Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
64 юл: 64 юл:
Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен табалар. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала [[Кроманьонец|кроманьонецтар]] йәшәгән дәүерҙә, [[Һуңғы палеолит|һуңғы палеолит]] осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, [[Боҙлоҡ периоды|боҙлоҡ периоды]] аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.
Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен табалар. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала [[Кроманьонец|кроманьонецтар]] йәшәгән дәүерҙә, [[Һуңғы палеолит|һуңғы палеолит]] осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, [[Боҙлоҡ периоды|боҙлоҡ периоды]] аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.


Уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр 36400 йыл элек эшләнгәнен билдәләне<ref>[http://u7a.ru/articles/society/11854 Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза], Киске Өфө, 2016 йыл</ref>.
Заманса уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр 36400 йыл элек төшөрөлгәнен билдәләне<ref>[http://u7a.ru/articles/society/11854 Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза], Киске Өфө, 2016 йыл</ref>.


Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө [[кальцит]] һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау проблемаһы хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә.
Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө [[кальцит]] һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау проблемаһы хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә.


2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйә һүрәттәре сифатын һаҡлау маҡсатында һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап [[ҡурсаулыҡ]] территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.
2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйәләге һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап [[ҡурсаулыҡ]] территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.


== Галерея ==
== Галерея ==

18:35, 17 июль 2016 өлгөһө

Шүлгәнташ
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
Тәрәнлеге165 м
Оҙонлоғо3045[1] м
Күләме180 510 м³
Типкарст 
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Ҡатмарлылыҡ категорияһы 
СайтЗаповедник «Шульган-Таш» 
Рәсәй<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Красная точка
Шүлгәнташ
Башҡортостан Республикаһы<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Красная точка
Шүлгәнташ
 Шүлгәнташ Викимилектә
Шүлгәнташ

Шүлгәнташ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы[2].

Мәмерйә палеолит эпохаһында йәшәгән тәүтормош кешеһенең таштағы һүрәттәре аша билдәле[3].

Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған. Шулай уҡ солоҡсолоҡ, умартасылыҡ музейы бар.

1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителә.

Атамаһы

«Шүлгәнташ» атамаһы мәмерйәгә ингән ерҙә Ағиҙелгә ҡушылған Шүлгән йылғаһы исеменән һәм башҡорт телендәге «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ боронғо башҡорт диалектында «шу үлгән» «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш Шүлгән - башҡорт халҡының боронғо «Урал-батыр» ҡобайыры персонажы, уның төп геройы Урал батырҙың ағаһы.

Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе - тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» рус ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «капище» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандарҙан бирле, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығы дәлилләнде, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнлеге иҫбатланды. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташ ғибәҙәтхана ролен үтәгән, мәмерйәлә мәжүси йолалар башҡарылған[4].

Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо

Мәмерйәгә ингән урын - 25-28 метр бейеклегендәге арка рәүешендә, Һарыкүскән тауының көньяҡ битендә урынлашҡан; уның киңлеге 40 метрға етә. Шулай уҡ мәмерйәгә ингән урындың һул яғындағы күлдән Шүлгән йылғаһы ағып сыға. Зәңгәрләнеп күренеп ятҡан күлдең диаметры 3 метрға яҡын, ә тәрәнлеге - 80 метрҙан артыҡ (дөрөҫөрәге, ул күл түгел, ә һыу юлағының вертикаль өлөшө). Ҡушылмалары күп булыу сәбәпле, күлдең һыуы эсергә яраҡлы түгел, уны дауаланыу ванналары өсөн файҙаланыу отошлораҡ. Инеү урынының уң яғында - тағы бер күл - Түңәрәк күл бар[5].

Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар бар. Мәмерйә, эре залдары, галереялары, һыу аҫты күлдәре һәм йылғалары менән, әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Мәмерйә өс гипсометрик кимәлле, түбәнге ҡатын һыу баҫҡан, унда мәмерйәне барлыҡҡа килтергән һыу аҫты Шүлгән йылғаһы аға[1]. [6].

Шүлгәнташ мәмерйәһенең бөтөн бейеклеге 140 метр. Мәмерйәгә яҡын, эргәләш Шүлгән йылғаһының өс саҡрым оҙонлоғондағы тәрән карст каньоны һуҙыла, ул аҡрынлап эре карст соҡорҙарҙан, күлдәрҙән торған йырынға, ҡоро үҙәнгә әүерелә.

Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә барған юлда бейек ҡаяла тәбиғәт яһаған мөғжизәле «Мамонт ҡыуышы» («Кәзә ташы») күренә. Мәғәрәгә бындай исем, ҡояш байыған саҡта ҡаялағы күләгәнең үҙенсәлекле ятыуы сәбәпле, таш һыҙаттары торбатомшоғон түбән төшөрөп йоҡоға талған мамонтты хәтерләткәнлектән, бирелгән.

Ер аҫтындағы йылға һәм күл

Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрымға арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрым аралыҡта ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташҡа ингән ерҙә, урғып, ер өҫтөнә сыға, диаметры 3 метрлыҡ күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан сыҡҡас, 150—170 метр арауыҡтан гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.

«Рәсемдәр» бүлмәһе

Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә хас температура, дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә температура үҙгәрмәй, даими тора. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде. Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит дәүерендәге тәүтормош кешеһенә хас һуңғы солютрей мәҙәниәтенән урта мадлен мәҙәниәте ваҡыты менән тамғаланған петроглифтар йәғни ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле[7].

Һүрәттәр 1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоологы А. В. Рюмин тарафынан табылған[8][9][10]. Боронғо һынлы һүрәт сәнғәтен (живописте) өйрәнеүҙә СССР Фәндәр Академияһының Археология институты ҙур роль уйнаған (бигерәк тә О. Н. Бадер[11] и В. Е. Щелинский[12]). Улар 50 һүрәтте асыҡлаған. Һуңынан һүрәттәрҙе Бөтөн Рәсәй геология институты өйрәнә һәм Рус география йәмғиәтенән Ю. С. Ляхницкий 173 һүрәт йәки улрҙың реликтын — сағыу таптарын таба.

Мәмерйәлә мамонттар, аттар һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. күмер менән төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай. Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен табалар. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала кроманьонецтар йәшәгән дәүерҙә, һуңғы палеолит осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, боҙлоҡ периоды аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.

Заманса уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр 36400 йыл элек төшөрөлгәнен билдәләне[13].

Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө кальцит һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау проблемаһы хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә.

2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйәләге һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап ҡурсаулыҡ территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.

Галерея

Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың зур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра, менән яһалған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Соколов Ю. В. Перечень подземных полостей Республики Башкортостан длиннее 50м. Сайт Уфимского спелеоклуба им. В. Нассонова. Дата обращения: 13 апрель 2011. Архивировано 2 март 2012 года.
  2. Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО
  3. Ольга Червяцова Археологические исследования Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
  4. В. И. Левин «Свидетели из Каповой пещеры» М. : «Детская литература» 222 с. 1982
  5. Кудряшов И. К. Путеводитель по Каповой пещере Уфа, 1956
  6. В. С. Житенёв. Капова пещера — многослойный памятник археологии: предварительное сообщение // Первобытные древности Евразии. К 60-летию Алексея Николаевича Сорокина, 2012
  7. Жегалло В.И и др. Об ископаемых носорогах эласмотериях // Новости из Геологического музея им. В. И. Вернадского. — 2002. — № 9. — ISSN 1029-7812.
  8. А. Д. Столяр. Происхождение изобразительного искусства. — М.: Искусство, 1985. — С. 35.
  9. Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 241.
  10. Пещера Шульган-Таш (Капова). Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
  11. Бадер О. Н. Каповая пещера-La caverne Kapovaia: Палеолитическая живопись М., 1965.
  12. Щелинский В. Е. Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
  13. Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза, Киске Өфө, 2016 йыл

Һылтанмалар