Мөрсәлим: өлгөләр араһындағы айырма
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) |
||
164 юл: | 164 юл: | ||
* |
* |
||
* |
* |
||
== Сығанаҡтар == |
== Сығанаҡтар == |
12:04, 28 июнь 2016 өлгөһө
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Аҡҡашҡа мөхәррирләй. |
Ауыл | |
Мөрсәлим | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Мөрсәлим (Ҡалмаҡҡол) (рус. Мурсалимкино), боронғо исеме Ҡалмаҡҡол — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2203 кеше[1]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847001.
Географик урыны
Тарихы
Ҡалмаҡҡол ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың ырыу аралары: Сөсәй (ҡалған нәҫелдәр исемен яҙып алырға кәрәк)[2].
Ауылға нигеҙ һалыусы тип, 1740 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан, әммә батша хөкүмәте яғына сыҡҡан, һуңынан, 1777-1778 йылдарҙа, Түбәләҫ һәм бер үк ваҡытта Шайтан-Көҙәй улустары старшинаһы вазифаһын башҡарған общинаның билдәле вәкиле Ҡалмаҡҡол Килтәйев (Килтәков?) (Калтыков, Кяльтиков, Кельтеев)[3]. Ул күрше заводтар хужаларына ер һатыуҙа ла бик әүҙем ҡатнашҡан [4].
Рәсми документтарҙа беренсе тапҡыр 1765 йылда Троицк өйәҙенә ҡараған Ҡалмаҡҡол ауылы тип теркәлгән[5].
Ҡалмаҡҡол Килтәковтың улы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1746-1814), 1787 йылғы ейәне, Мөрсәлимдең өлкән улы, Ҡунаҡкилде (Ҡунаҡкилденең улдары Мөхәмәтша, Мөхәмәтшәриф), 1796 йылғы икенсе улы Хисаметдин Мөрсәлимов 8 ауылды үҙ эсенә алған Түбәләҫ улусының 2-се йорто старшинаһы вазифаһын башҡарғандар. Мөрсәлимдең тағы ла Әбделхалиҡ, Әбделнасир, Әбләис, Сиражетдин исемле улдары булған[6].
Ҡалмаҡҡол ауылы, XX быуаттың 20 йылдарында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантонына ҡараған шул уҡ атамалы улус үҙәге булып китһә лә, алдағы XVIII-XIX быуаттарҙа, ул аҡрын үҫешкән. 1795 йылда, мәҫәлән, 13 йортта 84 кеше йәшәһә, 1816 йылда 15 йортта 4 кешегә кәмерәк халыҡ йәшәгән. 1859 йылда инде 31 йортта 200 кеше, ә 1920 йылда 78 йортта 380 кеше булған.
XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә Транс-Себер магистрале төҙөлгән, Ҡалмаҡҡол ауылы эргәһенән Һамар-Златоуст суйын юлы һалынған. Ҡалмаҡҡолдан 2 саҡрымда урынлашҡан ике генә йорттан торған Мөрсәлим утары урынында 1920 йылда 24 йорттан торған урыҫ милләтле Мөрсәлим тимер юл станцияһы барлыҡҡа килгән [7].
XX быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Ҡалмаҡҡол ауылдың рәсми атамаһы булып ҡалды - Ҡалмаҡҡол ауыл советы биш ауылды берләштерҙе, Ҡалмаҡҡол урта мәктәбе эшләне. Шулай итеп, аҡрынлап, тарихи башҡорт ауылы Ҡалмаҡҡол урыҫлашҡан ҡатнаш милләтле Мөрсәлим ауылына әүерелде.
1773 − 1774 йылдарҙағы ихтилал осоронда
Салауат Юлаев, Крәҫтиәндәр һуғышы башланыу менән, башҡорт яугирҙарын Пугачёв ғәскәренә ҡушҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Урындағы риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, үҫмер Салауат Түбәләҫ һабантуйҙарына килеп (сөнки ул ваҡытта Йүрүҙәнде хәҙерге Иҙрис ауылы янында кисеп сығып, Башташ тау тауы итәгенән тура 17 саҡрым араны һыбай үтерлек юл булған), Мырҙаш батыр менән көрәшеп йөрөгән. Был турала уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина "Салауат батыр ир ине" тигән тамаша сценарийы ла яҙҙы [8]. 1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ ырыуының старшинаһы вазифаһын башҡарған Ҡалмаҡҡол ир-егете Собханғол Килтәков (1720-1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. "Салауат Юлаев" энциклопедияһында (345 б.) Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашҡан, полковник, тип аңлатма бирелә.
