Йомаҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл: 10 юл:


==Кеше һәм уның көнкүрешен сағылдырған йомаҡтар==
==Кеше һәм уның көнкүрешен сағылдырған йомаҡтар==
Әй, күп тә һуң тештәре!
Әй, күп тә һуң эштәре!
Ағасты «ашай-ашай»,
Төрлө әйберҙәр яһай.
(Бысҡы)

Ҡар көрәргә
Булһа кәрәк,
Нимә кәрәк?
Дөрөҫ! ..... .
(Көрәк)

Кер кипкәнде
Тора көтөп,
Яңылыш тейһәң
Ала өтөп!
(Үтек)

Был ҡорал менән
Шымартып алғас,
Ялт итеп ҡала
Ҡытыршы ағас.
Түңәрәкләнеп
Оса юнысҡы.
Оҫта ҡулында
Нимә ул? ..... .
(Йышҡы)

Ҡулланған һайын
Ҡыҫҡара бара,
Ҡыҫҡарған һайын
Оҫтара бара!
(Ҡәләм)


==Ижтимағи тормошто сағылдырған йомаҡтар==
==Ижтимағи тормошто сағылдырған йомаҡтар==

18:05, 4 май 2011 өлгөһө

Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныусының зирәклеген тикшереп ҡарағандар, хәҙер йомаҡ әйтешеү — халыҡ уйыны.

Башҡорт халыҡ ижадында йомаҡ

Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Башҡорт телендә "Йомаҡ ҡойҙом-ҡас, йомолдоғон ас" тигән әйтемдең булыуы шул хаҡта һөйләй. Төҙөлөшө яғынан һорау һәм яуап формаһында булған йомаҡтар кешеләрҙең тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билдәһен икенсе бер предметҡа, күренетә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә улар тормоштағы конкрет предметтар. күренештәр менән бәйләнгән. Йомаҡтарҙы өс ҙур төркөмгә бүләләр.

Тәбиғәт күренештәре тураһындағы йомаҡтар

Был иң киң таралған төркөм. Баланы тәрбиәләгәндә аң белә башлағандан алып, иҫендә ҡалһын өсөн бик әһәмиәтле.

Кеше һәм уның көнкүрешен сағылдырған йомаҡтар

Ижтимағи тормошто сағылдырған йомаҡтар

Сығанаҡтар

Иҫкәртмәләр