Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма
Айсар (фекер алышыу | өлөш) аныҡлаштырыу |
|||
43 юл: | 43 юл: | ||
File:Схема первого этажа Каповой пещеры.jpg|Шүлгәнташ мәмерйәһенең беренсе ҡаты схемаһы |
File:Схема первого этажа Каповой пещеры.jpg|Шүлгәнташ мәмерйәһенең беренсе ҡаты схемаһы |
||
File:Рисунки в Каповой пещере.jpg|Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр |
File:Рисунки в Каповой пещере.jpg|Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр |
||
File:Грот спящего мамонта.jpg|Кәзә ташы |
|||
</gallery> |
</gallery> |
||
17:06, 16 июль 2016 өлгөһө
Шүлгәнташ | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Тәрәнлеге | 165 м |
Оҙонлоғо | 3045[1] м |
Күләме | 180 510 м³ |
Тип | карст |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбизташ |
Ҡатмарлылыҡ категорияһы | 2А |
Сайт | Заповедник «Шульган-Таш» |
Шүлгәнташ Викимилектә |
Шүлгәнташ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған.
1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителә.
Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо
Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге — 20 метр. Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар, ҙур залдар, ер аҫты йылғаһы, күлдәр бар. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Беренсе ҡатын һыу баҫҡан, унда Шүлгән йылғаһы аға. Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.
Ер аҫтындағы йылға һәм күл
Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрым арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташ ауыҙында урғып ер өҫтөнә сыға, ошонда диаметры 3 метр булған бәләкәй генә күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан алып 150—170 метр гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
«Рәсемдәр» бүлмәһе
Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә хас температура, дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай һәм тәүлек әйләнәһенә даими тора, температура үҙгәрмәй. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде.
Галерея
-
Мамонт һүрәте
-
Шүлгәнташ мәмерйәһенең беренсе ҡаты схемаһы
-
Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр
-
Кәзә ташы
Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың зур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Соколов Ю. В. Перечень подземных полостей Республики Башкортостан длиннее 50м . Сайт Уфимского спелеоклуба им. В. Нассонова. Дата обращения: 13 апрель 2011. Архивировано 2 март 2012 года.