1773 йылдың декабрь урталарында Собханғол Килтәков, 25 башҡорт егете менән, И. С. Кузнецов отрядына ҡушылған. Златоуст, Ҡатау-Тамаҡ, Һатҡы заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа, Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҡса оҙатыуҙа ҡатнашҡан. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугиры менән Салауат отряды сафтарында Красноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа Көнгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан. Cура Рәсүлев етәкселегендәге башҡорт атлылары сигенгән саҡта атаман И. Н. Зарубиндың секретары И. И. Суконников уны әсирлеккә алған. 4 февралдә Пермь провинциаль канцелярияһында Собханғол Килтәковтан һорау алғандар. Генерал-аншеф А. И. Бибиков ҡушыуы буйынса Көнгөрҙә аҫып үлтерелә. Собханғол Килтәковтың һәләк булғанын ишетеп белгән Салауат Юлаев, 1775 йылдың 25 феврвалендә Йәшерен экспедицияның Мәскәү бүлексәһендә һәм 5 майында Өфө провинциаль канцелярияһында унан һорау алғанда, үҙ хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында, 1774 йылдағы Красноуфимск ваҡиғаларына мине Собханғол Килтәков ылыҡтырҙы, тип яуаплылыҡты ситләштерергә тырышып ҡараған. Килтәковҡа полковник дәрәжәһен дә Себер юлында отряд туплаған И.Н. Грязнов бирҙе, тип белдергән Салауат Юлаев..." [9]
Ҡалмаҡҡолдарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы
VII рәүиз материалдарынан (1816 йыл) билдәле булыуынса, Ҡалмаҡҡол ауылы 4-се Башҡорт кантоны составында булған.
Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1748 – 1814) - йорт старшинаһы тиелгән. Әммә рәүиз алған ваҡытҡа уның үлгәнлеге күренә, һәм, датаһына ҡараһаң, яу яланында башын һалғанға оҡшаған. Ғәбделхалиҡ Мөрсәлимов (1772 - ) – старшина ярҙамсыһы, Ғәббделнасыр Арыҫланғолов (1773 - ) - илле башы, Әбделнасыр Мөрсәлимов (1780 - ) - йорт старшинаһы, был бабайҙар, йәштәре буйынса, Ватан һуғышында ҡатнашырлыҡтар, Арыҫланғоловтың хәрби чины ла бар. Ҡунаҡкилде Мөрсәлимов та ( 1787 - ) ғәскәри хеҙмәткә алынырлыҡ йәштә булған. Ул һуғыштан һуң йорт старшинаһы вазифаһын да башҡарғаны күренә.
Һуңғылары походтан тере ҡайтҡан тип дәлилләйек, ти. Тимәк, беҙ әлегә фараз ғына төҙөйбөҙ. Киләсәктә был мәғлүмәт үҙенең тикшеренеүселәрен көтә. Хисамитдин Мөрсәлимов (1796 - ) - старшина ярҙамсыһы тиелгән, уға 20 генә йәш. Әлбиттә Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тип бәхәсләшеп булмай.
Ҡалмаҡҡол ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше
Ҡалмаҡҡолда йәшәүселәрҙең хужалыҡ эшмәкәрлегенә туҡталайыҡ. 1842 йылда 126 кешегә 20 сирек ужым һәм 182 сирек яҙғы икмәк сәселгән. Шул уҡ кешенән торған 21 йортта 262 ат, 132 һыйыр, 107 һарыҡ һәм 30 кәзә аҫырағандар. Ҡайһы берҙәре 13 солоҡ ҡараған. Ҡалмаҡҡол тураһында түбәндәге мәғлүмәт бөгөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Ауыл 55 йорттан тора. 1890 йылдан биләмәләр 128 йән башына 12 йылға бирелгән. Биләмәләрҙе алғас, урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер өсөн, икенсе өлөшө мал утлауы өсөн ҡулланыла. Сәсеү әйләнеше ҡалдау йәиһә тупраҡтың уңдырышлылығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн оҙаҡ ваҡыттар эшкәртмәй ятҡырыу, бер баҫыу — сикләү юҡ; Нәсибаш улусы халҡы ғәҙәттә 3-4 йылдан һуң бүлемен ташлай һәм йәнәш ятҡан бесәнлеген һөрә. Башлыса арыш һәм һоло сәселә. Һабан менән һөрәләр. Иң яҡшы уңыш: арыштың сәселгән 9 ботонан — бер дисәтинәгә 80 бот, һолоноң бер дисәтинәгә сәселгән 15 ботонан — 100 бот, бойҙайҙың 12 ботонан — 70 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 312 дисәтинә ерҙе биләй, һәм унда 400 баш мал йәй буйы утлай. Көтөү шулай уҡ ҡамылда йөрөтөлә; утлаулыҡтар өлөшләтә ырҙын һәм йәшелсә баҡсалары өсөн бүленгән (10 дисәтинәгә яҡыны). Утлаулыҡтар араһынан Мәсе-йылға һәм Олойөр йылғаһы аға. Урман менән иркен, бүлешеп тормай, тик ҡоро-һары, сыбыҡ-сабыҡ, лапы көйө, файҙаланалар. Халыҡ биләмәләрҙе ҡортомға алмай. Ҡалмаҡҡол ауылы йәмғиәте 128 дисәтинә ерҙе йылына 126 һум менән, 30 дисәтинә һөрөнтө ерҙе йылына 30 һум менән 6 йылға оҙайлы ҡортомға бирә. Шулай уҡ, ике дисәтинә тирмән урыны йылына 12 һум менән 12 йылға ҡортомға бирелә. Ауылда ике аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар. Ҡыш көнө 20 йорт хужаһы утын киҫеү һәм ташыу менән һәм руда ташыу менән шөғөлләнә. Утынды Балашев ҡалаһы рудниктарына, ә руданы — «Вязовая» (Ҡарамалы йылғаһында ултырған) станцияһына ташыйҙар. 2 аты менән ташыған эшсе бер ҡышта 25 һум аҡса эшләй. Икмәкте халыҡ Йүрүҙән заводында һата"[10].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
Революцияға тиклем бөтөн Түбәләҫ ауылдарында ла мәктәптәр булмаған. 1910 йылдарҙа Ҡалмаҡҡолда Ҡаҙан мәҙрәсәһен тамамлап ҡайтҡан Ҡарағол ауылы муллаһы Ғөбәйҙуллин Абдулла тарафынан асылған мәктәп эшләй башлаған.
Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ҡалмаҡҡол ауылында 4 синыфлыҡ башланғыс мәктәп асыла. Унан бик һирәгенә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н тамалау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп уҡыған. Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда ла 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап урта мәктәп эшләне. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡыны. 2009 йылда Мөрсәлим урта мәктәбе яңыртып төҙөлдө. Бөгөнгө көндә Мөрсәлим урта мәктәбенә Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдарынан уҡыусылар 1 кластан башлап, Илсекәй уҡыусылары - 5 кластан автобус менән йөрөп уҡыйҙар.
30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары "Путь социализма" тигән колхозға ойошҡан. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе- Ғәлимйән Ишбирҙин булған.
Ҡалмаҡҡол ауылы 1958 йылдан XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнде. Был колхозға шулай уҡ Илсекәй, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары, Рус Илсекәйе утары ҡараны. Колхоз идаралығы, "Заготзерно" предприятиеһы, ашлыҡты беренсел эшкәртеү токтары булған эре хужалыҡ булды. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне. Ҡалмаҡҡолда шулай уҡ "Заготскот" предприятиеһы бар ине.
Ике тиҫтә йылға яҡын (1980-2000-се йылдарҙа) Мөрсәлим ит комбинаты эшләне.
Бынан тыш Мөрсәлим аша Транс-Себер тимер юлы үтә, 2000-се йылдарҙа яңы тимер юл вокзалы төҙөлдө. Бөгөн Мөрсәлимдә нефть базаһы, эзбизташ заводы, "Башкиравтодор" предприятиеһы эшләй. 2008-2009 йылдарҙа участка дауаханаһына капиталь ремонт эшләнде, заманса медицина техникаһы менән йыһазландырылды. Өс меңгә яҡын халыҡ йәшәгән ауылда, бәләкәй генә тимер юл клубынан башҡа, Мәҙәниәт йорто ла, Спорт үҙәге лә юҡ. Мөрсәлим - Түбәләҫ ауылдары араһында газ үткәрелгән берҙән-бер ауыл. Үҙәк урамдарҙа асфальт түшәлгән, һыу колонкалары бар.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 2203 | 1027 | 1176 | 46,6 | 53,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
Ер-һыу атамалары
Ауылдың билдәле кешеләре
Ҡарағыҙ: Ҡыуаҡан (Түбәләҫ) ырыуы
Ҡушаматтар
Мөрсәлим ауылы һәм уның халҡы матбуғат биттәрендә
- Мөрсәлим мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Регина Москвичёва Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндан футболка алды. «Йәншишмә» гәзите, 2015 йыл, 31 июль
- Абдуллина М. Ф. Һөйкөмлө кешеләр (Мөфтәхетдин Низамов менән Александра Рузе ғаиләһе тураһында) - Йәшлек, 2011 йыл, 4 июнь, 12 бит
Сығанаҡтар
Мөрсәлим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.) История деревни Калмакуловово (Мурсалимкино)
Әҙәбиәт
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI-XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992
- Салават Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 2004, с. 345
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 144-145 с. (д. Калмаккулово)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
- ↑ фамилияһы рәүиз материалында шулай боҙоп яҙылған
- ↑ МИБ.ч.1, с.396; т.4, ч.1, С.III? 259; т.5, с.64, 66, 70. А.З.Асфандияров: Основателем деревни Р.Вахитов считает её жителя Калмаккула Каракучукова, что не подтверждается источниками
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI_XIX вв.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2 Д.745, 468
- ↑ Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 144-145 с.
- ↑ Абдуллина М. Ф.Салауат батыр ир ине. Тамаша, 2001, 3-сө һаны
- ↑ Салауат Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 2004
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Мөрсәлим Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |