уртаһында — аҙағында була һәм яйлап ҡына йомшаҡ ҡышҡа күсә.
Венаның үҙәге топографияһы Виндобона лагереның топографияһын үҙ эсенә алыу факты үҙе үк римляндарҙың китеүенән һуң унда кешеләр йәшәгәнлеген раҫлай, улар ул ваҡытта әле имен булған диуарҙар янында һыйыныр урын тапҡандар һәм римляндарҙан һуң ҡалған материалдарҙы торлаҡтар төҙөүҙә файҙаланғандар.
 
Ҡаҙыныуҙар күрһәтеүенсә, VI быуатта боронғо Рим лагеренең диуарҙар артында тормошо уның төнъяҡ — төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә тупланған була. Ултараҡтың Исеме ерлеге билдәле түгел, унан башҡа бөгөнгө Венаның территорияһында бер нисә авар һәм славяндар ултырағы була. шулай ҙа<ref>[http://www.orgdosug.ru/pub.php?pid=1635&cid=311 Археологические раскопки в Вене]</ref>. Исемдәрен, ҡайһы бер славян ултыраҡтарының исемдәре әлегә тиклем Венаның бөгөнөг райондарының исемдәрендә йәшәй: Веринг (18), Дёблинг (19).
[[Файл:Map_Vienna_1547.jpg|слева|мини|240x240пкс|Венаның планы, 1547 йыл,]]
IX быуатта көнбайыштан килеүсе Каролингтар боронғо Рим лагереның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҙур булмаған замок һәм хәҙергәсә һаҡланып ҡалған изге Рупрехт сиркәүен төҙөй. Йорттар һаны һаман да бәләкәй һәм әһәмиәтһеҙ ултыраҡта бер аҙ арта. Шул уҡ IX быуатта Вена тураһында беренсе мәртәбә телгә алыныуы билдәле: иҫке Зальцбург анналларында (тарихи инша) 881 йыл яҙмаһы һаҡланып ҡалған, был яҙмала Вения янында венгрҙар менән алыш булыуы тураһында бәйән ителә: «… bellum cum ungaris ad Uueniam…» Әммә бында йылға тураһында һүҙ барамы, әллә Вена ҡалаһы тураһындамы — асыҡлыҡ юҡ. Шулай уҡ алыш нисек тамамланғаны тураһында ла асыҡлыҡ юҡ.
 
XII быуат уртаһында Вена Австрия герцогтары Бабенбергтарҙың резиденцияһы булып китә. 1155 йылда герцог Генрих II Бабенберг Ам — Хоф майҙанында йорт төҙөй. 1137—1147 йылдарҙа Изге Стефан соборы урынында (хәҙерге собор XIII—XV быуаттарҙа төҙөлгән) беренсе сиркәү төҙөлә. 1278 йылдан Вена — терәге династияһы [[Габсбургтар]] династияһының терәге. 1469 йылда император Фридрих III Папа Павел II Венала епископлыҡ ойоштороуына ирешә (1469 йылда Австрия дини яҡтан епископ Пассауға буйһона).
 
1529 йылда төрөктәр тарафынан Вена һөҙөмтәһеҙ ҡамала. Вена яҡлаусылары дошмандың сама менән 20 тапҡырға өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан киҫкен рәүештә еңеүгә ирештеләр. Төрөк армияһының быға тиклем татымаған ауыр ҡыйратылыуынан һуң[[Ғосман империяһы]]ның ашығыусан экспанисияһына нөктә ҡуя. Быуат ярымваҡыт үткәс, 1683 йылда католик илдәрҙең союздаш илдәренең ғәсҡәрҙәре Вена диуарҙары аҫтында бынан да ҡыйратҡысыраҡ еңелеүгә дусар итә. Ошо еңелеүҙән һуң Ғосман империяһы яулап алыуға йүнәлтелгән походтарҙан бөтөнләйгә баш тарта һәм нәҡ ошо еңелеүҙән һуң уның емерелеүе башлана.
XIX быуат аҙағында Венала мәҙәниәт, фән һәм мәғариф өлкәләре сәскә атыуын дауам итә. Донъя билдәлелеге менән [[Вена университеты]] һәм фәндәр Академияһы файҙалана. 1897 йылда Веналағы богема вәкилдәре Вена сецессион төркөмөн ойошторалар, был ойошмаға Коломан Мозер, Густав Климт һәм Отто Вагнер инә.
 
XX быуат башына Вена Европаның иң эре 2 млн кешенән ашыу халыҡлы ҡалаларының береһе була. Әммә Европалағы сәйәси ваҡиғалар Вена өсөн һынылышлы була, Беренсе донъя һуғышында[[Австро-Венгрия|Австро — Венгрияның]] ҡыйратылыуынан һуң, Вена үҙенең элек булған абруйын юғалта.
 
[[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе бөтә донъя һуғышы]] Габсбургтар нәҫеленең емерелеүенә килтерҙе һәм инфляция һәм социалистар һәм консерваторҙар араһындағы сәйәси көрәше Венаның түбән төшөүенә сәбәп була. Массалар һәм капитал мәнфәғәттәре араһында тигеҙлек һаҡлаусы муниципалитет һәр кем алырлыҡ торлаҡ төҙөү һәм ҡала инфраструктураһы буйынса киң программаны тормошҡа ашырҙы, әммә партиялар араһындағы бәрелеште булдырыу сараларын күрә алманы. 1927 йылда Венала 89 ғүмерҙе өҙгән күмәк халыҡлы йәмғиәт тәртипһеҙлектәре башлана.1934 йылда Февраль ихтилалы тоҡана.
Трамвай бәләнеше Венала 1865 йылда барлыҡҡа килде һәм хәҙерге ваҡытта яҡынса 179 км трамвай юлдарын тәшкил итә. Шулай итеп, Венала иң боронғо һәм иң оҙон трамвай селтәре урынлашҡан булып сыға. 1898 йылда Венала беренсе Stadtbahn ҡала тимер юлы линиялары барлыҡҡа килә, хәҙер улар U-Bahn һәм S-Bahn булып сағылдырыла. Автобус маршруттары Венала 1907 йылдың 23 мартынан алып эшләй башланылар. Машина юлдары һәм тимер юлдары селтәрҙәре Венаны Австрияның һәм Европаның башҡа ҡалалары менән тоташтыра. Берҙәм Төп вокзал әле төҙөлөү стадияһында (өлөшләтә 2012 йылдың декабрендә асылған), алыҫ юл рейстары төп вокзалдарҙы тәьмин итәләр: Көнсығыш, Төньяҡ, Көнбайыш һәм Франц Иосиф исемендәге вокзалды. Вена Швехат халыҡ — ара аэропорты ЕС ағза — илдәр менән тура һауа бәйләнеш булдыра һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса Үҙәк Европала иң эре аэропорт булып һанала. Швехатта бөтә донъянан 60 авиакомпаниянан ашыу теркәлгән. 2005 йылда 14 млн артыҡ пассажир хеҙмәтләндерелгән.
 
Вена йылға порты Дунай йылғаһында үҙәк транспорт узелы булып тора һәм Европала иң эре 60 мең.  м² дөйөм майҙанлы контейнерҙар ҡабул итеү буйынса терминалына эйә. Вена портының логистика үҙәгендә 120 Австрия һәм сит илдәр компаниялары теркәлгән, был компанияларҙа 5 меңдән артыҡ кеше эшләй. 2005 йылда ошо үҙәк аша 9 миллион тонна төрлө тауарҙар үткәрелде.
 
== Мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары ==
 
== Сәйәсәте ==
Закон сығарыу органы — Вена общинаһы советы (''Wiener Gemeinderat''), башҡарма органы — Вена Бургомистрынан (Bürgermeister von Wien) һәм ҡала советниктарынан (Stadtrat) торған ҡала сенаты (''Wiener Stadtsenat'') һайлана.
 
1918 йылға тиклем Вена сәйәсәтен Христиан — социаль партия (хәҙерге Австрия халыҡ партияһы) билдәләй, уның лидеры Карл Люгер күп йылдар дауамында ҡала мэры була. Беҙҙең көндәрҙә Вена Австрия социал — демократтарының терәге. Улар власҡа Беренсе республика (1918—1934) дәүерендә киләләр һәм бик күп меңләгән эшселәрҙең тормош кимәлен яҡшыртыусы социаль реформалары үткәрәләр. Мэрия сәйәсәтен Европа сиктәрендә ул ваҡыттағы бөтә социалистар ихтирам итәләр, улар ҡаланы «Ҡыҙыл Вена» (Rotes Wien) тип йөрөтәләр. Социал — демократтарҙың идаралығында берҙән — бер өҙөмтә 1934—1945 йылдарҙа була, был йылдарҙа илдә Австрия фашизмы хөкөм һөрә, унан Австрияның Германия составына ингәндән һуң (аншлюс)— нацизм.
 
== Дин ==
48 042

үҙгәртеү

Навигация